Ҡайҙа барһаң - бер ҡояш, эш эшләүҙә тиң һайлаш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Дайджест
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәжрибә уртаҡлашыусы Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылында йәшәүсе Зәмилә Ярмуллина бына инде 26 йыл һауынсы булып эшләй. Урта мәктәпте тамамлап, хеҙмәт юлын башлағандан һуң ул бер тапҡыр ғына эш урынын алмаштыра - уныһы ла кейәүгә сығып, Байыш ауылынан күрше Ишмөхәмәткә күсеү сәбәпле.
    «Яҡшы эшләгәнем өсөн тәжрибә уртаҡлашырға ебәрҙеләр», - тип мәрәкәләй ул үҙе был хаҡта. Баш баҫып үҙенең һыйырҙарын тәрбиәләүсе, яҡшы һауын һөҙөмтәләре күрһәтеүсе Зәмиләгә иң тәүҙә бүлексә рәйесе түгел, ә малсы Әкрәм ағай Йәрмөхәмәтов иғтибар итә. «Минең һыйырҙарҙы ошо килендән башҡа бер һауынсы ла һаумаясаҡ», - тип бригадирҙы факт алдына ҡуя ла, Зәмиләне етәкләп тигәндәй алып барып үҙенең базаһында эшкә ҡуша. Мал йәнле Әкрәм ағайҙың хаҡлы ялға сығыуына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Зәмилә иһә һаман да шул төркөмдә эшләй. Тырыш хеҙмәте совхоз етәкселеге тарафынан күп тапҡыр рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә. Һуңғы тапҡыр 2007 йылдың йомғаҡтары буйынса һәр һыйырҙан 3000 литрҙан ашыу һөт һауып алғаны өсөн Маҡтау грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә тырыш һауынсы.
    Эшендә генә түгел, шәхси тормошта ла ал бирмәй Зәмилә. Тормош иптәше Сынбулат менән береһенән-береһе тырыш, тыйнаҡ өс ҡыҙ, ике ул тәрбиәләй, кәртә-ҡура тултырып мал көтә, баҡса үҫтерә улар. Ауылдаштары Зәмиләне ипле һүҙе өсөн ярата, 80 йәшлек ҡәйнәһен үҙ әсәһендәй тәрбиәләгәне өсөн ихтирам итә.
    Бына шулай ике тиҫтә йылдан ашыу күршеләргә тәжрибә уртаҡлаша Зәмилә Ярмуллина!

    Илшат ҠАНСУРИН.
    Сибай ҡалаһы.
    авторы: админ | 3 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бәхет тәхете
  • Эш солтаны
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • «Беҙҙең ҡы(мы)ҙҙан ауыҙ итеге ...
  • «Һыйыр һауыу – ирҙәр эше түгел, тиһ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru