Ахырызаман булғанда йүнһеҙ кеше йүнлегә эш өйрәтер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәйгеһен нисек аҡса эшләргә була? Мәғәриф
    Йәй берәүҙәр өсөн көтөп алынған ял мәле булһа, икенселәргә − ҡышҡа әҙерләнеү, ошо ваҡыттың һәр көнөн файҙаланып, аҡ­са эшләү осоро. Кем нисек аҡса эшләй? Бер нисә кешегә мөрәжәғәт итеп, фекерҙәрен белештек.

    Йәлил ЗӘЙТҮНОВ, Әбйәлил районының Байым ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:
    − Йәйге миҙгелдә ауыл кешеһенә рәхәтләнеп аҡса эшләргә була. Әйҙә, ялҡауланмай эш­­­лә генә. Беҙҙең ауыл биләмәһендә лә халыҡ, еләк, бәшмәк йыйып, һөт ризыҡтары, ит һатып, аҡса эшләп ҡала. Баҡсала мул итеп үҫтергән йәшелсә-емешен дә килемгә әйләндерә. Картуф уңышы ла ғаилә бюджетын тулыландырыуға китә. Ҡайҙа алып барып һатырға, тигән һорау тормай. Эргәлә генә Магнитогорск, Белорет ҡалалары, курорт зоналары урынлашҡан.
    Туйыш, Яйҡар ауылдары егеттәре, мәҫәлән, ял итә торған бәләкәй генә өйҙәр, беседкалар яһап, ситән үреп аҡса эшләй. Хаҡы ҡиммәт булһа ла, тауарҙары үтемле. Күптәр хәҙер утынды һатып алыуҙы күп күрә. Ярылған утынды машиналап һатҡан кешеләр ҙә бар. Ауылда эш юҡ, тип зарланып ятҡан кешеләргә был бөтмөр, уңғандарҙан өлгө алырға ғына ҡала.

    Алһыу НУРЛЫҒАЯНОВА, ӨДАТУ студенты:
    − Уҡыу йортонда сессия бөтөү менән эшкә урынлашам. Йәй атай-әсәйемдән бөтөнләй аҡса алмайым тиерлек. Быйыл Үҙәк баҙар­ҙағы бер сауҙа комплексындағы бутикка һатыу­сы булып эшкә индем. Хужабикәм көн һайын 600 һум аҡса түләй, килемем күберәк булһа, эш хаҡым артып китә. Дуҫ ҡыҙым йәй һайын кеүәҫ, туңдырма һатты. Уның ҡулына көн һайын 500 һум аҡса инә. Ваҡытында түләй­ҙәр. Көндәр эҫе торғанда был эсемлек − иң үтемле тауар.
    Йәйгеһен ҡыҙҙарға кафела официант булып эшләргә була. Урамда берәй тауарҙың рекламаһын таратҡан промоутерҙарға көнөнә 300 һум аҡса түләйҙәр. Ҡыҫҡаһы, баш ҡалала студенттар өсөн эш етерлек.

    Айнур ВӘЛИТОВ, мәктәп уҡыусыһы:
    − Ағайым менән тимер-томор йыйып ҡына яҙғыһын 9 мең һум аҡса эшләнек. Атайым уны ҡалаға илтеп тапшырҙы. Алған килемгә кейем һатып алдыҡ. Быйыл яҡшы компьютерға аҡса эшләргә ине. Атай, утын ярышһағыҙ, алып ҡайтам, тине. Утынды әҙерләп ҡуябыҙ ҙа, электән таныш һатып алыусылар килеп ала. Бер йылы мин 100-ләп селек һепертке бәйләнем, 5 һумдан таныш малайҙарҙыҡын да һатып алдым да, яҙғыһын ҡалала һаттыҡ. Бөтәһе лә йорт-ихаталарын таҙартҡан ваҡытта был әйбер бик үтемле булды. Минең кеҫәгә лә байтаҡ аҡса инде.

    Әлфиә НАСИРОВА, Бөрйән районы:
    − Көньяҡ райондарҙың береһенән килен булып төшкән ҡатынмын. Тыуып үҫкән райо­нымда ҡатындар йәйгеһен йомортҡа, һөт, ҡаймаҡ, эремсеген һатыуға сығара. Әсәйем дә шулай итә торғайны. Бында йәшәй башлағас, мин дә үҙебеҙҙең ғаиләнән артып ҡалған йомортҡа, һөт ризыҡтарын магазинға һатырға ҡуя башланым. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары тәүҙә, ашарын ашамай, ауыҙынан өҙөп һатыр­ға сығара, тип мине бер килке һөйләне лә, һуңынан тынды. Йыбанып тормай, баҙар көнөндә район үҙәгенә һары май, ҡаймаҡ, һарыҡ ите алып барып һатып киләбеҙ. Мал ҡарамаған район үҙәге халҡы бик теләп ала. Даими һатып алыусыларым бар. Ауылда ҡайҙан эш булһын? 3 − 4 мең һум эш хаҡы булған урынға кем барһын инде?! Әйбер һатып ҡына ҡыҙымдың кредитын түләргә ярҙам итәбеҙ әле. Оҙаҡламай бал һурҙырта башлайбыҙ. Уны ла халыҡ теләп һатып ала. Бына шулай, аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай.

    З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.
    авторы: admin | 8 августа 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • иң ҙур байлыҡтары – балала
  • Хәҙистәр
  • Мәҙәктәр
  • АЛМАНЫҢ НӘҠ МУЛ САҒЫ
  • Юҡ әйберҙең үҙе юҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru