Дәрт - даръя, дарман - донъя.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • Әрме – 2008
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Сыңғыр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Киләсәккә – оло ышаныс менән Мәғәриф
    Бәләбәй ҡалаhындағы башҡорт гимназия-интернаты йәмле, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан.
    Был белем усағы тураhында тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн «Белем биреү учреждениеhының иң яҡшы директоры – 2007» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе башҡорт гимназияhы директоры, социология фәндәре кандидаты Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтовҡа бер нисә hорау менән мөжәрәғәт иттем.
    – Башҡорт гимназияhында уҡыу процесының үҙенсәлектәре нимәнән ғибәрәт?
    – Үҙенсәлеге шунда: ҡуйылған маҡсат балаларға милли тәрбиә биреү, уларҙы рухи яҡтан үҫтереү генә түгел, ә яңы алымдар, заманса технологиялар менән эш итеү ҙә. «Интеллект hәм хәтерҙе үҫтереү» (башланғыс синыфтар өсөн), «Компьютерҙа эш производствоhы» тигән өҫтәмә дәрестәр маҡсатҡа ярашлы үтә. Башланғыс синыфтар «Мәктәп – 2100» программаhы буйынса белем алhа, уртансылар математик-гуманитар синыфтарға бүленә. Өлкән синыфтарҙа уҡыу процесы ике йүнәлештә алып барыла: информатик-технологик hәм социаль-гуманитар. Был йүнәлештәр уҡыусыларға үҙе теләгәнсә дөрөҫ юлды hайлау мөмкинлеге бирә.
    Инглиз телен өйрәнеү даирәhе лә киңәйтелде. Хәҙер уҡыусылар сит телдәрҙе өйрәнеү кәрәклеген яҡшы аңлай. Инглиз телен белмәйенсә, компьютер техникаhында юғары махсус белем алып булмаясағы ла көн кеүек асыҡ. Бөгөн был фәнгә айырыуса иғтибар бирелә.
    – Өҫтәмә белем биреү йүнәлешендә тағы нимәләр эшләйhегеҙ?
    – Һәр уҡыусы йыл буйына ниндәй ҙә булhа шөғөл менән мауыға. Әйтергә кәрәк, гимназия-интернатта йылдан-йыл балалар hаны арта. Кесе, урта, өлкән йәштәге, төрлө үҫеш кимәлендәге hәм талантлы балаларҙы артабан үҫтереү, тәрбиәләү өсөн өҫтәмә белем биреү программалары ҡаралды. Әйткәндәй, өҫтәмә белем биреү бушлай.
    Балаларҙың ижади hәләтен үҫтереүҙә гимназиялағы түңәрәктәрҙең роле ҙур. Беҙҙә төрлө художестволы, ҡул эштәре, ижади түңәрәктәр, сәнғәт (баян, ҡурай, думбыра, милли фольклор, фортепиано, hынлы сәнғәт, йыр, бейеү h. б.) буйынса секциялар, дәрестән hуңғы курстар, спорт секциялары уңышлы ғына эшләй.
    – Ә балаларҙың уҡыу, йәшәү шарттары нисек?
    – Гимназияның яңы корпусы 2005 йылда асылhа, былтыр интернаттың 1-се корпусы файҙаланыуға тапшырылды, быйыл 2-се корпусы үҙ ишеген асырға тора. Әйтеп үтеүемсә, уҡыу бер сменала (төшкә тиклем) барhа, төштән hуң уҡыусылар үҙ теләктәре менән өҫтәмә белем ала. Һәр уҡыу кабинеты тейешенсә йыhазландырылған. Интернатта иhә балалар иркен, яҡты 2–3 кешелек бүлмәләрҙә йәшәй. Шулай уҡ ял итеү, өйгә эштәрҙе әҙерләү бүлмәләре бар. Түңәрәктәрҙең күп булыуы ла уҡыусыларҙы йәлеп итә. Балаларҙың hаулығын нығытыу өсөн стационар, теш дауалау кабинеттары уңышлы эшләй. Гимназиябыҙҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты hәм БР Фәндәр академияhының Механика институты менән бәйләнештә эксперименталь майҙансыҡ асылған. Уҡыусыларыбыҙ инглиз теленән халыҡ-ара имтихан тапшырып, сертификат алыуға өлгәшә h. б.
    Шуныhы ҡыуандыра: йылдан-йыл юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүсе уҡыусыларыбыҙ hаны арта.
    – Тимәк, балаларҙы бар яҡтан да үҫтереүҙе маҡсат итеп алғанhығыҙ. Был тәңгәлдә уңыштарығыҙ ҙа байтаҡ ҡыналыр?
    – Ҡаҙаныштарыбыҙ бар, әлбиттә. Халыҡ-ара фестивалдә, Бөтә Рәсәй hәм республика конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып, ҙур уңыштарға өлгәшеү – гимназиябыҙҙың юғары кимәлен күрhәтеүсе дәлил. Йыл hайын үткәрелгән уҡыу йорттары рейтингы йылдың иң яҡшы белем усаҡтарын hәм еңеүсеhен билдәләү мөмкинлеге бирә. Ҡыҫҡаhы, гимназиябыҙҙа «Белем биреү учреждениеhының иң яҡшы директоры – 2007» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеhе, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыhы, фән кандидаты бар, Мәғариф отличнигы исеменә, БР Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына эйә булған, башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика конкурсында ҙур еңеү яулаған алдынғы уҡытыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Һәр бер уҡытыусы алға, тик камиллыҡҡа ынтыла. Бөтә көсөн уҡыусыларҙың аңын, зиhенен, ижади hәләтен үҫтереүгә бирә.
    – Балаларҙың түҙемhеҙлек менән көтөп алған йәйге каникулы башланды. Был юҫыҡта ниндәй эштәр башҡарыла?
    – Йәйге каникул осоронда уҡыусыларҙың ялын ойоштороу хәстәрлеген дә күрәбеҙ. Һәр төркөмдөң етәксеhе бар. Төрлө саралар, кисәләр уҙғарыла. Гимназияны төҙөкләндереү, йыhазландырыу, тирә-яғын таҙартыу, кластарҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү алғы планда тора.
    Гимназияла туҡланыу селтәрен hаҡлап ҡалдыҡ, бөтә уҡыусыларыбыҙ ҙа йылы аш ашау мөмкинлегенә эйә. Балаларға экологик тәрбиә биреү яғын да ҡарайбыҙ. Уларҙың алған белемдәре ғәмәли эш менән нығытыла. Үҫеш дауамлылығы барыбыҙҙың да эшен еңеләйтә, күңелде күтәрә, бәхетле киләсәк өсөн ышаныс тыуа.
    – Теләктәрегеҙ?
    – Беҙҙә уҡыусыларҙың барыhына ла уңыштар ғына, көс йыйып, яңы уҡыу йылына имен-аман аяҡ баҫыуҙарын теләйем. Үҙебеҙҙең яҡты, йыhазландырылған гимназия-интернатыбыҙға талантлы балаларҙы уҡырға саҡырабыҙ. Ҡабул итеү комиссияhы сәғәт 9-ҙан алып 15 сәғәткә тиклем эшләй, ял көндәре – шәмбе, йәкшәмбе. Рәхим итегеҙ!
    Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
    авторы: Нур | 24 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Районыбыҙ ғорурлығы
  • Яңы уҡыу йылын – яңы белем усағында
  • Төп маҡсатыбыҙ – лайыҡлы киләсәк т| ...
  • Оло еңеүҙәр көтә уларҙы
  • Белем биреү шарттары яҡшыра
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru