Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уйна әле, аккордеоныңда Мәғәриф
    Уйна әле, аккордеоныңдаПетр Дранга – мөләйем һәм йәш «йондоҙ». Атаһы ла, әсәһе лә аккордеонсылар. Егеткә һөнәр һайлау тип баш ҡатырырға ла кәрәкмәгән. Әйткәндәй, уның ике апаһы – пианисткалар. Петрға 12 йәшендә тәүге уңыш йылмая: Мәскәүҙә һәм Италияла аккордеонсылар конкурсында лауреат була. Артабан уның тығыҙ ижад мәле башлана, конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, еңеүҙәр яулау менән бер рәттән, панк-рок стилендә йырлай. 16 йәшендә, йәғни 2000 йылда, Петр үҙен үҙ аллы итеп тоя һәм ата-әсәһенән айырым йәшәргә ниәтләй. Уҡыу, музыка менән шөғөлләнеүҙән тыш, аҡса еткерер өсөн кинотеатрҙа йыйыштырыусы булып эшләй. Тап шул эше егеттә эшҡыуарлыҡ һәләтен аса. Кинотеатрҙа бысраҡ аквариум була. Петр уны таҙартыуҙа бер нәмә лә аңламаһа ла, директорға был эште башҡарасағын әйтә. Аквариумдар тураһында яҙылған китап һатып алып, йәш музыкант яңы шөғөлөнә «сума». Балыҡтар «йорто»н таҙартып ҡына ҡалмай ул, ә төрлөсә биҙәй. Артабан унда ҡомар уянып китә һәм үҙе һатыуға балыҡ, диңгеҙ сусҡалары, йыландар, хатта крокодилдар үрсетеүгә тотона. Бер нисә йылдан Петр бассейндар, быуалар төҙөй башлай. Уның махсус бригадаһы ла барлыҡҡа килә. Тик заказ биреүселәр егетте йыш ҡына алдай, аҡса түләмәй. Шул арҡала Петр был шөғөлөнән ваз кисә, музыка менән генә йәшәй башлай.
    Үҙен тыңлаусылар күплеген белгәс, һәр сығышынан ҙур ҡәнәғәтлек кисерә. Әлеге лә баяғы аҡса тирәләй ҡатмарлыҡтар булмаһын тип, ресторанда, «Торра» тигән төркөмдә уйнай, эш эҙләп, Төньяҡ Кавказға ла барып сыға. Бында бер ресторан хужаһы менән танышып, әҙерәк аҡса йыйғас, Мәскәүгә ҡайтып, шәхси студияһын аса. Училищены тамамлап, Гнесиндар исемендәге академияға инә, эстрада артистары, хатта сит илдекеләр менән дә хеҙмәттәшлек итә. 23 йәшендә тәүге дискын сығара, альбомын да «23» тип атаған.
    Бер һүҙ менән әйткәндә, Петр бөгөн уңышлы кеше. Уны яратып «кеше-аккордеон» тип йөрөтәләр. Тик егет шәхси тормошо хаҡында һөйләргә теләмәй. Уның буйҙаҡ икәнен генә беләбеҙ. Дранга порноиндустрияға, әхлаҡһыҙлыҡҡа кире ҡарашта. Романтик. Ҡапыл ғына уйлап, ял итергә китә ала. Төндә йылғаға сумырға йә ҡырға сығып йүгерергә, бала сағын иҫләп, фермаға барып яңы һөт эсергә лә мөмкин. Ә күп ваҡыт аккордеоны менән сәхнәлә сығыш яһай. Уның уйнағанын «Рәсәй» каналындағы «Көлөргә мөмкин» («Смеяться разрешается») тапшырыуында ҡарап та кинәнә тамашасы.
    авторы: admin | 11 ноября 2011 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Cерҙәшем дә, моңдашым да – БАЯН»
  • Күп яҡлы шәхес
  • Сталиндың тиран булғанын оноторға ярамай
  • Бәлә ағас башынан йөрөмәй
  • Һеҙ һорағайнығыҙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru