|
 |
|
 Петр Дранга – мөләйем һәм йәш «йондоҙ». Атаһы ла, әсәһе лә аккордеонсылар. Егеткә һөнәр һайлау тип баш ҡатырырға ла кәрәкмәгән. Әйткәндәй, уның ике апаһы – пианисткалар. Петрға 12 йәшендә тәүге уңыш йылмая: Мәскәүҙә һәм Италияла аккордеонсылар конкурсында лауреат була. Артабан уның тығыҙ ижад мәле башлана, конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, еңеүҙәр яулау менән бер рәттән, панк-рок стилендә йырлай. 16 йәшендә, йәғни 2000 йылда, Петр үҙен үҙ аллы итеп тоя һәм ата-әсәһенән айырым йәшәргә ниәтләй. Уҡыу, музыка менән шөғөлләнеүҙән тыш, аҡса еткерер өсөн кинотеатрҙа йыйыштырыусы булып эшләй. Тап шул эше егеттә эшҡыуарлыҡ һәләтен аса. |
|
|
|
Хәҙрәти Әбүбәкер Әс-Садиҡтың бер ғәҙәте булған. Ул артыҡ күп һүҙ һөйләүҙән һаҡланыу өсөн, теленең өҫтөнә таш ҡуйған, ти. ʺКөтмәгәндә телдән урынһыҙ һүҙ сыҡмаһынʺ, − тип әйтер булған һәм, теленә ишара итеп: ʺМине һәләк ҡылыр ошо телʺ, − тигән. Шик юҡ. Әҙәм балаһының хата үә ғәйептәренең күбеһе теленәндер. Ут утындарҙы ашап бөтөргән кеүек, хөсөт тә эшләнгән изгелектәрҙе, сауаптарҙы ашап бөтөрөр. Хөсөт − шифаһы табылмаған бер хөсөттөр. |
|
|
 |
ТӘБИҒӘТ ТӘРТИПЛЕЛӘРҘЕ ЯРАТА |
Мәғәриф |
|
Эсмә! Һыу түгел, әлбиттә, һүҙ спиртлы эсемлектәр тураһында бара. Эскән килеш әүҙем ял итеү бик ауырға төшәсәк. Ни өсөн икәнлеген яҙып тороу ҙа артыҡтыр, быны һәр кем аңлай. Походта спиртлы эсемлектәрҙе эсеүҙән тыйылып тороу шәхсән үҙегеҙҙең именлегегеҙ өсөн генә кәрәк. Артыңдан сүп-сар ҡалдырып йөрөмә! Тәртипһеҙ ҡыланыу бер кемде лә матурламай. Тағы ла шуныһы: арыйһың икән, башҡаларға был хаҡта хәбәр ит. Бер төркөмгә төрлө кеше йыйыла, әммә улар бер-береһен көтөп торорға, аңларға тейеш. Артыҡ шәбәйеп, һуңғы сиккә еткәнгә тиклем төркөм артынан йүгермәгеҙ. Аҙағы күңелһеҙ булмағайы. Тәмәке хаҡында айырым әйтке килә. |
|
|
|
Һыу инеү өсөн һайланған урын һеҙгә электән таныш булһа ла, унда бейектән ырғыр алдынан һыу ятҡылығының төбөн тикшереп сығығыҙ. Бер төн эсендә лә тулҡындарҙың йылға төбөнә бүрәнә йәки башҡа нәмәне килтереп ташлауы мөмкин. Һыу ятҡылыҡтарының төбө һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Йыйылған балсыҡ, тимер, ботаҡҡа барып төшөп муйыныңды йәки башҡа урынды һындырырға, иҫтән яҙырға, һәм Алла һаҡлаһын, үлергә лә мөмкин. |
|
|
 |
профсоюздары баланы ҡарау осорон оҙайтыу яҡлы |
Мәғәриф |
|
Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы бала ҡарауҙың пенсия стажына ингән осоро оҙайлылығын өс йылдан дүрт йыл ярымға тиклем арттырырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Республика профсоюздарының тәҡдимен Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы Генсоветының гендер сәйәсәте буйынса даими комиссияһы менән Дөйөм профсоюздар конфедерацияһының ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтсәндәрҙе яҡлау буйынса комиссияһының берлектәге ултырышында БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов еткерҙе. |
|
|
 |
Мәктәпкә әҙерләнеү күпмегә төшә? |
Мәғәриф |
|
Ҡалаларҙағы, район үҙәктәрендәге баҙарҙарҙа, сауҙа үҙәктәрендә мәктәпкә әҙерлеккә бағышланған махсус нөктәләр, мөйөштәр барлыҡҡа килә башланы. Улар ата-әсәләрҙе нимә менән һөйөндөрә ала һуң? Баш ҡаланың «Башҡортостан» сауҙа үҙәге мәктәп йәрминкәләренә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлә. Быйыл да икенсе ҡатта буйынан-буйына һуҙылған сауҙа нөктәләрендә мәктәп формалары, уҡыу кәрәк-яраҡтары, мәктәп йәшендәге балалар өсөн кейем-һалым, аяҡ кейемдәре тәҡдим итәләр. Ниндәйе генә юҡ, йәнең теләгәнен һайлап ал. Иң беренсе сиратта хаҡтары менән ҡыҙыҡһынам. Тик улар артыҡ һөйөндөрмәй. Мәҫәлән, 1-се синыфҡа уҡырға барыусы бала өсөн малайҙар костюмын 1900 – 2100 һум тора. Кем нисек уйлайҙыр, миңә ҡалһа, бәләкәй генә костюм өсөн шундай хаҡ булырға тейеш түгел. Малайҙар өсөн күлдәктәр 300 – 340 һум. Улыңды мәктәпкә тулыһынса әҙерләү өсөн галстугы ла, туфлийы ла кәрәк. Галстукты 70 – 90 һумға алырға була. Туфлиҙар иһә 800 һумдан башлана. |
|
|
 |
Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр мәктәп |
Мәғәриф |
|
 Әгәр театр кейем элгестән башланһа, мәктәп нимәнән башлана? Күрәһең, уҡыу йортоноң тупһаһынандыр – белем усағының ишеген асып инеү менән айырым бер серле лә, ылыҡтырғыс та, мауыҡтырғыс та донъяға барып эләгәһең. Хәйер, мәктәп һәр кем өсөн үҙенә генә хас тәьҫораттар менән бәйле «асыла»: берәүҙәрҙең күңелендә белем усағына һөйөү «Әлифба»нан ярала, икенселәрҙә – тәүге уҡытыусынан, өсөнсөләрҙә – аҡбур еҫе аңҡыған таҡталы бүлмәнән... Буранғол мәктәбенең туҡһан йыллыҡ юбилейын билдәләргә төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтар – элекке уҡыусылар, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, яҡты хәтирәләре менән бүлешеп, ошо хаҡта һөйләне. |
|
|
|
|
|