Ата алмаған атынан күрер, ҡайта килеп, ҡатынынан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Йәнлектәр донъяһында
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уҡытыусылар ҡор йыйҙы Мәғәриф
    Баш ҡала

    Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт hарайында баш ҡала уҡытыусыларының август кәңәшмәhе үтте. Унда ете район уҡытыусылары менән аралашырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, уның урынбаҫары Сынтимер Баязитов, БР Фәндәр академияһы президенты Айрат Шаммазов килде.
    Бөгөн ҡалала алты мәктәп ремонтлана, мәктәптәрҙе тейешле хәлгә килтереү өсөн 175 миллион һум аҡса бүленгән. Мәғариф өсөн ҡала бюджетының 30 проценты сарыф ителә, шул иҫәптән ҡалала йорт төҙөлә, уҡытыусыларға һәм табиптарға унан 116 фатир бүленә. Павел Рюрикович әйтеүенсә, бюджет өлкәһе өсөн йыл һайын берәр йорт һалынасаҡ.
    Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин үҙ сығышында белем биреү сифатына ҙур иғтибар бүлде. Ҡала буйынса, дөйөм алғанда, ул юғары кимәлдә. Әммә ҡайһы бер уҡыу йорттарында «4»-кә һәм «5»-кә өлгәшеүсе уҡыусылар һаны 50 проценттан да түбән, был бигерәк тә киске мәктәптәргә ҡағыла.
    Азамат Сәйет улы билдәләүенсә, ҡаланың 83 мәғариф учреждениеһында йән башына ҡарап финанслау өсөн уҡыусылар һаны етерлек, шуға күрә финанслау артасаҡ, ә 76 учреждениела хәлдәр бик үк һәйбәт түгел. Кадрҙар менән проблемаларҙы хәл итеү өсөн 85 уҡытыусыны «ҡыҫҡартырға» тура киләсәк, әммә улар эштән ебәрелмәйәсәк, ә өҫтәмә белем биреү учреждениеларына күсереләсәк. Шуны ла әйтергә кәрәк: ҡалала 1200-ҙән ашыу пенсия йәшендәге уҡытыусы эшләй, улар дөйөм педагогтарҙың 16 процентын тәшкил итә. Коллективтарҙы «йәшәртеү» еңел бармай, йәш белгестәр эшкә урынлашҡанда «подъемный»ҙар түләнә. Былтыр вузды тамамлаусы 149 йәш белгес эшкә урынлашҡан.
    Уҡыусыларҙың һаулығы – иғтибар үҙәгендә. 95 процент бала уҡыған ерендә туҡлана. «Мәктәп hөтө» программаһына 28 миллион һум бүленгән, 35 мең уҡыусы даими рәүештә һөт эсә.
    М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин вуз ғалимдарының уҡытыусылар менән даими хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне. Ул шулай уҡ «инновацион бум»дан һаҡ булырға кәңәш итте. Эксперименттар менән эш итеп, тәжрибәгә таянмаһаҡ, белем биреү кимәле төшөүе ихтимал, тине ул.
    Өфө ҡалаһы ҡала округы советы рәйесе урынбаҫары Ольга Одинокова «Баш ҡала мәғарифы – 2010», «Балалар-үҫмерҙәр спорты үҫеше» маҡсатлы программалары, юл-транспорт йәрәхәттәрен булдырмау, үҫмерҙәр енәйәтен профилактикалау эштәре тураhында һөйләне. Унан тыш, район депутаттары мәктәп кәрәк-яраҡтарына үҙ аҡсаларын бүлә. Йыл һайын етемдәр мәктәп кәрәк-ярағы менән, торлаҡ менән тәьмин ителә.
    Илдус Ғөбәйҙулла улы үҙ сығышында мәғариф стандарттары, төбәк компоненты, йән башына ҡарап финанслау, берҙәм имтихандар хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ, бала имтиханды нисек бирергә теләй, шулай тапшырырға тейеш, шуға күрә тест йәки билеттар менән эш итеү – уның ҡарамағында, тине.
    Кәңәшмә һуңында миллион һумлыҡ грантҡа конкурста еңеп сыҡҡан мәктәп директорҙарына дипломдар тапшырылды.

    Төбәктәр

    Август кәңәшмәләре төбәктәрҙә лә дауам итә. Кисә 23 районда белем биреүселәр йылға йомғаҡ яһаны, пландар ҡорҙо.
    1 сентябрь алдынан республикала 49 мәғариф объекты сафҡа инә. Баҡалы районының Яңы Илек ауылында 80 урынлыҡ, Бөрйән районының Аҫҡар ауылында 108 урынлыҡ мәктәп, Хәйбулла районының 2-се Аҡъяр мәктәбендә 400 балаға тәғәйенләнгән төкәтмә ишектәрен аса. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында 70 урынлыҡ «Йәйғор» балалар баҡсаһы реконструкцияланһа, Дәүләкән ҡалаһында 8-се «Ладушки» балалар баҡсаһына төкәтмә сафҡа инә. Бынан тыш, республикала ғаилә, шәхси балалар баҡсаларын, гувернерлыҡты һәм башҡа төрлө мәктәпкәсә тәрбиә биреү формаларын әүҙем үҫтереү мәсьәләләре ҡарала.

    Л. СИТДИҠОВА.
    авторы: Нур | 26 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бөтәһе лә балалар өсөн
  • Баш ҡалала мәғарифҡа иғтибар ҙур
  • Мәктәптәр төҙөлә: тырышып уҡ ...
  • МӘКТӘП БУЛҺА, АУЫЛ ЙӘШӘР!
  • Милли проект уңышлы тормошҡа ашырыла
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru