Күтәрә белмәгән күп күтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Көслөнөкө түгел, белемленеке замана» Мәғәриф
    Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге үҙенсә матур, үҙенсә данлыҡлы. Күгәрсен районы ошо йәмле төбәктәр араһында айырым урынды биләй. Күгәрсен тиһәң, күҙ алдына бәрәкәтле ергә ереккән ябай, ихлас кешеләр, боронғолар аманатын бөгөнгө быуынға еткереүсе ил инәләре, ир намыҫы – ил намыҫы, тип йәшәүсе ил ағалары, илһөйәр, телһөйәр йәштәр күҙ алдына баҫа. Ошонда тыуып үҫеп, ошо изге тупраҡта тәпәй баҫҡандар бер-береһенә ылығып бара, ҡыуанысын да, хәсрәт-хәстәрҙәрен дә бүлешә.

    Былтыр декабрь аҙағында баш ҡалала төпләнгән яҡташтар һәм белем эстәү маҡсаты менән Өфөгә юлланған йәштәр өсөн «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы күркәм осрашыу уҙғарҙы.

    Кисәне асып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Венир Аҙнағолов залда йыйылыусыларҙы республикала эшләгән йәштәр программалары менән таныштырҙы, студенттарҙы күберәк мәғлүмәт тупларға, аралашып йәшәргә, белемле булырға саҡырҙы.

    Башҡорт дәүләт университеты профессоры Марат Зәйнуллиндың да йәштәргә әйтер теләктәре күп ине. «Яҡындары тураһында хәстәрлек күргән һәм яҡшылыҡ эшләгән кешене генә ысын мәҙәниәтле тип әйтеп була, бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп, аралашып йәшәргә ынтылығыҙ», – тине ул сығышында.

    Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында районда үткән сараларға йомғаҡ яһаны.

    Ысынлап та, ғорурланыр һәм үрнәк алыр өсөн сәбәптәр байтаҡ. Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире Руслан Әхмәров белдереүенсә, йәштәрҙе туплау һәм әүҙемләштереү маҡсатында һөҙөмтәле саралар башҡарыла. Яңы ғына конкурс һөҙөмтәһендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы 2-се саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһына Рәсәй ауыл йәштәре берлегенең Күгәрсен бүлексәһе етәксеһе Диана Әбсәләмова һайланды.

    Сығыштар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Билдәле йырсы Ғәзим Ильясов һәм уның төркөмө «Күгәрсенем – ғәзиз ергенәм» исемле йыры менән яҡташтарын тәбрикләне.

    Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Заһир Вәлитов, БР-ҙың халыҡ артисы Хәмит Ижболдин, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Ирада Фазлаева һәм Руслан Хәйсәров менән берлектә йәш таланттар Раян Хөснуллин, Урал Байбулатов, Шәфҡәт Ованезов, Гөлдәр Булатова һәм башҡалар сығыш яһаны. Кисә студенттар өсөн дискотека менән тамамланды. Ҡунаҡтарға «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһының эмблемаһы тапшырылды.
    Артабан аралашыр, кәңәшләшер өсөн мөмкинлектәр киңәйеүен дә билдәләп үтке килә. Яңы идеялар, теләктәр менән мөрәжәғәт итеүселәр өсөн Күгәрсен районының рәсми сайтында (www.Kugarchirb.ru) «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһының махсус бите лә бар. Бында ойошманың һәр юғары уҡыу йортондағы вәкиленең, шулай уҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре бүлегенең бәйләнеш телефондары күрһәтелгән.

    Хәҙер замананың көслөнөкө түгел, белемленеке, мәғлүмәтленеке булыуында бер кемдең дә шиге юҡ, тип әйтер инем. Шуға ла күберәк белергә, аралашырға, кәрәк ваҡытта бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышайыҡ, тигән фекер менән таралышты Күгәрсен районы вәкилдәре.

    Сәмиғә ҒАФАРОВА.
    Өфө ҡалаһы.
    авторы: admin | 4 декабря 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙ – ауылды үҫтереүселәр
  • «Беҙ йәш яҡташтарыбыҙҙың киләс ...
  • Ғафуриҙар йәнә осраша
  • Көслөнөкө түгел, белемленеке замана
  • Иғтибар!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru