Булдыҡһыҙ балтанан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Буласаҡ әҙиптәр байрамы Мәғәриф
    Fафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернатында оло байрам – «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеhе үтте. Етенсе йыл рәттән был сараны танылған шағирә, Башҡортостан Республикаhының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, яҡташтары Гөлнур Яҡупова уҙғара. Уҡыусы балаларҙың ижадын анализлап, уларға йомғаҡ яhап, бәйгелә еңеүселәргә үҙенең шәхси фондынан аҡсалата премиялар тапшыра.
    Район кимәлендә үткән был осрашыу балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә берҙәй ҡыуаныслы ваҡиға булды.
    – Тәүге йылдарҙа «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеhендә ҡатнашыусыларҙы бармаҡ менән генә hанарлыҡ булhа, хәҙер уларҙың сафы артҡандан-арта. Быйыл район буйынса ике йөҙҙән ашыу бала ҡатнашты был сарала, – тине район хакимиәте башлығының социаль-мәҙәни мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнур Сәфәрғолова.
    «Иң йәш ижадсы» номинацияhында Ҡормантау hәм Бурлы мәктәптәренән 2-се синыф уҡыусылары Юлиә Юлбарисова менән Лилиә Хәлилова «Аҡбуҙат» журналының Почет грамотаhы hәм махсус бүләгенә лайыҡ булды.
    «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеhенең төп ойоштороусылары – райондың мәғариф бүлеге, «Табын» район гәзите. Улар ҙа йәш ижадсыларға дәртләндереү бүләктәрен әҙерләгән.
    Һөҙөмтәлә 3-сө урын – Имәндәш мәктәбенән Алина Әбүзәроваға, 2-се урын Сәйетбаба урта мәктәбенән Рөстәм Мәжитовҡа бирелде, ә 1-се урынды ошо уҡ мәктәптән Айнур Рәхмәтуллин яуланы.
    Балалар үҙҙәренең шиғыр яҙыуға маhирлығын күрhәтте. Аралашыу шатлығынан улар, әйтерhең, күҙ алдында бер башҡа үҫеп киткәндәй тойолдо.
    Быйыл «Ағиҙел» журналы ла үҙенең махсус призын булдырҙы. Проза әҫәре буйынса еңеүсе балаға – «Йәш прозаик»ҡа махсус бүләге hәм Әмир Әминевтың автографлы проза йыйынтығы Сәйетбабанан Илназ Әхмәтйәновҡа тапшырылды. Илназ «Ағиҙел» журналының Почет грамотаhына ла лайыҡ булды.
    Һәр балала ижадсы йәшәй. «Өмөтлө ҡәләм» иhә икhеҙ-сикhеҙ фантазия илендә осор өсөн ҡанат ҡуя. Тап ошо бәйгелә ҡатнашҡан балалар араhында, бәлки, буласаҡ шағир-шағирәләр, яҙыусылар үҫеп киләлер. Хәйер, бәйгенең маҡсаты, Гөлнур Яҡупова әйткәнсә, hәр ҡәләм тибрәтеүсенең шағир булып китеүендә түгел, ә уның күңелендәге матурлыҡты тойоу hәләтенең юғалмауында. Киләсәктә ниндәй генә hөнәр hайлаhа ла, бала күңелендә урғылған ижад шишмәhе бер ваҡытта ла ҡоромаhын ине.
    Зөбәржәт ЯҠУПОВА.
    Fафури районы.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тыүған илен данлап йырланы
  • Байрам өҫтөнә байрам
  • Йәрмәкәйгә –ярҙамға
  • Белем биреү шарттары яҡшыра
  • Милләт-ара татыулыҡҡа өлөш индергәнд ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru