Башлаған эшеңде тамамла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Берҙәмлектә – көс
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өсмөйөшлө хаттар - тере хаттар Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Билдәле журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәрит Вахитов «Аҡ аманат – һалдат хаттары. Письма огненных лет», «Юнга, һинең эҙеңдән киләм» китаптары аша уҡыусыларға яҡшы таныш. 30 йылдан ашыу ғүмерен журналистикаға арнаған шәхес үҙенең оҙайлы йылдар дауамындағы эҙләнеүҙәре аша Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы яуҙан ебәрелгән хаттарҙы эҙләп табыу, утлы йылдар ауазын бөтөн тетрәнеүҙәре, ысынбарлығы менән өсмөйөшлө хаттар – документаль сығанаҡтар аша халыҡҡа еткереүҙе маҡсат итеп алып, ил азатлығы өсөн ғүмерҙәрен аямаған һалдаттарҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергән.
    Түбәндәге мәҡәләлә әле яңыраҡ ҡына 75 йәшен билдәләгән автор үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлаша, тәү ҡарашҡа ябай ғына булып тойолһа ла, кешеләрҙең тетрәндергес яҙмышы сағылған өсмөйөшлө хаттарҙы табыу һәм уҡыусыға еткереүҙең еңел булмаған хеҙмәт булыуын асып һала.


    40 йылдан ашыу Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фронт хаттарын эҙләйем, йыям, тикшерәм. Был ғәҙәти булмаған шөғөл менән журналист, һуңғы бер нисә йылда республика Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре булараҡ мәшғүлмен. Эшемдең тәүге һөҙөмтәһе совет халҡының ҡырыҫ тарихының шаһиттарының яҙмалары тупланған ике томлы йыйынтыҡ булды. Хаттарҙың һәр юлында ошо һалдаттарҙың, уларҙың ҡатындарының, балаларының тере һыны күҙ алдына баҫа, шул шанлы йылдар ҡайғы-хәсрәте, ҡаһарманлығы, көндәлек булмышы менән кәүҙәләнә. Әйткәндәй, был эш тәү ҡарашҡа ғына еңел кеүек күренә, асылда социаль-психологик характерҙағы ғына түгел, күп ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килде. Беренсенән, ғаилә архивтарына береһенең дә ҡағылдырғыһы килмәне, ҡәлғә кеүек һаҡланы, икенсенән, рәсми вәкәләттәрем булмағас, бөтөн эш үҙ иҫәбемә эшләнде. Өсөнсөнән, героик пафосы булмаған хаттарҙы бик баҫып та барманылар. Өсмөйөшлө һалдат хаттарына ҡыҙыҡһыныу Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығына әҙерлек барышында уҡ тыуғайны.
    Ул ваҡытта был байрамды тәүге тапҡыр ҙурҙан ҡубып уҙғарырға йыйыналар ине. Комсомолецтар йәмәғәт хәрби дан музейҙары булдырҙы, пионерҙар өйҙәргә йөрөп, һуғышта һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәттәр йыя ине. Ҡаһарманлыҡ дәрестәрендә ветерандар (уларға ул ваҡытта 45 – 65 йәш ине) һуғыш хәтирәләре менән уртаҡлаша, уҡытыусылар хаттар уҡый. Һарғайып бөткән ҡағыҙ биттәренән, гүйә, үлгән яугирҙар һөйләй. Иртә өҙөлгән ғүмерҙәрҙе уйлап, йөрәк һыҙлай. Уларҙың иҫтәлеге алдындағы бурыс мине нимәләрҙер эшләргә мәжбүр итте. Журналист эшемдең бер өлөшө (ул ваҡытта Салауат ҡалаһының «Ленин юлы» гәзитендә партия тормошо бүлеген етәкләй инем) һуғыштан ебәрелгән хаттарҙы эҙләү ине. Тәүге аҙымым Советтар Союзы Геройы (был исем уға үлгәс бирелә) Хәсән Әхтәмовтың сағыу биографияһы менән танышыуҙан башланды. Уның әсәһе Мәғрифә апайҙың йортонда беҙ пионерҙар менән бик мауығып документтар ҡараныҡ, әсәнең улы тураһында һөйләгәндәрен тыңланыҡ. Әсә улынан килгән хаттарҙы һаҡламауына бик үкенде, әммә һәр хатты яттан хәтерләй ине. Беҙ уның һөйләгәндәрен яҙып алдыҡ. Шунда миндә фронт хаттарын эҙләү теләге тыуҙы, уларҙы берәй ваҡыт бер китапҡа туплау өмөтө уянды. Тәүгеләрҙән булып эш папкаһына беҙҙең ғаиләнең фронт хаттары инеп ятты. Минең атайым – 1896 йылғы Хәбибназар, 1926 йылғы ағайым Миңләхмәт фронтта рядовойҙар булды, өсмөйөшлө хаттарҙы өйгә йыш ебәреп торалар ине. Апайым Әминә менән беҙ яуап яҙа торғайныҡ. Уларҙан килгән ҡәҙерле сәләмде көткәндә күҙ йәштәре аҙ түгелмәне. Атай һуғыштан бер аяғын юғалтып ҡайтты, ағайым, казак гвардияһы рядовойы Миңләхмәт Вахитов 1945 йылдың 1 ғинуарында Словакияла тиңһеҙ алышта һәләк булды.
    Бөйөк Ватан һуғышының ҡорбандары һәр бер ғаиләлә тиерлек бар ине шул. Бер ваҡыт иҫке гәзиттәрҙе ҡарағанда Тәтешленән Ғариф Ғариповтың мәҡәләһенә юлыҡтым. Унда автор һуғышта биш улын юғалтыуы, алтынсыһының ғәрип булып ҡайтыуы тураһында яҙа. Ғәзиздәренең иҫтәлеге итеп, уландарының хаттарын һаҡлаған икән. Мин Үрге Тәтешлегә барып, был кеше менән осраштым.
    Бына минең алдымда хаттар ята. Йөҙләгән! Улар сарҙаҡта шәлгә төрөп һаҡланған. Беҙ уларҙы һайлап алып, хронологик тәртиптә һалып сыҡтыҡ. Китап өсөн мин 35 хатты алдым. Ғариповтарҙың эпистоляр мираҫы тәүге тапҡыр «Ағиҙел» журналында, һуңынан «Башкнигоиздат» 1975 йылда сығарған «Времени неподвластно» йыйынтығында һәм «Кызыл таң» гәзитендә баҫылып сыҡты. Уға тиклем матбуғатта шуға оҡшаш материалдар «Правда» нәшриәтендә «Советская Башкирия» журналисы Мария Филиппованың «Письма далекой военной поры» йыйынтығында өс том булып донъя күргәйне (»Красная Башкирия»ның редакция архивында һаҡланған булған). Иҫ киткес китаптар! Тик минең үҙ юлымдан киткем килде, ғаилә архивындағы эҙләнеүҙәремде дауам иттем.
    Алға китеп, шуны ла әйткем килә: хаттарҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм мәңгеләштереүҙән бигерәк, айырым кешеләр миҫалында, улай ғына ла түгел, дөйөм совет халҡының патриотлыҡ сығанаҡтарын тикшереү теләге көслө ине миндә. Шул уҡ ваҡытта һуғыштың ҡот осҡос емергес көс икәнен тәрән аңлау, һыҡраныу ҙа күңелде өйкәй ине. Һуғыш – тәү сиратта ғаилә өсөн оло афәт.
    Йыйынтыҡтарҙың айырым бүлектәре юҡ. Һуғыш башланған осор иң тәүҙә бирелә лә, һуңынан хронологик тәртип боҙола. Ҡайһы берәүҙәр һуғышта һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған, икенселәр яу юлдарын үтеп еңеүгә тиклем барып еткән.
    Хаттар – тарихи хәҡиҡәттең үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ өлөшө. Уларҙың авторҙары – меңләгән яугир. Улар уйлана, үҙ фекерҙәрен әйтә.
    Сәстәре салланған полковник йәш һалдат менән йәнәшә. Бында ранг айырмаһы юҡ. Ут ҡамауында булған һуғыш яландарында улар ҡәтғи рәүештә икеһе ике баҫҡыста торһа ла, халыҡтың тарихи хәтере алдында бөтәһе лә бер тигеҙ. Беҙҙең тикшеренеүҙәрҙә шәхестең үҙе мөһим. Үлһә лә, алға йығылып үлгән ул. Шуның менән 170 сантиметр булһа ла тыуған еренең азатлығын яулауын раҫлаған. Хатта күкрәк тәңгәлендәге кеҫәләрендә лә атака алдынан яҙылған ебәрелмәгән хаттар ҡалған. Һуңғы һулышҡа бер минут ҡалғас...
    Ял көндәрендә, отпуск мәлендә ҡала-райондар буйлап йөрөнөм. Таныштар һәм билдәһеҙ кешеләр аша кәрәкле адрестарҙы таба инем. Бер ваҡыт Шаран районында фронтовик ҡатынының адресын әйттеләр. Ул мине һағайып ҡына ҡаршыланы, иренең хаттарын күрһәтергә теләмәне. Ниһайәт, ризалашып, һандыҡтан төйөнсөк килтереп сығарҙы. Әммә бирергә ашыҡманы, күкрәгенә ҡыҫты ла, өнһөҙ ҡалды. Һуңынан, илап, мәрхүм ире менән һөйләшергә тотондо. «Бына, һине алырға килделәр! 41-ҙә үҙеңде алып киттеләр, хәҙер хаттарыңды!» Китергәме, ултырырғамы: нимә эшләргә белмәнем. Ҡатындың үкһеп-үкһеп илауы йөрәгемде телгеләне. Әлбиттә, хаттарҙы ҡулда тотоп ҡарарға түгел, уҡырға ла йөрьәт итмәнем. «Был беҙҙең сер», – тине тол ҡатын, тынысланып. Шулай итеп, мин ҡайтып киттем.
    Анна Самойловна Голубованы ишетеп кенә белә инем. Атлай алмаған был ҡатын аҙнаһына бер тапҡыр редакцияға шылтыратып ала торғайны. Ыңғайы сыҡҡанда, мин уға эҙләнеүҙәремде лә әйттем. Ул ишетмәмешкә һалышты. Тик бер йылдан һуң ғына, көтмәгәндә, шәхси архивынан нимәләрҙер тәҡдим итте. Ул 1943 йылда фронттағы дуҫынан килгән открытка ине. «Аня! Һин ҡайҙа? Ниңә яҙмайһың?» – тигән һүҙҙәр яҙылғайны унда. Шул ғынамы икән? Мин открытканы алып ҡарарға теләнем, әммә ҡатын уны ҡулға тотторманы. Дүрт йылдан һуң уны ала алдым.
    Танышым Ф. Тикеев үткән быуаттың 80-се йылдарында, бик ҡыҙыҡлы блокнотым бар, тип өмөтләндерә ине. Ҡайҙа, күрһәт әле, тип үтенес белдерһәм, йылмайып ҡына: «Ҡайҙа ҡуйғанымды онотҡанмын», – тип яуаплай ҙа ҡуя. Тик 15 йылдан һуң ғына миңә ике йәш йөрәк араһында булған саф мөхәббәттең драмаһы асылды. Ҡулдан эшләнгән, ике шырпы ҡабы ҙурлығындағы, биш битле блокнот биттәрендә ғашиҡ егеттең шиғырҙары яҙылған һәм ике биттә был яҙмаларҙың хужаһының яуҙа геройҙарса һәләк булыуы тураһында хат ята ине.
    Танышыуҙар аша ла өсмөйөшлө фронт хаттарын күп эҙләп таптым. Педагогик хеҙмәт ветераны Ж. Исмәғилев арҡаһында Федоровка районының Ҡораласыҡ ауылы мәктәбендә уның элекке уҡытыусыларының хаттарына юлыҡтым.
    Баймаҡ районынан бер уҡытыусы (исемен хәтерләмәйем) мине фронт хаттары күп һаҡланған Йомаш мәктәбенә ебәрҙе.
    Яңғыҙ Ҡайын мәктәбендә ветеран Иҙрис Сафа улы Вәлишин арҡаһында өсмөйөшлө һалдат хаттарын табыуға ирештем.
    Практика үҙеңдең эшмәкәрлегеңде киңерәк рекламаларға кәрәклегенә инандырҙы. Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, күренекле тарихсы Ә. Хисмәтуллинға кәңәш һорап мөрәжәғәт иттем. Уның ярҙамы арҡаһында халыҡҡа мөрәжәғәт хаттары ебәрелде, гәзит биттәрендә лә иғлан баҫылып сыҡты. Күп тә үтмәй, миңә ғаилә архивынан баһалап бөткөһөҙ материалдар килә башланы.
    Үҙемдең эшемдең тағы бер этабын – фронт хаттарын уҡыу тураһында ла әйткем килә. Был эш тә еңел түгел. Беренсенән, хаттар төрлө телдә яҙылған, йыш ҡына ғәрәпсә яҙылғандары ла осрай ине. Икенсенән, күптәре бик насар ҡағыҙҙа яҙылған, хатта ҡағыҙ киҫәктәрендә яҙылғандары ла бар ине. Күҙ йәштәре йәки ҡанға мансылған, һыуланған хаттағы текстарҙы уҡыу ҙа еңел булманы. Ошо яҙыуҙар менән танышҡанда ғәйәт ҙур эмоциональ көсөргәнеш, һыҙланыу, күңел әрнеүе кисереүҙе әйтеп тораһы ла түгел.
    Ошолар тураһында яҙғанда, мин Башҡортостан Республикаһы Президентына, БР Хөкүмәтенә, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығына, шулай уҡ «Китап» нәшриәтенең етәкселегенә һәм уның редакторҙарына оло рәхмәтемде әйтмәйенсә булдыра алмайым. Китапты нәшер итеү дәүләт ярҙамы арҡаһында ғына мөмкин булды.
    Ә күпме эскерһеҙ ярҙамсылар бар ине!
    Минең тәүге хаттар йыйынтығы 2000 йылда «Китап» нәшриәтендә рәссам А. Чудиновтың биҙәлеше менән 25 баҫма табаҡ күләмендә сыҡты. Китап уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, магазин кәштәләрендә оҙаҡ ятманы. Йыйынтыҡты Мәскәүҙә мәртәбәле күргәҙмәләргә лә ҡуйҙылар.
    Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына хаттарҙың икенсе йыйынтығы донъя күрҙе. Уға баш һүҙҙе һуғыш ветераны, генерал Р. Сибәғәтуллин яҙҙы. Әлеге көндә өсөнсө йыйынтыҡ әҙерләнә. Уны ла нәшер итеп булыр тигән өмөт менән йәшәйем. Сөнки был эштең киләсәк быуын өсөн әһәмиәтен аңлаған йөҙәрләгән кеше ярҙам итә. Уларҙың бөтәһенә лә бик рәхмәтлемен.
    Хаттар менән эште туҡтатырға ярамай. Ғаилә архивтарында эпистоляр мираҫты һаҡлаған кешеләр миңә хаттарҙы ҡабул итеүҙе һорап күп мөрәжәғәт итә. Йәмәғәт һәм муниципаль музейҙарҙа ла күп хат һаҡлана. Быяла аҫтында ятып, улар яҡтыла төҫөн юғалта. Уларҙы һаҡлап ҡалырға ашығырға ине.
    Республиканың Хәрби дан музейында ошо һалдат хаттарын йыйып, музей исеменән нәшер итеү маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр, минеңсә.

    Фәрит ВАХИТОВ,
    республиканың Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре,
    Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты.
    авторы: админ | 23 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ярман һуғышы яланынан ебәрелгән хат
  • Илатырлыҡ, йырлатырлыҡ хаттарығыҙ бар бит ул...
  • ДОНЪЯ МАТУР ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ!
  • Тапшырылмаған хаттар
  • Күмәкләгән – бәхәстәрҙ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru