Етмеш ергә ҡул һуҙма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Кем аҡыллыраҡ
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Төклө аяғың менән, сабый Мәғәриф
    Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан «Башҡортостанстат»тан алынған мәғлүмәттәр күрhәтеүенсә, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтың дөйөм иҫәбендә балалар һәм үҫмерҙәрҙең һаны, Рәсәй күрһәткестәре менән сағыштырғанда, ҙурыраҡ өлөштө алып тора. Әлеге ваҡытта 15 йәшкә тиклемге балалар республика халҡының 18 процентын тәшкил итә, ә Рәсәйҙә был күрһәткес – 16 процент.
    Демографик күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең имен төбәктәренән һанала. Былтыр республикала 51,4 мең бала тыуған. Сағыштырыу өсөн: һуғыш йылдарынан һуң бала тыуыу буйынса иң түбән күрһәткес 1999 йылға тура килә – 41,4 мең. Беҙҙә 1000 кешегә 12,7 бәпес тыуһа, Рәсәй буйынса был һан – 11,3. Башҡортостан Республикаһы бала тыуыу буйынса 2007 йылда Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙең бөтә төбәктәре араһында 19-сы урында килде.
    «Башҡортостанстат» мәғлүмәттәре буйынса, 2008 йылдың ғинуар – март айҙарында республикала 13193 бала донъяға килгән. Был күрһәткес, былтырғы менән сағыштырғанда, 13,4 процентҡа күберәк. Бөтә ҡала округтарында ла балаларҙың йылдан-йыл күберәк тыуыуы күҙәтелә, республиканың 48 муниципаль районында ла күрһәткестәр юғары.
    2008 йылдың ғинуар – март айҙарында Өфөлә – 2989, Стәрлетамаҡта – 927, Нефтекамала – 433, Салауатта – 393, Октябрьскийҙа 316 бала тыуған.
    Республикала 1811 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй, мәктәптәр янында мәктәпкәсә белем биреү өсөн 72 төркөм төҙөлгән. Һуңғы йылда балалар баҡсаһына йөрөүсе сабыйҙарҙың һаны 3,2 меңгә артҡан, йыл башынан 152,3 мең бала балалар баҡсаhына йөрөй.
    Республикала 86 балалар поликлиникаһы һәм бүлексәhе һанала, уларҙа 1,9 мең педиатр эшләй. Дауаханаларҙа балалар өсөн 5,1 мең койка-урын билдәләнгән.
    Йәйге каникул мәлендә балаларҙы һауыҡтырыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙә йыл һайын 4 мең тирәһе һауыҡтырыу лагеры эшләй, унда 250 меңдән ашыу бала ял итә. Йәй мәлендә һәр икенсе бала ял итә, һаулығын нығыта. Лагерҙары һәм унда ял итеүселәренең һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында алдынғы урындарҙы биләй.
    авторы: Нур | 3 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республика балаларының һаулығын һаҡлау ө ...
  • Оло йәштәгеләр күберәк
  • МАЛАЙҘАР КҮБЕРӘК ТЫУА!
  • ӘСӘЛЕК капиталы артты
  • Бәпестәр тыуасаҡ әле – балалар баҡсаһы ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru