Йүнһеҙ әҙәм булғансы, юҡҡа сыҡҡан булһаңсы!

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Ҡарбуз күп!
  • Күсәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәғариф күгендә йондоҙҙар ҡабынды Мәғәриф
    Шәмбе көнө М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында «Йыл уҡытыусыһы – 2008» республика бәйгеһенең йомғаҡлау тантанаһы үтте.
    Быйыл уҡытыусыларҙың һөнәри конкурсы тағы ла киңерәк ҡолас алды. Йыл һайын үткәрелеп килгән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара һәм «Йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеләренән тыш, рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн айырым конкурс ойошторолдо. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһының исеме бер аҙна элек асыҡланһа, әле иһә уҡытыусылар йондоҙнамәһендә иң сағыу өс йондоҙҙоң исеме бөтә республикаға танылыу алды.
    Мәғариф министры Зиннәт Аллаяров конкурсанттарҙы һәм тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп: «Конкурс алдында торған маҡсаттарына иреште. Ул беҙгә «Хәҙерге заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?» тигән һорауға яуап табырға ярҙам итә. Бына улар беҙҙең алда – белемле, һәләтле, үҙ эшенең оҫталары булған, теорияны практикала ҡулланыусы, заман саҡырыуҙарына яуап биреүсе, алдынғы технологиялар менән эш итә белеүсе уҡытыусылар»,– тине.
    Бәйге бер аҙна дауам итте. Көсөргәнешле лә, сәмле лә, мауыҡтырғыс та конкурстарҙа 41 рус теле уҡытыусыһы, 33 татар теле белгесе һәм 55 төрлө фән уҡытыусыһы көс һынашты. Тәүге турҙа улар, ғәҙәттәгесә, баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтте, үҙ дәресенә анализ яһаны. Икенсе турға үтеүселәр педагогик концепцияларын яҡланы, уҡытыу-методик эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Конкурстың финалистары иһә коллегалары менән «Оҫталыҡ дәрестәре» үткәрҙе, лекция менән сығыш яһап, ораторлыҡ оҫталығын күрһәтте һәм «Дебаттар» тип аталған һынауҙа жюри ҡуйған проблемаларҙы хәл итте. Әлбиттә, һәр бәйгесе hынауҙарҙы төрлөсә ҡабул итә, берәүҙәргә таныш булмаған синыфта дәрес үткәреүе иң ауыры кеүек тойолһа, кемдәргәлер «Оҫталыҡ дәрестәре» үткәреү еңелдән булмаған. Шулай ҙа был ауырлыҡтар тиҙ үк онотола, бәйге матур һәм сағыу бер ваҡиға ғына булып иҫтә ҡала. Мәҫәлән, «Йәшлек һәм перспектива өсөн» номинацияһында еңеүсе иң йәш конкурсанттарҙың береһе, Өфө ҡалаһының 119-сы мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Динә Хәйруллина: «Миңә конкурс ныҡ оҡшаны, бик көслө уҡытыусылар килгән. Номинацияла еңеүемә бик шатмын. Киләсәктә мотлаҡ тағы ҡатнашасаҡмын, сөнки мин бик тынғыhыҙ кеше», – ти, бәйге хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
    Конкурста ҡатнашыусы һәр уҡытыусы күптән үҙҙәрен яратҡан һөнәренең оҫтаһы тип танытҡан һәм һәр береһе иң юғары баһаға лайыҡ. «Педагогик оҫталыҡ сәнғәте», «Тел – күңел шиғриәте», «Балаларға һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн» – барлығы унлаған номинация буйынса еңеүселәр билдәләнә. Номинанттарҙан һуң сәхнәгә финалистар күтәрелә. Беҙ күрергә ғәҙәтләнгән биш финалист урынына сәхнәгә 15 уҡытыусы сығып баҫты. Һәр конкурстың үҙ финалисы. Рус теле буйынса Елена Рабзина (Салауат ҡалаһы), Марина Степанова (Өфө), Ольга Волкова (Ейәнсура районы), Наталья Вышегородцева (Ишембай ҡалаһы), Ирек Fәлиев (Борай районы), татар теле буйынса Нәзимә Әхмәҙиева (Саҡмағош районы), Рита Ғимранова (Шаран районы), Лүзиә Фәттәхова (Бәләбәй), Фәриҙә Шафиҡова (Миәкә районы), Ынйы Шафиҡова (Йәрмәкәй районы), дөйөм фәндәр буйынса Светлана Юнысова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Тамара Новикова (Сибай ҡалаһы), Светлана Ермакова (Ишембай ҡалаһы), Нәилә Дилмөхәмәтова (Хәйбулла районы), Ғәлимә Йәнсуриналар (Өфө ҡалаһы) бәйгенең иң юғары баҫҡысына тиклем барып етеп, үҙҙәрен «иң-иң»дәр тип танытыуға өлгәшкән.
    Улар араһынан кемдәр һуң «Йыл уҡытыусыһы» тигән мәртәбәле исемде йөрөтәсәк? Еңеүселәрҙе иғлан итеү хоҡуғы БР Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешевҡа бирелә. Илдус Ғөбәйҙулла улы еңеүселәрҙе Башҡортостан Президенты исеменән тәбрикләп, быйылғы бәйгенең телдәргә баҫым яһап ойошторолоуының республикабыҙҙа алып барылған сәйәсәт һөҙөмтәһе булыуын билдәләп үтте. «Бөтә милләттәргә лә иғтибарлы булған Башҡортостан тәжрибәһе күп илдәргә өлгө булып тора», – тине ул, күптән түгел ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында республиканың презентацияһы үткән Францияны миҫалға килтереп.
    Шулай итеп, бына ул мәғариф күгендә иң сағыу йондоҙ булып балҡыясаҡ йондоҙҙар: Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбенән башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Светлана Юнысова, Ишембай ҡалаһының 12-се лицейынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Вышегородцева, Миәкә районы Оло Кәркәле урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Шафиҡова (һүрәттә).
    Әлбиттә, бындай мәртәбәле конкурста еңеү – уҡытыусы өсөн ҙур баһа. Кемдер быға өмөт итһә, берәүҙәр өсөн күктән төшкән көтөлмәгән бәхет кеүек ул. «Йыл уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булыусылар был хаҡта нимә уйлай һуң?
    Светлана Юнысова: «Еңеүемә hис ышанмағайным, сөнки әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа башланғыс синыф уҡытыусыһының «Йыл уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булғаны юҡ. Минең өсөн көтөлмәгән шатлыҡ, бәхет һәм шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ та. Конкурста ҡатнашыу – бер баҫҡысҡа күтәрелеү ул, сөнки бик күп алдынғы тәжрибәне өйрәнәһең, көслө уҡытыусылар менән танышаһың». «Уҡытыусы иң беренсе сиратта ниндәй сифатҡа эйә булырға тейеш?» – тигән һорауға ул: «Бала күңелен аңлай белергә тейеш», – тип яуап бирҙе. Әйткәндәй, «Йыл уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булыусы Светлана Юнысова һигеҙ йыл элек уҡытыусыларҙың республика бәйгеһендә ҡатнашып, номинацияла еңгән була.
    Наталья Вышегородцева: «Конкурс бик оҙаҡ хәтеремдә ҡалыр тип уйлайым. Бигерәк тә «Оҫталыҡ дәрестәре» оҡшаны. Бер-беребеҙ менән ныҡлап танышырға, дуҫлашырға, эш алымдарын өйрәнергә ярҙам итте ул. Ғөмүмән, конкурста ҡатнашырға кәрәк тип уйлайым. Сөнки ул үҙеңде тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә, бик күп көс, дәрт, илһам бирә, үҙең өсөн әллә күпме яңылыҡ, тәжрибә туплайһың».
    Фәриҙә Шафиҡова: «Бәләкәйҙән үк артист йә уҡытыусы булырға хыялландым. Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға ингәс, уҡытыусының ысын артист булырға тейешлеген аңланым. Бына шулай хыялдарымдың тормошҡа ашыуы менән бик бәхетлемен. Бөгөн иһә хеҙмәтемә бик ҙур баһа алдым, ошо бейеклектән төшмәҫкә кәрәк инде».
    Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
    Хәниф СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотоһы.
    авторы: Нур | 8 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Кем йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы булыр?
  • Заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?
  • Уҡытыусы иң оло хөрмәткә лайыҡ
  • Алдынғы уҡытыусылар бүләкләнде
  • УҠЫТЫУСЫ ҺӨНӘРЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БАҺА
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru