Арҡауын атһаң, буйын алырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Комендант сәғәте» ата-әсәләрҙең «кеҫә»һен йоҡартасаҡ Мәғәриф
    БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина бел­дереүенсә, 17 йәше тулмаған үҫмерҙең «комендант сәғәте»ндә (төнгө 22-нән алып таңғы 6-ға тиклем) йәмәғәт урындарында йөрөүе ата-әсәһе өсөн ҙур күләмдәге штрафҡа әйләнәсәк. Был хаҡта бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуғын яҡ­лау буйынса Республика комиссияһының Хөкүмәт йортонда үткән ултырышында әйтелгән.
    – Үҫмерҙәр өсөн «комендант сәғәте» бер йыл элек индерелеүенә ҡарамаҫтан, эске эштәр органдары статистикаһы күрһәтеүенсә, ата-әсәләрҙең күп­селеге, шул иҫәптән балалар үҙҙәре лә быны белмәй, – ти вице-премьер.
    Бөгөнгә тиклем ҡанунды боҙоусылар тик иҫкәртеүҙәр менән генә ҡотол­ған. Хәҙер бындай осраҡтарҙа ата-әсәләргә матди яҡтан «көс төшәсәк». Ҡанунға БР Президенты Рөстәм Хәмитов 23 июндә ҡул ҡуйған. Комиссияның маҡсаты – ошо мәғлүмәтте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ата-әсәләргә, үҫмерҙәргә еткереү. Ошо юҫыҡта БР Мәғариф, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Мәҙәниәт министрлыҡтарына, эске эштәр органдарына, муниципаль хакимиәттәргә күрһәтмәләр бирелгән.
    Комиссия ултырышында ҡатнаш­ҡан БР буйынса Эске эштәр министрлығының Участка полицейскийы эшмәкәрлеге һәм бәлиғ булмағандар бүлексәләрен ойоштороу идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнүз Сол­танов билдәләүенсә, Башҡор­тостанда төндә балаларға ҡарата хоҡуҡ боҙоусылар­ҙың һаны түбәнәйгән. Йыл башында енәйәттәр 4,9 процентҡа кәмеһә, шул иҫәптән йәмәғәт урындарында 25,4 процентҡа әҙәйгән.
    Наркотиктар әйләнеше лә ҡурҡыныс проблема булып тора. Иҫәптә торған наркомандар һаны йыл һайын үҫә.
    Проблемаларҙы хәл итеү өсөн һаулыҡты һәм киләсәк быуынды һаҡлау, балаларыбыҙҙың тормошо хаҡында уйланыу мотлаҡ икәнен ата-әсәләр һәр саҡ иҫендә тотһон ине.

    Эльмира ИШЕМОВА,
    БДУ студенты.
    авторы: admin | 28 мая 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Комендант сәғәте» балаларҙы хәстәрл&# ...
  • Башҡортостан балаларының һаулығын ҡайғы ...
  • Балаларға юл хәрәкәте хәүефһе ...
  • Үҫмерҙәр енәйәтселегенә ҡар ...
  • Кем булыр?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru