Йүнһеҙ килеп, йүнлегә эш өйрәтер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Мин тормошто һайлайым
  • Йондоҙнамә
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тиреҫ өйөмөнән репортаж Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    29 йәшлек В. Ольганың хатынан: «Ваҡыты-ваҡыты менән үҙемде тиреҫ өйөмөндә йәшәгән кеүек тоям. Аяғыңа баҫып, башыңды тиреҫ араһынан сығарыуың була, башыңа «тыңҡ» итеп килтереп бәрәсәктәр. Йәнәһе, башыңды ҡайҙа тығаһың? Башҡалар кеүек йәшәүеңде бел! Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуя: кемгәлер барыһын да өйөп-өйөп бирә, ә кемгәлер – ҡуҡыш! Үҙемдән дә, бер ҡыуаныс булмаған ҡара-һоро тормошомдан да ҡоҫҡом килә».
    Шундайыраҡ көләмәс бар:
    Йәш селәүсен ҡартынан:
    – Атай, селәүсендәргә алма эсендә йәшәүе нисегерәк икән?
    – Эй, улым! Рәхәтләнеп йәшәй! Тығыҙ ғына, һутлы ғына алма эсендә ожмах бит ул!
    – Ә еләк эсендә?
    – Һай, еләк! Бына тигән, тәмле еҫе аңҡып торған, йомшаҡ ҡына еләк! Рәхәт, әлбиттә!
    – Атай, ә ниңә ул сағында беҙ тиреҫ өйөмөндә йәшәйбеҙ?
    Ҡарт селәүсен ауыр көрһөнөп:
    – Ватан бит, улым, ватан...
    Ә хәҙер Ольганың хатына яуап. Һүҙҙе Ҡарт селәүсенгә бирәйек:
    – Әйткәндәй. һеҙ тиреҫте бушҡа яманламағыҙ әле. Һаҫыҡ та, ти, ярай. Ул тыштан ғына һаҫыҡ бит, эсендә еҫе беленмәй. Ни тиһәң дә, тыуған еҫ барыбер. Үҙебеҙҙеке. Ә тәме, әлбиттә, еләктеке кеүек түгел инде ул. Ә бит донъяла күп нәмә еләккә оҡшамаған да инде. Бирешмәйбеҙ бит, йәшәү яғын ҡарайбыҙ. Бына мин һеҙгә нимә әйтер инем: һеҙ тиреҫһеҙ һәм беҙһеҙ, селәүсендәрһеҙ, яҡшы уңыш үҫтереп ҡарағыҙ! Ә бит беҙ ҡул ҡаушырмай, эшләйбеҙ, тырышабыҙ... хәйер, ҡулыбыҙ юҡ та ул. Ҡойроҡ ҡаушырмай, тип әйтәйекме? Нисек кенә булһа ла, ер уңдырышлы булһын өсөн тонналаған тиреҫте, тупраҡты йырабыҙ, әйләндереп һалабыҙ. Өҫтәүенә, беҙҙе йыш ҡына балыҡ тотор­ға алалар. Кастинг үткәреү, иң һимеҙҙәребеҙҙе генә һайлап алыу өсөн махсус рәүештә көрәк тотоп киләләр. Банкаға һалалар ҙа, яңы тормошҡа алып китәләр. Унан бер кемдең дә әле кире ҡайт­ҡаны юҡ. Күрәһең, унда йәшәүе ифрат рәхәттер.
    Мин дә бәхетле. Эйе, бәхетле! Сөнки эшем миңә ныҡ оҡшай. Йәшәгән урыным оҡшай. Эшкәрткән баҡсам оҡшай. Ғөмүмән, миңә йәшәйеш оҡшай. Йәшел үлән, ҡояш, йәйге ямғыр. Ямғырҙан һуң өңөңдән ҡояш йылыһына шыуышып сығып ятыу ҡайһылай рәхәт икәнлеген белһәгеҙ ине!
    Былтыр беҙгә гастарбайтерҙарҙы – «Калифорния селәүҙәре»н килтерҙеләр. Һүҙ юҡ: эшсәндәр. Етештереүсәнлектәре – оһо-һо! Һәм уларҙың береһе лә яҙмышына бер ҙә зарланмай – ер, тупраҡ бөтә ерҙә лә, Һарытауҙа ла, шул уҡ Калифорнияла ла, бер үк бит инде ул. Һәр тупраҡҡа ла шул селәүсен кәрәк – унһыҙ нисек була инде ул? Шулай булғас, эшеңде теләп башҡар, шул саҡта һиңә бәхет килер. Бал ҡорттары бал йыйыуы менән бәхетле, эттең бәхете – өй һаҡлауҙа, бесәйҙең – сысҡан тотоуҙа, ә беҙҙең, селәүсендәрҙең, бәхете бына шундай...
    Селәүсенде берәй зиннәтле һарайға урынлаштыр әле – һәләк буласаҡ. Хәйер, батша малайын да тиреҫ өйөмөнә алып килеп урынлаштырһаң, йәшәй алмаясаҡ. Һәр кемдең үҙ өлөшө! Бының менән мин нимә әйтер инем: тәбиғәт ул һәр йән эйәһен, һөйөп яралтҡан. Һәр сәскә тажын, һәр япраҡты, һәр йән эйәһен. Шулай уҡ кешене лә ҙур һөйөү менән яралтҡан. Шулай булғас, беҙҙең тәбиғәткә, тормошҡа яуабыбыҙ ҙа шулай уҡ булырға тейеш. Рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Ошо яҡты донъяға пәйҙа булғаныбыҙ, башҡарыр эшебеҙ булғаны, тыуған тиреҫ өйөмөбөҙ өсөн рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Ошо үҙе ҙур бәхет инде ул! Ә көнләшеүҙең бер кемде лә яҡшылыҡҡа алып килгәне юҡ әле.
    Йәш селәүсен:
    – Ә, минеңсә, был иҫке фәлсәфә. Хәҙер һәр селәүсен ҡайҙа һәм нисек йәшәргә икәнлекте үҙе һайлау мөмкинлегенә эйә. Тыуған тиреҫ өйөмөндә йәшәгең килмәй икән, яҡшыраҡ тормош эҙләп, күрше участкаға шыуыш. Тик һин теләгәнсә килеп сыҡмаһа, илама. Нимә теләнең, шуға юлыҡтың. Атаҡайың ярҙам итә алмаҫ. Атайым менән шул яҡтан килешәм: бер урында ғына ултырып, башҡаларға көнләшеү һәм үҙ тиреҫеңде яманлау эшме ни? Ғүмерҙе бушҡа сарыф итеү генә ул. Ә беҙҙең, селәүсендәрҙең, ғүмере былай ҙа бик ҡыҫҡа. Бында тәғәйен ҡарарға килеү фарыз: булғаны менән ҡәнәғәтләнә белергә йәки яҡшыраҡ өлөш эҙләү процесынан йәм табырға. Бәхетте табыу-тапмау мәсьәләһе икеле инде ул: йә уңаһың да, йә туңаһың. Юлда берәйһенең суҡышына эләгеүең дә, тәгәрмәс аҫтында ҡалыуың да ихтимал. Икенсе яҡтан, тик ятмайынса, бәхет эҙләп ҡыбырлауың менән ғорурланыу мөмкинлеге буласаҡ! Бына атайым да былай ти: «Башҡалар кеүек баш баҫып йәшә, мороноңдо тышҡа һоноп, үҙеңде хәүеф аҫтына ҡуйма!» Ә минең уй төптө башҡаса: «Кем үҙен хәүеф аҫтына ҡуймай, шул яҡшыраҡ тормошто күрә алмай!» Мин ныҡлы ҡарарға килдем: көндәр әҙерәк йылынһа, күҙем ҡайҙа ҡарай, шул яҡҡа шыуышасаҡмын! Ҡыҙыҡ та инде, бәлки, беҙҙең ҡойма артында ысын тормош ҡайнай­ҙыр?! Бер юлы тикшереп тә ҡарармын.
    Иринотерапевтың һығымтаһы: «Ҡәҙерле Оля! Был тормошта үҙ урыныңды һәм статусыңды үҙгәртеп ҡарағың килһә, тәүәккәллә! Тик бәхет тегендә, туннелдең теге осонда, тип уйлап хаталанып ҡуймағыҙ. Бәхет ул ошо һеҙ эҙләгән юлдың үҙендә! Нимәне булһа ла үҙгәртергә үҙеңдә көс таба алмаһаң, булғанына шатланыр­ға тырыш. Шунан тормоштоң мәғәнәһен һәм рәхәтлеген табығыҙ. Юғиһә үҙеңдән һәм тормоштан ҡоҫҡоң ҡилеү, иртәме-һуңмы, һине берәй сиргә, депрессияға, үҙең ҡурҡҡан «ҡара-һоро тормош»ҡа юлыҡтырасаҡ.

    Р. МӘХИЙӘНОВА тәржемәһе.
    авторы: admin | 11 ноября 2011 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Гиннестың рекордтар китабынан
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Шәхси хужалыҡ
  • Ике сәғәтлек һынау
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru