Йән биргәнгә йүн биргән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Тантана
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Килдеғолға ҡояш килтерҙек Мәғәриф
    йәки Ысын дуҫлыҡҡа тәбиғәт тә һөйөндө
    Республикабыҙҙың Бөрйән районы үҙенең һоҡланғыс, хозур тәбиғәте менән бар донъяға билдәле булһа, ундағы халыҡтың ысын мәғәнәһендә башҡорт рухлы, телле һәм мәҙәниәтле булыуын, моғайын, бик күптәр белеп тә бөтмәйҙер. Тик ошо мөһабәт урман-тауҙар ҡуйынында һүҙ менән генә аңлатып бөтмәҫлек ихлас, изге күңелле, кешелекле һәм кеселекле кешеләр йәшәй. Гәзитебеҙҙең Бөтә мәктәп менән – Йәшлеккә! конкурсында еңеү яулаған Килдеғол төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларын Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ҡотларға барғанда шуға инандыҡ. Йәштәр яратып тыңлаған популяр йырсылар МС Баш менән Анжелика ла беҙҙең сәфәргә ихлас ҡушылды.
    Таң менән юлға сыҡһаҡ та, төш мәлендә генә Килдеғолға килеп төштөк. Бөрйәндең тәбиғәте үҙенсәлекле булған кеүек, көн дә болотло, һалҡын ине. Юлдан күренеүенсә, ямғыр ҙа яуып үткән икән. Килеп тә еттек, болоттарҙы йырып, ҡояш та йылмайҙы. Йәшлектәр беҙгә ҡояш килтерҙе, – тип, шатланып ҡаршы алды беҙҙе килдеғолдар.
    Уҡыусылар шау-гөр килеп артистар янында мәж килгәндә, мәктәп директоры Инсур Үтәбаев менән әңгәмәләшә һалдыҡ. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын 2001 йылда тамамлаған йәш егетте йүнәлтмә буйынса Килдеғол мәктәбенә директор итеп ебәрәләр.
    – Мәктәбебеҙ коллективы бик татыу. Былтыр оптималләштереү һөҙөмтәһендә белем усағыбыҙ 9 йыллыҡҡа ҡалдырылды. Шунлыҡтан бөгөн беҙҙә 14 уҡытыусы ҡалды. Бөтәһе 76 уҡыусы иҫәпләнә, – тип башланы һүҙен Инсур Рәмил улы. – Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡытыусылар һәм уҡыусыларҙың 2008 – 2009 уҡыу йылында яулаған уңыштары һанап бөтөрлөк түгел. Барлыҡ фәндәрҙән тиерлек район олимпиадаларында һынатмайҙар, спорт йәһәтенән дә алдынғылыҡты бирмәйҙәр.
    Яуланған уңыштарҙың исемлеге менән танышып сыҡҡас, ысынлап та, барыһын да телгә алып бөтөрлөк түгеллегенә инандыҡ. 8-се синыф уҡыусыһы Раушания Исҡужина ниндәй генә еңеүҙәргә өлгәшмәгән: шахмат турнирында 2-се урын, башҡорт теленән олимпиадала 3-сө урын, Мөхтәр Сәғитов исемендәге шиғыр конкурсында 2-се урын, тормош һабаҡтары фәненән олимпиадала 1-се урын... Әйткәндәй, уҡыусылар Инеш ижади түңәрәгендә шиғыр яҙырға өйрәнә. Уның етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Үтәбаева ҙур маҡтауға лайыҡ. Гәзитебеҙгә арнап ниндәй генә шиғыр ижад итмәгән улар, хатта айырым стенд эшләп, мәктәп коридорына буйынан-буйына элеп тә ҡуйғандар. 5-се синыфтан Шайморат Ҡорманғоловтың:
    Башҡортостан дәүләтендә
    Сыға бер гәзит – Йәшлек.
    Әсәйемдәр ҡат-ҡат уҡый,
    Иҫкә төшә, тип, йәшлек, –
    тигән, Әлфинә Әйүпованың:
    Дуҫым менән алдырабыҙ
    Йәшлек тигән гәзитте.
    Уҡый, уҡый ятлап бөттөк,
    Асып ҡарап һәр битте, –
    тигән шиғырҙарын уҡып, нисек һөйөнмәйһең инде.

    Шуны ла билдәләү шарт: Килдеғол мәктәбе коллективы 2008 – 2009 уҡыу йылына әҙерлек буйынса район мәктәптәре араһында 2-се урынды яулаған. Ана бит, үҙ эштәренә нисек яуаплы ҡарай улар. Мәктәп эше менән генә сикләнмәйенсә, ауылдағы бөтә сараларҙы ла ойоштороусы булып торалар. Ауыл халҡы менән волейбол, теннис, шахмат буйынса турнирҙар үткән, «Күңелле старттар» ойошторолған. Һүҙ ыңғайы шуны әйтергә кәрәк, Бөрйәндәге иң йәш коллективты етәкләгән директорҙы бергә эшләгән коллегалары, һәр беребеҙгә шәхси өлгө күрһәтеүсе бына тигән ойоштороусы, тип маҡтап телгә алды. Ысынлап та, Инсур Рәмил улы һәр эштә башлап йөрөй, башҡаларҙы үҙе артынан эйәртә. Быға асыҡ дәлил – ул районда үткән йыл уҡытыусыһы конкурсында былтыр информатика буйынса гран-при яулаған.
    – Йәштәр өсөн спорт залыбыҙ йыл әйләнәһенә асыҡ. Башта бик уйнамай инеләр, бөгөн иһә ауыл йәштәренән биш волейбол командаһы төҙөүгә өлгәштек, – Инсур Рәмил улы мәктәп менән таныштырыуҙы дауам итте. – Уҡытыусыларҙың береһен дә айырып телгә алып булмай, барыһы ла тырышып эшләй, һәр береһе үҙ эшен белә. Быйыл мәктәбебеҙҙең матди-техник базаһын да бер аҙ байыттыҡ: теннис өҫтәле һәм башҡа спорт инвентарҙары, бағыусыларыбыҙ ярҙамы менән егерме мат алдыҡ. Шәхси эшҡыуарҙар Кәрим Исҡужин, Айҙар менән Айнур Билаловтар, Гөлсинә Ҡунафина беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп тора.
    Йәшлеккә яҙылыуҙа ла урындағы эшҡыуарҙар ситтә ҡалмаған. Гәзитебеҙгә яҙылырға мөмкинлеге булмаған 15 ғаиләгә улар ике-өс көнлөк ваҡытлыса эш тәҡдим иткән, мәктәпкә утын әҙерләүҙә ярҙам итеүселәрҙе Инсур Рәмил улы үҙе Йәшлекле иткән.
    – Иғлан иткән конкурсығыҙ гәзиткә яҙылыуға ҡыҙыҡһыныу уятһа, был йәһәттән эште ойошторғанда беҙ уҡыусыларҙы рухи яҡтан тәрбиәләүҙе, уларҙа республика баҫмаларына ҡарата һөйөү уятыуҙы, ижади һәләттәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тоттоҡ, – Инсур Рәмил улы менән нисек һоҡланмайһың инде. – Ауылда 109 хужалыҡ, тимәк, шуларҙың 80 проценты Йәшлекте алдыра.
    Әбделмәмбәт ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәриҙә Ҡорбанғолова ла ун биш йыл мәктәптә географиянан уҡытҡан.
    – Үҙ эшемде бик яратып башҡарам, әммә мәктәбем һағындыра. Шуға ла белем усағынан сыҡҡан да юҡ тиерлек. Беҙҙең мәктәп ауыл халҡы өсөн хеҙмәт итә, – тине ул. – Биләмә буйынса әйткәндә, беҙҙә йәш ғаиләләр күп, бына тигән итеп, балалар үҫтереп, заман ауырлыҡтарына бирешмәй донъя көтә улар. Эшһеҙ, аҙып-туҙып йөрөгәндәр юҡ. Килдеғолда биш пилорама эшләй, һәр ғаилә мал тота. Халыҡтың йәшәйеше менән маҡтана алабыҙ.
    Быйыл Килдеғол төп дөйөм белем биреү мәктәбен һигеҙ уҡыусы тамамлай. Оло тормош юлына аяҡ баҫҡан биш егет һәм өс ҡыҙға ата-әсәләре һәм уҡытыусылар ғына түгел, Йәшлек гәзите хәҙмәткәрҙәре алып килгән йырсылар Заһит Ҡунафин (МС Баш) менән Анжелика Якусева ла дәртле, йырлы һәм моңло теләктәрен еткерҙе. Хәйер, килдеғолдар гәзитебеҙгә яҙылып, үҙҙәренә үҙҙәре байрам яһаны бит. Йәшлектең иһә вәғәҙәһен үтәмәй ҡалғаны юҡ.
    Ауыл халҡының, йәштәрҙең һәм уҡыусыларҙың һорауы буйынса кисен мәҙәниәт йортонда осрашыу ҙа үткәрҙек. Заһит бар ҡыҙҙарҙы үҙенә ғашиҡ иттерһә, егеттәр Анжеликанан күҙен алманы. Әйткәндәй, МС Баш барыһын да баш ҡаланың Книжка күңел асыу үҙәгендә 28 майҙа үтәсәк сираттағы концертына ла саҡырҙы. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзитебеҙҙе һөйөүсе дуҫтарыбыҙ араһында викторина үткәреп, иң отҡорҙарҙы төҫлө календарҙар менән бүләкләнек.
    Килдеғол мәктәбенең быйылғы сығарылыш уҡыусыларының күңелдәрендә Һуңғы ҡыңғырау байрамы ысын мәғәнәһендә матур бер иҫтәлек булып оҙаҡ һаҡланыр...
    Беҙ ҡунаҡсыл, ихлас килдеғолдар менән хушлашып, ҡайтырға сыҡҡанда күк йөҙөндә бер генә болот та юҡ, ул салт аяҙ ине. Ысын дуҫлыҡҡа тәбиғәт тә һөйөндө, буғай.

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    авторы: Нур | 26 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Евровидениеға бер аҙым
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Таймаҫтар акцияға ғына ҡарап тормай
  • Алтын көҙҙә үткән шиғриәт м ...
  • Мәктәп йөҙө – туғыҙынсылар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru