Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Тормош күренештәре
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Бәхетле инәй
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Алдынғы уҡытыусылар бүләкләнде Мәғәриф
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы һәм уның сиктәрендә үткәрелгән «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстары лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Президенты премияларын биреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
    Башҡортостан Президенты премиялары йылдың иң яҡшы уҡытыусыларына юғары педагогик оҫталыҡ, шәхесте бөтә яҡлап үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырған, уҡытыу-тәрбиә эшенә заманса белем биреү технологияларын индергән өсөн бирелә.
    Бойороҡҡа ярашлы, премиялар түбәндәгеләргә бирелде:
    «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2009» төбәк-ара конкурсы лауреаттары: конкурста еңеүсе Өфө ҡалаһы 141-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Мөхәмәтйәноваға. Конкурс финалсылары – Мәсетле районының Х. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Гөлсөм Абдрахмановаға, Сибай ҡалаһының 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Байегетоваға, Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Эльвера Ҡунафинаға һәм Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Гөлсәсәк Яҡшығоловаға.
    «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2009» конкурсы лауреаттары: конкурстың еңеүсеһе Стәрлетамаҡ ҡалаһы 26-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Елена Кузьминаға. Конкурста финалға сығыусы – 1-се Архангел урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика һәм информатика уҡытыусыһы Мансур Ғәбитовҡа, Борай районының 2-се Борай гимназияһының физика һәм информатика уҡытыусыһы Сулпан Ғәлиеваға, Ишембай ҡалаһының 16-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы Зөлфиә Ниғмәтуллинаға һәм Хәйбулла районының 2-се Аҡъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гүзәл Садиҡоваға.
    «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2009» конкурсы лауреаттары: еңеүсеһе Благовещен ҡалаһының А. Першин исемендәге 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Сазоноваға. Конкурста финалға сығыусы – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы Елена Мельниковаға, Өфө ҡалаһының 112-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Наталья Перфиловаға, Йылайыр районының Бирҙәш урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Антонида Трушковаға һәм Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Ольга Щеклееваға.
    «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2009» конкурсы лауреаттары: конкурстың еңеүсеһе Ағиҙел ҡалаһының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Әҙибә Хажиеваға. Финалға сығыусылар – Федоровка районының Ҡораласыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Сөмбөл Абдуллинаға, Ауырғазы районының Солтанморат урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Әминә Әлимбәковаға, Йәрмәкәй районының Һыуыҡкүл урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рәмзилә Гәрәеваға һәм Өфө ҡалаһының 126-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфиә Миңләхмәтоваға.
    БР Президентының матбуғат хеҙмәте.
    авторы: Нур | 30 апреля 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Съездың әһәмиәте нимәлә?
  • «Йыл уҡытыусыһы» – 3-сө гимназиянан
  • Бәйгенең татлы йомғаҡтары
  • УҠЫТЫУСЫ ҺӨНӘРЕНӘ ЛАЙЫҠЛЫ БАҺА
  • Уҡытыусыларға – яңы премиялар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru