Булыр ир алты йәшендә башмын, тир, булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен, тир.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күңел һуҡыр булһа, һүҙ – көсһөҙ Мәғәриф
    Күңел һуҡыр булһа, һүҙ – көсһөҙДәүләттең белем биреү системаһындағы мәсьәләләргә йәнә һәм йәнә әйләнеп ҡайтыуы ниндәйҙер өмөттәр уятҡандай. Әммә мәктәпкә ҡағылғанда ла һүҙҙе тәрбиә тураһында түгел, ә аҡса тирәһендә ҡуйыртыу кәйефте ҡыра. Аҡсаһыҙ, әлбиттә, донъя һанһыҙ. Ләкин беҙҙең йәмғиәттә «аҡса» менән «намыҫ» тигән төшөнсәләр йәнәшә тора алмай. Шуға иң яҡшы мәктәпкә – 1 миллион һум, ә өлгөлө уҡытыусыға 100 мең һум күләмендә премиялар тапшырыу барыбер һағайта.
    Реформа тип аталған өйөрмәләрҙән ҡаҡҡылана-һуҡҡылана, сираттағы уҡыу йылы бара. «Белем биреү» тигән һүҙбәйләнеш хәҙер, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, телдән төшмәй. Быға «инновацион белем биреү», «профилле уҡытыу» һымағыраҡ төшөнсәләр ҙә өҫтәлеп китте. Йәнә лә, мөғәллимгә хеҙмәт хаҡын түләү өсөн, балаларҙы, мал ише, башлап һанауға күстек. Ябайлаштырып әйткәндә, балаларға яңыса мәғлүмәт биреү, уларҙы ниндәйҙер йүнәлештә кәрәкле һөнәргә уҡытыуҙы аңлаталыр инде былары. Һәр хәлдә, «белем биреү»гә элегерәк һалынған мәғәнә һаҡланған, тип уйлау хата булыр ине. Мәҫәлән, элекке Педагогия фәндәре академияһы бөгөн Белем биреү академияһы тип атала. Ҡоро, һалҡын һәм мәғәнәһе билдәһеҙ. Уның ҡарауы, мәктәпте тәрбиә биреү, шәхесте формалаштырыу өсөн яуаплылыҡ бурыстарынан азат итергә маташыу асыҡ төҫмөрләнә. Мин инде яратыу, мәрхәмәтлелек, эскерһеҙ тойғолар хаҡында әйтеп тә тормайым. Был кешелеклелек шарттары белем биреүҙе камиллаштырыу кеүегерәк ялған тезис менән алмаштырыла. Шул уҡ ваҡытта ысын белем сығанаҡтары ҡыҫҡара, ҡорой, ниндәйҙер икенсе бер ҡиммәттәр менән алмаштырыла бара. Күпселек мәктәптәрҙә иң мөһим нәмә – әхлаҡлылыҡ, зауыҡ төшөнсәләре юғала. Көслө педагогик коллективтар, айырым уҡы­тыусылар ошо емергес процесҡа ҡаршы тора, уны туҡтатырға тырыша. Әммә оло үртте иртәнге ысыҡ ҡына һүндерә алмай. Әхлаҡлылыҡ һәм әхлаҡи тәрбиә тураһында уй­ланғанда беҙ тәбиғи рәүештә бөйөк рус гуманисы Дмитрий Лихачевты хәтергә төшөрәбеҙ. Ул беҙгә шундай васыят ҡалдырған: «Әхлаҡи йәһәттән һин бөгөн үлергә те­йешһең кеүек йәшәргә, ә үҙеңде үлемһеҙ хис итеп эшләргә кәрәк».
    Ғөмүмән, тормошта, айырыу­са педагогикала, Лихачев әхлаҡи ҡиммәттәрҙе туҡтауһыҙ эҙләүҙе, шул ҡиммәттәргә таянып йәшәүҙе төп урынға ҡуйған. Хәйер, рус әҙәбиәте классиктарының – Пушкин, Толстой, Чехов, башҡорт әҙәбиәтенең – Аҡмулла, Ғафури, Мостай, татар әҙәбиәтенең Туҡай, Ибраһимов, Иҫәнбай традициялары гуманлылыҡ һәм юғары әхлаҡ менән көслө.
    «Белинскийҙың хаттарында, – тип хәтерләгән Дмитрий Сергеевич, – шундай фекер бар: йүнһеҙҙәр һәйбәт кешеләрҙән шуға өҫтөн сыға, сөнки улар һәйбәт кешеләр менән йүнһеҙҙәр кеүек мөғәмәлә итә, ә һәйбәт кешеләр йүнһеҙҙәр менән һәйбәт кешеләрсә мөғәмәлә итә». Һүҙ уйнатыу фекерҙе бер аҙ ҡатмарландырһа ла, уның эске мәғәнәһе бик тәрән.
    Белем биреү һәм шәхесте тәрбиәләү мәсьәләһенә әйләнеп ҡайт­ҡанда, беҙ дөйөм декларациялар менән ғәмәлдәге хәл араһындағы бушлыҡтың киңәйә барыуына шаһитбыҙ. Әгәр балалар телгә өлкәндәр кеүек оҫта булһа: «Хаҡлыҡ ҡайҙа, дөрөҫлөк нимәлә, ҡайҙа барырға, нимәгә ынтылырға, нимә хаҡына йәшәргә?» – тип һөрән һалыр ине. Тик яуап булыр инеме икән?
    Мәғариф өлкәһендә эшләүсе чиновниктарҙан йәки белемде туҡтауһыҙ «үҫтереүсе һәм камиллаштырыусы» ғалим­дарҙан яуап көтөп ала алмаған хәлдә лә, уларға юғарыла әйтелгән классиктар һәм Лихачев яуап биргән. Балаға уҡыу, белеү генә етмәй, бәлки, мөғәллим, ата-әсәләр ярҙамында быға инаныу, ышанысты әсә фатихаһы рәүешендә ҡабул итерлек дәрәжәлә нығытыу кәрәк. Далалағы ҡылған, ел ҡайҙан иҫһә, шуға ҡарап эйелә. Бала, үҫмер егет ҡорона еткәндә аҡсаның тилерткес йоғонтоһона бирелмәһен, һыра ҡолона әйләнмәһен, үлтерерлек ғәйбәттәрҙән, өлкәндәрҙең ике йөҙлөлөгөнән азат булһын. Был – бер булһа, мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Уҡытыусы үҙе хәҙер ниндәйерәк? Донъяның көндәлек мәшәҡәттәре, фәҡирлек, идеалдар һәм ҡиммәттәрҙең селпәрәмә килеүе, телевидение һәм «әҙәбиәт»тәге әшәкелектәргә ҡаршы тиңһеҙ көрәш, йәмғиәттең уға ҡарата ғәҙел булмаған һәм тәкәббер мөнәсәбәте уларҙы һындырманымы? Әгәр мөғәллим үҙ ҡиблаһынан тайпылһа, шәкерттәренә нисек ярҙам итә ала?
    Ошо урында уҡытыусылар тураһында айырым әйтергә тейешмен. Мин – һуғыш осоро балаһы һәм кескенә йөрәгем менән уҡы­тыусының изге булмышын, уның Хоҙай тарафынан билдәләнгән вазифаһын аңлай алдым. Мөғәллимдәр һәм уҡытыусы хеҙмәте хаҡында байтаҡ ҡына яҙҙым да шикелле. Әммә күп уҡытыусыларым араһынан мин икеһен ысын мәғәнәһендә изге тип һанайым. Береһе мине урамда йөрөгән ерҙән етәкләп тиерлек мәктәпкә алып килһә, икенсеһе рус телен өҫтән-мөҫтән генә һуҡалаған үҫмерҙе университетҡа инергә әҙерләне. Әширәф Мостафа улы Хәмзин менән Роза Мотаһар ҡыҙы Сәйфиева, икеһе лә РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары булған өсөн генә түгел, бәлки бала йәнле оло педагогтар булған өсөн дә мәңгелек рәхмәткә лайыҡ кешеләр. Роза апай мине үҙ аҡсаһына аҫрап, оҙаҡ ваҡыт имтиханға әҙерләне, кистәрен китап уҡыны, киноға эйәртеп йөрөтөр ине, ғөмүмән, бар булмышы менән кешелеклелек, инсафлылыҡ өлгөһө күрһәтте.
    Мөғәллимдәрем – дөйөм алғанда, уҡытыусылар символы булырлыҡ кешеләр. Улар беҙҙе, уҡый-яҙа белергә өйрәтеүҙән тыш, ғилемле итергә тырышты. Тәрбиәләп кенә ҡалмай, уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе тормошта ҡурсалап та барҙы. Һуңғыһын беҙ үҫә төшкәс кенә белдек.
    Лихачев: «Белемлелекте зыялылыҡ менән бутарға ярамай. Белемлелек элекке багаж менән йәшәй, зыялылыҡ иһә яңылыҡҡа таяна», – тигән. Замандар үҙгәрә, зыялылыҡ хәҙер кәрәк түгел, киреһенсә, тормошҡа аяҡ баҫыусы балаларға, мәҙәниәт һәм әҙәплелектән бигерәк, терһәк менән эшләй белеү мөһимерәк, тиеүселәр булыр. Улар менән ризалашмай ҙа сара юҡ. Әммә, терһәк менән юл ярып һәм ниндәйҙер мөлкәт туплап, фекерләй белә торған шәхес, иртәме-һуңмы, матди тормошо менән генә ҡәнәғәтләнә алмай.
    Уҡытыусы менән яҙыусы – ғәмәлдә яҡын төшөнсәләр. Үҙ тәғәйенләнештәренә тоғро ҡалған хәлдә, улар үҫеп килеүсе кешегә үҙ-үҙен һәм тирә-яҡтағы донъяны аңларға ярҙам итә, уны хаҡлыҡ юлына илтә. Үкенескә күрә, ялған хәҡиҡәткә лә юл асыҡ, тоғролоҡ менән ялғанлыҡ тыуҙырған елдәр, балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә аҙаштыра. Гуманитар фәндәр буйынса сәләмәт программалар булмаған саҡта уҡыусыларын мәңгелек әхлаҡи ҡиммәттәр менән уҡытыусынан бүтән кем бүләкләй ала?
    Шул уҡ ваҡытта белем биреү системаһында, реформа һылтауы менән, әлеге ҡиммәттәрҙе лә инҡар итеү процесы бара. Ә мәктәп өндәшмәй. Мәктәп хәҙер, ғөмүмән, өн-тынһыҙ. Тормоштан һәм реаль педагогиканан алыҫ торған идеялар башлыса юғарынан төшөрөлә. Тәжрибәле уҡытыусылар ризаһыҙлыҡ белдергән була, үҙ-ара зарланыша, тотош мәктәп иһә – ләм-мим. Һеҙ Мәскәү телеканалдарынан тәрбиә проблемаларына ар­налған тапшырыуҙарҙы ҡарағанығыҙ бармы? Әллә уларҙы беренсе каналдан барған «Мәктәп» телесериалы алмаштырҙымы? Новатор-уҡытыу­сылар ҡайҙа? «Йыл уҡы­тыусыһы» тигән шоу-конкурстарҙың, ғөмүмән, уҡытыу-тәрбиә эшенә йоғонтоһо ни дәрәжәлә? Педагогияның эстрада менән ни уртаҡлығы бар? Яңыса фекерләүсе уҡытыусылар әллә ҡалманымы? Әллә улар йәмғиәткә кәрәкмәйме?
    Бына ни хәтлем һорауҙар... Дәүләттең белем биреү системаһындағы мәсьәләләргә йәнә һәм йәнә әйләнеп ҡайтыуы ниндәйҙер өмөттәр уятҡандай. Әммә мәктәпкә ҡағылғанда ла һүҙҙе тәрбиә тураһында түгел, ә аҡса тирәһендә ҡуйыртыу кәйефте ҡыра. Аҡсаһыҙ, әлбиттә, донъя һанһыҙ. Ләкин беҙҙең йәмғиәттә «аҡса» менән «намыҫ» тигән төшөнсәләр йәнәшә тора алмай. Шуға иң яҡшы мәктәпкә – 1 миллион һум, ә өлгөлө уҡытыусыға 100 мең һум күләмендә премиялар тапшырыу барыбер һағайта. Һуңғыһы педагогия коллективтарында бер төрлө генә ҡабул ителмәй. «Белем биреү» тигән дөйөм дәүләт проекты, беҙҙең ҡарашҡа, аҡса менән тамамланырға, ә мәктәптең абруйын күтәреү менән башланырға тейеш ине. Дмитрий Лихачев: «Кешене кеше иткән – мәктәп, уға һөнәр биргән – вуз!» – тигән. Ошо хәҡиҡәтте иҫәпкә алып, мәктәптә оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән уҡытыусыларҙы дәүләттең иң юғары ордендары менән бүләкләү ғәҙәтен тергеҙергә ине.
    «Рәсәй Федерацияһының атҡа­ҙанған уҡытыусыһы» тигән исем янына «Рәсәйҙең халыҡ уҡы­тыусыһы» йәки «Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы» тигәндәре лә өҫтәлһә, насар булыр инеме ни?! Хәҙер республикала, һәр ҡала һәм районда төрлө премиялар күбәйҙе. Ниңә шул ваҡытта уҡытыусыны ла иҫәпкә алмаҫҡа? Тимәк, был мәсьәләлә лә әхлаҡ алда йөрөргә тейеш.
    Балалар изге хәтерле, халҡының һәм иленең үткәненә хөрмәтле һәм рәхмәтле булып үҫһен. Тарихты көн аралаш яңыртып яҙыу һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе алмаштырыу юғары мәҙәниәтлек билдәһе түгел. Хәтер һәм хәтерләй белеү – кешенең иң күркәм сифаттарының береһе. Шуға күрә мәктәпкә «Ысын кеше тураһындағы повесть», «Йәш гвардия», «Ике капитан», «Ҡорос нисек сыныҡты?», «Тимур һәм уның командаһы» кеүек әҫәрҙәрҙе ҡайтарырға кәрәк. Беҙ шул тормошто үтмәнекме лә, шул яҙмышты кисермәнекме ни?
    Ә аҡсаға килгәндә... Һүҙҙе йәнә Лихачевҡа һылтанып тамамлағы килә. Ул яҙмаларында шағир Игорь Шкляревскийҙың әйткәндәрен хәтергә төшөрә: «Миңә барыһын да бир: мин байыраҡ булмам. Барыһын да ал: мин ярлыланмам».
    Фекерләй белгән кешегә был һүҙҙәр күп нәмә тураһында һөйләй.

    Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.
    авторы: admin | 1 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Уҡытыусы менән табиптан һәр саҡ ҡаy ...
  • Уҡытыусы иң оло хөрмәткә лайыҡ
  • Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙ ...
  • Бәйгенең татлы йомғаҡтары
  • Уҡытыуҙа яңыса ҡараш
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru