Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Күсәр
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Айырылышыуҙың сәбәптәре төрлө шул...
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һуңғы ҡыңғырау һағыш өҫтәй саҡ ҡына... Мәғәриф
    Һуңғы ҡыңғырау тантаналары нисек үтә? Эйе, ғәҙәттә, бер үк сценарий буйынса: сығарылыш уҡыусыларының «иң-иң»дәрен атайҙар, 11-се синыф балалары белем-тәрбиә биргән уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәт әйтә, мәктәпте тамамлаусыларға әллә күпме изге теләк яңғырай, һуңғы мәктәп вальсы, күҙ йәштәре, тулҡынланыуҙар... Әбйәлил районының Буранғол урта мәктәбендә лә шулай моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла башланып китте Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы. Быйыл ун беренсене һигеҙ уҡыусы тамамлай. Алдағы йылдарҙан күпкә аҙ булһалар ҙа, мәктәп директоры Ринат Моратовтың әйтеүенсә, Зифа Әбүшаһманова етәкләгән синыф, һәр сарала, конкурс-олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, мәктәп тормошонда яҡты эҙ ҡалдыра. Мәҫәлән, уҡыу буйынса Наилә Мөхәммәтова, Зәлиә Әхмәтова, Гүзәл Ғәбитова, Әлиә Абдрахманова, спорттан Азат Бикбулатов, Айсилә Ямалова алдынғылыҡты бирмәй, һәр саҡ мәктәп данын яҡлап килгән Зәлиә Вәлиева, Илнур Батталовҡа ла уҡытыусыларҙың бер үпкә-шелтә һүҙе юҡ.
    Бына сығарылыш уҡыусыларының һәр береһенә атап шиғырҙар яңғыраны, саҡырылған ҡунаҡтар Марс Фәйзуллин, Резеда Суфиянова, Фуат Мәхмүтов уларға тормошта үҙ урынын табып, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы гел яҡшы хәбәрҙәр менән генә ҡыуандырып тороуын теләне, уҡытыусылар Луиза Манапова, Роза Ғәбитова уларҙың бала сағын иҫтәренә төшөрҙө, Рәзилә Әхмәтова, Бәширә Усманованың да теләк һүҙҙәре йөрәккә үтте. Сәстәренә аҡ таҫма үргән ҡыҙҙарҙың күҙҙәре йәшкә сыланды – улар ошо мәлдә, әйтерһең дә, бала саҡ менән хушлашты. Хәйер, был, ысынлап та, шулай. Тиҙҙән, имтихандар тапшырғас, өлгөргәнлек аттестатын ҡулдарына алып, улар өлкәндәр тормошона аяҡ баҫасаҡ, һәм мәктәп тормошо йылдан-йыл алыҫлашасаҡ. Нисек һағышланмайһың инде?!
    Тик беҙ тоғро дуҫтарыбыҙға оҙаҡ моңһоуланырға форсат бирмәҫкә булдыҡ һәм тантана барышына өр-яңы биҙәктәр өҫтәп ебәрҙек. Буранғолдар бит гәзитебеҙ иғлан иткән конкурстарҙа 2000 йылдан алып ихлас ҡатнаша. «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» акцияһына ла дәррәү ҡушылғас, уларға иҫтәлеккә махсус бүләк – күркәм сәй сервизын ғына тапшырып, эш бөттө, тимәйенсә, күстәнәскә йыр-бейеүҙәр ҙә килтергәйнек. «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсының «Өмөт» номинацияһында еңеүсе, Учалы филармонияһы артисы Айнур Туҡтаевтың тамашасылар алдында йыр һуҙып ебәреүе булды – барыһы ла «аһ» итте. Артисты телевизорҙан күреү, радионан ишетеү – бер, ә үҙеңдән ике-өс кенә аҙымдан уны күреп-ишетеү – бөтөнләй онотолмаҫлыҡ ваҡиға бит ул! Дан итеп, бар күңелен һалып йырлаған йырсының сығышы кескәйҙәргә лә, ололарға ла бик оҡшаны, фотоаппараты булған һәр кем Айнурҙы иҫтәлеккә төшөрөргә ашыҡты.
    Былай ҙа тулышып торған хис-тойғоларҙы айырата ҡуҙғытып ебәргән Айнур Туҡтаев матур йырҙар башҡарғандан һуң дилбегәне Байым ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәт-кәрҙәренә тапшырҙы. «Шатлыҡ» бейеү ансамбле етәксеһе Римма Таһироваға рәхмәт, ул, алдан килешелгәнсә, тантанаға Әб-йәлилдә танылыу яулап өлгөргән Марс Сәйетғәлин, Вәлит Мөхәмәтғәлин һәм Рәзил Абдрахманов менән килде. Һәләтле егеттәр гәзитебеҙгә хәтәр шәп реклама яһаны: бер-береһенән талап-теләнселәп тигәндәй «Йәшлек»те уҡыған өс әбей хаҡындағы күңелле бейеүҙе барыһы ла һындары ҡатҡансы көлөп ҡараны. Шул мәлдә: «Мотлаҡ «Йәшлек»кә яҙылырға кәрәк!» – тип уйлағандар ҙа булғандыр әле, моғайын. Вәлиттең эскелекте хурлаған шиғыры ла, Марс менән Рәзилдең йырҙары ла буранғолдарҙың күңеленә хуш килде – алҡыштарҙан түбә һелкенеп торҙо хатта.
    Юғары бейеклектәргә ынтылып йәшәгән Буранғол мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылар коллективы «Йәшлек»тең күстә-нәсенән ифрат ҡәнәғәт ҡалды, һәм дуҫлығыбыҙ тағы ла нығынғандай тойолдо. Дуҫтарыбыҙ рәтендә Айнур Туҡтаев, Римма Таһирова, Марс Сәйетғәлин, Вәлит Мөхәмәтғәлин һәм Рәзил Абдрахманов кеүек дәртле, ихлас, һәләтле кешеләрҙең булыуы ла ныҡ һөйөндөрҙө (улар хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ). Шуға ла мәҡәләмде, артабан да шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡ бүлешәйек, бергә ҡалайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар, тип тамамлайым – татыулыҡҡа, берҙәмлеккә ни етә?!
    Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
    авторы: Нур | 26 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йырла, башҡорт, йырыңды...
  • Был осрашыу һуңғыһы түгел
  • Килдеғолға ҡояш килтерҙек
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә ...
  • Һуңғы ҡыңғырау тантанаһын «Й| ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru