Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Йәштәр көнө менән!
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Айҙаһар аҫтында Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Атайым, Азамат, Азат ағайымдар Ағурҙаға аға­саҡ, алабуға, ажау ауларға ашыҡты. Атайым:
    – Айнур, апайың Аҡ­тырнаҡты ашатып ал­даштырһын, артыбыҙҙан арҫылдап аптыраьтмаһын.
    – Атай, Асия апайым алдараҡ ашатҡайны ла, Аҡтырнаҡ алданманы, артыбыҙҙан ашыға.
    Арыу ғына араны ат­лап, артылыш аша ауыш­та арып, асыҡҡас, аҡланда ашаштырып алдыҡ. Артабан ашығып алға атланыҡ.
    Ағайрыҡ араһында аҡ­сабан, аласыбар аң­сыларҙы абайлап ай­ғылдашты. Аҡтырнаҡ та арҫылдап алды.
    Айғырауған артынан ажағанды абайлап, атайым айышын аң­латырға ашыҡты:
    – Ана, алыҫта ажаған алт-йолтлай, арыш ағарғанды аңлата.
    Ауҙы алып аралға ашыҡтыҡ. Алатыҡтан абайлап ҡына атланыҡ. Артыҡ аптыранмай ғына ау­ҙы алҡында арашаланыҡ. Ата­йым Азамат ағайыма ауҙы аңдар­ға аңлатты.
    Айғырауған артынан алмалай алһыуланып аҡрын ғына ай­ҙаһар ауышты. Атайым, Азат ағайым арып ауҙыҡ. Алыҫта аҡ­ҡоштар, айҙаһарға аптырағандай, арыу ғына айғылдашты.
    Аҡланда аунашып алғас, Азамат ағайыма ауҙы алышырға ашыҡтыҡ. Ауҙы алғас аптыраныҡ: ағасаҡ, ажау, аҡбалыҡ, алабуғалар айҡаҡар аҫтында алтындай албырашты.
    Атайымдар ауыр ауҙы, ап-арыу алымды артмаҡлап алды ла ауыш аша ауылға артылдыҡ.
    Арыу араны атлағас, артыбыҙҙан атта аусы Абдулла ағай айғылданы:
    – Ай-һай, Арыҫлан ағай, афарин! Ауығыҙ ҙа, алымығыҙ ҙа ауыр икән, арығанһығыҙҙыр, ау­ҙарығыҙ арбаға. Ауҙы алғараҡ аунат та, Арыҫлан ағай, арҡалан. Абысҡанда аттарҙы айыу аптыратҡан, ауылдарҙан аусыларҙы апармаҡсымын.
    Абдулла ағай атын ашыҡтыр­ҙы. Арыһаҡ та абына-абына арба артынан атланыҡ. Аҡтырнаҡ аттан да алда ашыҡты.
    Алдыбыҙҙа алыҫтарға армыттар артылыша, араһында Аҡ­һыйыр ағарып айырыла. Аҫ­тында – ауылыбыҙ. Алыҫ ҡына.

    Ш. ИҘРИСОВ,
    хеҙмәт ветераны.
    Иҫәнғол ауылы.
    авторы: admin | 26 января 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бер-береңә терәк булып йәшәүҙ ...
  • Ауырлыҡтар кешене сыныҡтыра
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Мәңге һүнмәҫ ялҡының
  • Ҡармаҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru