Дәртең булмаһа, дарманың булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Металл һәм таш
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Тырнаҡтарҙы ҡасан киҫергә?
  • Хорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ауырлыҡтар сыныҡтыра ғына» Мәғәриф
    Минеңсә, бөгөнгө егеттәр hәм ҡыҙҙар бик тырыш, белемгә ынтылыусан һәм алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән. Шундай йәштәрҙең береһе – Сибай педагогия колледжының 5-се курсын тамамлаусы Ринат Йәнбәков. Сығышы менән ул Баймаҡ районының Темәс ауылынан. 20 йәшлек егет үҙ эшен асҡан – евроремонт менән шөғөлләнә.
    «Ремонт эшләү теләге миндә ошо хаҡта китаптар уҡығас тыуҙы. Тәүге эшем – ваннаны махсус эмаль менән буяп ҡарау булды. Әлбиттә, беренсе тапҡырҙан уҡ килеп сыҡманы, ләкин бер нисә ҡабат эшләп ҡарағас, буяу технологияһына төшөндөм. Ошолай итеп, эшем башланып китте. Унан белгестәр табып, йыуыныу бүлмәһенең стеналарына плитә һалыу серҙәренә өйрәндем. Заказ биреүселәр күбәйгәс, бер нисә кешене эшкә саҡырҙым. Бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа ҡарар иттем, тиҙҙән өй эсенә тулыһынса ремонт эшләй башланыҡ. Эшебеҙҙә ижади һәләтебеҙҙе, журналдар һәм Интернет селтәрен ҡулланабыҙ. Шулай уҡ колледждың технология бүлегендә уҡыуым да булышлыҡ итә. Әлеге көндә Өфө ҡалаһында – 2, Сибай һәм Магнитогорск ҡалаларында берәр эшсе бригадаларым уңышлы эш алып бара», – тип фекере менән уртаҡлашты Ринат.
    Киләсәктә егет асыҡ акционерҙар йәмғиәте асырға иҫәп тота. Булдырыр, быға һис шигем юҡ. «Йәштәр ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаһын. Тырышһаң, бөтәһе лә килеп сыға. Тәүге һынауҙа уҡ башлаған эштәренә ҡул һелтәмәһендәр», – тигән теләктәрен дә еткерҙе ул.
    Айһылыу ШӘЙХИСЛАМОВА.
    Сибай ҡалаһы.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ундайҙарҙарҙы, ҡулы алтын, тиҙәр...
  • Көслөләр еңде
  • Сорғот Сибайға яҡыная
  • Ғүмер бер генә! Ҡәҙерен беләйек!
  • Сибай хәбәрҙәре
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru