Ғәйрәт иткән тау ярыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Берҙәмлектә – көс
  • Һынамыш
  • Йондознамэ
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • БЕРӘҮҘӘР БАЛ БИРӘ, ИКЕНСЕЛӘР – БАЛЛ Мәғәриф
    Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте (“Рособрнадзор”) илебеҙҙең 14 субъектындағы берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен шик аҫтына ҡуйған. Проблема шунда – был төбәктәрҙә имтихандарҙа максималь 100 балды йыйыу­сылар күп. Улар араһында Башҡортостан да бар.

    Беҙҙә берҙәм дәүләт имтихандарын биргәндә юғары балл йыйыусылар ярайһы ғына икән. 2009 йылда республика уҡыусылары араһында 54 кеше иң юғары балл йыйғас, бик күп һорау тыуғайны. Максималь балл туплаусыларҙың кем икәнлеген ныҡлап тикшерҙеләр: улар нисек уҡыған, олимпиадаларҙа ҡатнашҡанмы-юҡмы? Ошо ҡаты тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәһе булыпмы, нисектер, өс йыл буйы беҙҙә отличниктар 25 – 27 самаһы ғына кеше булды. Быйыл уларҙың һаны тағы 51-гә еткән.
    “Берҙәм дәүләт имтиханы” тип аталған, уҡыусыларҙы һәм улар­ҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы 11 синыф буйына дер ҡалтыратҡан был һынау минең кеүек ситтән ҡараусыларға әллә ни аңлашылып бөтмәгән ҡыҙыҡ ҡына күренеш инде ул. Иң аптыратҡаны шул – уҡыусылар юғары балл йыйҙымы, уларҙың аҡыл кимәленә ышанмайынса, тикшерә башлайҙар. Ул тиклем юғары балды йыя алыу була торған хәл түгел, тигән кеүегерәк килеп сыға. Улай булғас, бер кемдең дә теше үтмәҫтәй имтихандарҙы нишләп бирҙертәләр икән һуң? Уҡыусы­ларҙан шундай көсөргәнешле, артабанғы яҙмышы хәл ителгән ваҡытта артыҡ намыҫлы булыуҙы талап итеү ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Интер­нетҡа килеп ингән имтихан эштәре менән файҙаланмау, мөмкинлек булып та, телефондар йәки башҡа ҡорамалдар ярҙамында юғарыраҡ балл йыйырға тырышмау өсөн ниндәй кеше булырға кәрәктер – белмәйем. Халыҡ, урлаған бер ғәйепле, урлатҡан мең ғәйепле, тип юҡҡа әйтмәгән. Шуға ла хәйлә ярҙамындамы, белеме менәнме юғары балл йыя алыусыларҙы аҙаҡтан ҡайта-ҡайта тикшергәнсе, алдан уҡ имтихандар­ҙы камил итеп ойоштороу бөгөнгө көндә әллә ни ҡыйын булмаған эштер ул.

    Ғүмер буйы бирелгән нәмә ул – имтихан

    Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар үҙҙәре, уҡытыусылары һәм, әлбиттә, ата-әсәләре ошо кампания барышында бер туҡтауһыҙ әйләнеп торған тәгәрмәс араһына эләккән тейенгә оҡшай башлай. Эй, йүгерәләр, эй, ҡайғыралар, аптырашалар, хатта ауырышып та китәләр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ни өсөн бик күп кешенең берҙәм дәүләт имтиханына ҡарата кире фекерҙә булыуын аңлауы ауырыраҡ. Сығарылыш уҡыу­сылары өсөн имтихандар һәр ваҡыт булды һәм буласаҡ. Әйтерһең, быға тиклем мәктәпте тамамлаусылар аттестатты рәхәт кенә алған да, артабанғы уҡыу йорттарына инеп киткән. Имтихан­дарҙы әлеге формала бирҙең ни, элеккесә бирҙең ни − әҙерләнергә, тырышырға кәрәк. Сығарылыш уҡыусылары элек шундай уҡ көсөргәнеш менән артабанғы уҡыу йорттарына инеү өсөн имтихандар бирә ине, хәҙер балалар был эштән азат. Быға тиклем айырыуса тынғыһыҙ ата-әсәләр, балаларҙы уҡырға индереү өсөн ярҙам итмәҫме икән тип, вуздарҙан уҡытыусылар эҙләй ине, хәҙер − мәктәптәрҙән. Айырма шунда.
    Берҙәм дәүләт имтихандарын биреүселәр ҙә алдан күсереп, ярҙам һорап буласаҡмы-юҡмы икәнлеген белә алмай. Шуға ла хәҙерге сығарылыш уҡыусылары ла имтихандар­ға, репетиторҙар яллап, тырышып уҡып әҙерләнә.


    Әле нөктә ҡуйылмаған

    Берҙәм дәүләт имтихандарын биргән ваҡытта кеҫә телефондары һәм башҡа аппараттарҙы ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Ләкин кеҫә телефондарын ҡулланып, артабан эштәрен интернетҡа һалыусылар быйыл айырыуса күп булған. Әбйәлил, Бишбүләк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Кушна­ренко, Мишкә, Салауат, Стәрлебаш, Өфө, Шаран райондары һәм Өфө, Күмертау ҡалаларында ҡайһы бер уҡыусыларға ҡағиҙә боҙғаны өсөн протоколдар төҙөлгән. Был материалдарҙы интернет селтәренә сығар­ған өсөн граждандарға 3 – 5 мең һум күләмендә штраф һалыуҙары ихтимал. Вазифалы кешеләр өсөн штраф күләме 20 – 40 мең һум тәшкил итә. Әлбиттә, иң ҡурҡынысы – аттестатһыҙ ҡалыу. Әлеге факттар буйынса материалдар мировой судьяларға тапшырылған, улар 10 июл­гә тиклем ниндәй ҙә булһа ҡарар сығарырға тейеш. Телефон менән тотолған егет һәм ҡыҙҙар был хәл менән һис риза түгел, үҙҙәре лә судҡа мөрәжәғәт итеүселәр бар. “Барыһы ла ҡулланды, беҙҙе генә күреп ҡалдылар”, − тип әсенә улар. Хәҙер барыһы ла ҡулланғанмы-юҡмы икәнлеген иҫбат итеп булмай инде. Ләкин был балалар бик йәл.

    Башҡортостан – химиктар иле

    Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәтте эшкәртеүсе төбәк үҙәге хеҙмәткәрҙәре дөйөм этапҡа ингән һуңғы берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрен еткерһә лә, имтихандар буйынса фекер алышыуҙар, проблемалар һаман тынмай әле. Иң һуңғы булып уҡыусылар география менән рус әҙәбиәте фәнен тапшыр­ҙы. Был фәндәрҙе һайлаусылар күп түгел, йыл һайын шулай. Әҙәбиәтте тапшырыусылар араһында 100 балл туплай алыусылар бөтөнләй булмаһа ла, географияны бик яҡшы белеүселәр – 19 кеше. Улар төрлө район һәм ҡалаларҙан, араларында ябай ауыл мәктәбен тамамлаусылар ҙа бар. Тик шулай ҙа, иң күп балл йыйҙым, тип рәхәтләнеп кенә ултырырмын тимә – 100 балл туплаусыларҙың эшен “Рособрнадзор” ҡайтанан тикшерә, тип ҡурҡалар.
    Быйыл физика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын Башҡортостанда 7672 уҡыусы тапшырған. Былтыр был фән буйынса билдәләнгән уртаса балл 50,7 булһа, быйыл ул 59,5-кә тиклем күтәрелгән. Сығарылыш уҡыусылары араһында физиканы камил белеүселәр юҡ – 100 балды берәү ҙә туплай алмаған. 80-дән ашыу балл йыйыусылар ярайһы ғына – имтихан биреүселәрҙең 12,1 проценты. Физика буйынса минималь балды ла йыя алмаусылар – 378 уҡыу­сы, был 4,9 процент. Дөйөм алғанда, быйылғы уҡыусылар физиканы яҡшыраҡ белә, тип һығымта яһарға була.
    Мотлаҡ тапшырыла торған фәндәр­ҙең береһе – математиканан 24 мең тирәһе кеше имтихан биргән. Был фән буйынса ла 100 бал йыйыу­сылар бөтөнләй юҡ. Республикабыҙ уҡыусылары күрһәткән уртаса балл − 51,1. 2012 йылда был күрһәткес 49,2 булған. Рәсәй буйынса ҡарағанда, был насар ҙа, яҡшы ла түгел.
    Берҙәм дәүләт имтихандары ябай мәктәптәрҙә генә түгел, киске мәктәптәрҙә һәм башҡа мәғариф учреждениеларында ла тапшырыла. Математиканан да, рус теленән дә икеле алыусылар араһында тап киске мәктәп уҡыусылары күп. Октябрьский ҡалаһындағы киске мәктәптең 30 уҡыусыһы ошо ике төп фәндән дә минималь балды йыя алмаған. Дөйөм алғанда, республика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 326 киске һәм асыҡ мәктәп уҡыу­сылары тапшырҙы.
    Биология фәне буйынса берҙәм дәүләт имтиханын республикала 5271 кеше тапшырған. Был фәнде беҙҙең уҡыусылар насар белә, тип әйтеп булмай: уртаса балл 57,2-гә еткән. Был үткән йылдағынан юғарыраҡ күрһәткес, 2012 йылда ул 54,4 булған. Биология буйынса ике имтихан тапшырыусы 100 балл туплаған. Был аҡыллы балаларҙың береһе – Өфө ҡалаһынан, икенсеһе – Әлшәй районынан. Ә инде минималь кимәлде лә үтә алмаусыларҙың һаны – 342. Тарих фәне буйынса имтихан тапшырыусыларҙың би­шәүһе максималь балл йыйған. Был фән буйынса уртаса күрһәткес – 57,9 балл. 190 уҡыусының һөҙөмтәһе минималь балға ла етмәгән.
    Информатиканы иң шәп белеүселәрҙең республикабыҙҙың ҙур ҡалаларында булыуы асыҡланған. Ошо фәнде һайлап тапшырыусы 2598 уҡыусының 11-е берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл туплауға өлгәшкән. Бөтөнләй тапшыра ал­маусылар − 73 уҡыусы.
    Рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 24320 кеше тапшырған. Ике дәүләт теленең берәүһен яҡшы ғына беләбеҙ икән – имтиханда республика буйынса тупланған дөйөм күрһәткес − 62,7 балл. Максималь балл туплай алыусыларҙың береһе Өфө ҡалаһындағы бер гимназиянан булһа, икенсеһе – Борай районынан. Рус телен тапшыра алмаусылар әллә ни күп түгел – 431 кеше. Юғары балл йыйыусылар (80 һәм унан да юғары) имтихан тапшырыусыларҙың 7,8 процентын тәшкил итә. Был да үткән йылдағынан юғарыраҡ.
    Быйыл Башҡортостан уҡыусылары химия фәненән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырып, абсолют рекорд ҡуйған – республика буйынса йыйылған уртаса балл 71,4-кә тиклем еткән. Дөйөм алғанда, был фән буйынса имтихан тапшырыусылар бик күп – 4 мең тирәһе кеше. Уларҙың өсәүһе хатта 100 балл да туплай алған.

    Вуздарҙа өҫтәмә имтихан да бар

    Иң “текә” юғары уҡыу йорттары, йылдағыса, берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләрен ҡабул итеүҙән тыш, абитуриенттарҙан өҫтәмә имтихандар ҙа аласаҡ. “Текә”лек шулай билдәләнә − был вуздың бер бюджет урынына профилле предмет буйынса берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйған ике йәки унан да күберәк абитуриент тура килергә тейеш. Юғары балл итеп 80-дән артҡан күрһәткестәр һанала.
    20 июндә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары абиту­риенттар­ҙың документтарын ҡабул итә башланы. Тәүҙәрәк уҡырға инергә теләүселәр әллә ни күп булмаһа ла, әле ҡырҡа артҡан – сығарылыш уҡыусыларына аттестаттар тапшырылды, хәҙер алда вуздарҙы һайлау ғына көтә.
    Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн документтарын 25 июлгә тиклем тапшырып бөтөргә тейеш. Билдәле булыуынса, хәҙер ҡайһы бер уҡыу йорттарында абитуриенттар өсөн ижади йәки һөнәри йүнәлештәге өҫтәмә имтихандар индерелде. Шуға ла, ошондай имтихандар булған вузға инергә теләйһегеҙ икән, документтарығыҙҙы 5 июлгә тиклем үк тапшырып ҡалырға кәрәк. Абитуриент иң күбе биш юғары уҡыу йортона документын илтә ала.
    БР Мәғариф министрлығының юғары һөнәри белем бүлеге етәксеһе Лилиә Ханипова билдәләүенсә, Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттары һәм уларҙың филиалдары 10708 абитуриентты бюджет урындарына ҡабул итәсәк.

    Үәт, әй, ышанмайҙар, имеш!

    Интернетта берҙәм дәүләт имтихандары тураһында хәбәр һатыусылар быуа быуырлыҡ. Ҡайһыһына ышанып, ҡайһыһын иғтибарға алмаҫҡа ла белмәҫһең. Шуныһы күҙгә ташланды – нишләптер күпселек халыҡ, иң аҡыллы балалар илдең ҙур ҡалаларында йәшәй, тип һанай һәм башҡа төбәктәрҙәге уҡыусылар уларҙан уҙҙырып ебәрһә, ҡәнәғәт­һеҙлек белдерә. Рус телен генә алып ҡарайыҡ. Был предмет буйынса һүҙ көрәштереүҙәр айырыуса күп. Рустарҙан башҡа милләт балалары был телде насар белергә тейеш, тип һанаусылар бар.
    Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары кешеләренең берҙәм дәүләт имтиханын башҡаларҙан ҡалышмай ғына биргән Башҡортостан, Татарстан Республикаларын, илебеҙҙең төньяҡ Кавказдағы төбәктәрен туҡтамай әрләп, интернет һәм башҡа киң матбуғат сараларын тултырыуы менән һис ризалашып булмай. Рус телендә иркен һөйләшеү генә был бөйөк телдең бөтә нескәлектәрен белеү түгел. Мәҫәлән, рус теленән имтиханды төбәктәрҙең үҙәктән яҡшыраҡ биреүендә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем, Төньяҡ Кавказда уҡығаным булманы-булыуын, әммә беҙ белем алған республикабыҙ мәктәбендә был бөйөк телде бик ентекле өйрәттеләр. Бында милли республикалар­ҙағы имтихан алыу кимәлен рус теле буйынса һөҙөмтәләрҙән сығып ҡына ирония менән комментарий биреү урынһыҙ.

    Баллы инде ул имтихандар, баллы...

    Әле 60 йәшен тултырған бер апай, мәктәпте тамамлағас, атаһы үҙен ике феләк бал биреп, юғары уҡыу йортона индергәнен һөйләп апты­рат­ҡайны. Юғары уҡыу йортона инеү ана шулай бал тирәһендә йөрөй инде ул. Ғүмер буйы.
    Хәҙер берҙәм дәүләт имтихандарына ҡағылышлы ике генә юл ҡала – йә интернетҡа барып эләккән имтихан эштәре һөҙөмтәләргә әллә ни йоғонто яһаманы, тип барыһына ла күҙ йоморға, йә инде уҡыусыларҙың имтихандарҙы рәхәтләнеп күсереп биреүен билдәләргә. Беренсе ос­раҡта икенсе йылда хәл тағы ла ҡатмарлашасаҡ. Ә икенсе осраҡта, ғәйеплеләрҙе табып, лайыҡлы яза­һын бирергә тура киләсәк.
    авторы: admin | 8 августа 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был аҙнала беҙҙе көйөндөрҙө
  • 977 уҡыусы математиканан «икеле» алған
  • ЯЛҒАН «ОТЛИЧНИК»ТАРҘЫҢ ЭШЕ ҠЫҘА
  • Сығарылыш имтихандары тамам
  • Берҙәм дәүләт имтиханы үҙен а ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru