Бушҡа йөрөгәнсе, бушҡа эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Рәсәй көнө менән!
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ХӘҘЕРГЕ ЙӘШТӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫУ ТӘРТИБЕ Мәғәриф
    Уҡыусыларыма кешенең яңы иҡтисади моделен аңлатыу һәм шәхестең хеҙмәт эшмәкәрлегенең антропологик нигеҙҙәрен тикшереү барышында хәҙерге йәш­тәр­ҙең, башлыса, уҡыусы йәштәрҙең, ҡулланыу һәм һатып алыу тәртибе мәсьә­ләһе иғтибарҙы йәлеп итте. Хәҙерге быуын йәштәренең иҡтисади һәм ҡулланыусылыҡ системаһындағы тәртибе хатта бынан тиҫтә йыл ғына элек йәшәгән быуындыҡынан ер менән күк араһылай айырыла. Мин инде үҙем йәш саҡтағы хәл тураһында әйтеп тә тормайым!
    ХХ быуаттың күренекле инсаниәт белгесе Эрих Фромм әйткәнсә, хәҙерге кеше, үҙенең ата-бабаларынан айырмалы, бар булған тормош менән генә ҡәнәғәт булып йәшәй алмай. Был парадоксты Э. Фромм хәҙерге шәхестең үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн күп көс кәрәк булмағанлыҡ менән аңлат­һа ла, ул хәҙерге заман ҡулланыусылыҡтың икенсе бер яғын асып һалған: хәҙер кешелә күңел асыу, рәхәтлек тойоу ихтыяждары эске рухи, ысын күңел рәхәтлеген тоймайынса ҡәнәғәтләндерелә, шуның өсөн индивид ысын шатлыҡ, юғары рухи ҡәнәғәтләнеү кисерә алмай. Бына шуның арҡаһында ул яңынан-яңы ләззәт артынан ҡыуа.
    2010 − 2012 йылдарҙа ауыл һәм ҡала йәштәре араһында беҙҙең етәкселектә (Р. Ғабдулхаҡов, Р. Мәсәлимов, Е. Стовба) Бөрө дәүләт социаль педагогия академияһы (хәҙер БДУ-ның Бөрө филиалы) социаль-гуманитар факультеты алып барған социологик тикшеренеү һөҙөмтәләре ифрат ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәт бирҙе. Әлбиттә, ауыл һәм ҡала йәштәре араһында ла айырма һиҙелерлек, әммә урта һәм юғары һөнәри уҡыу йорттары уҡыусылары һәм студенттары араһында ундай айырма әһәмиәтле түгел. Бигерәк тә хәҙерге шарттарҙа, мәҫәлән, ҙур ҡалалар­ҙа (Өфө, Пермь, Силәбе) ауылдарҙан килеп уҡыған студенттарҙың уртаса 12 – 15 проценты ғына ҡабат ауылға эшкә ҡайтыр­ға риза, ә бәләкәй ҡалаларҙа (Бөрө, Нефтекама, Дөртөйлө, Янауыл) – 25 процентҡа саҡлы. Йәғни ҡалала уҡыған ауыл балаһы бик тиҙ хәҙерге замандың урба­нис­тик шарттарына яраҡлаша һәм ҡаласа ҡулланыу тәртибен үҙләштерә, ауыл еренә кире ҡайтырға ашығып тормай. Был реаль факт һәм уны иҫәпкә алыу мотлаҡ зарурҙыр.
    Әйткәндәй, ауыл балалары, үҫмерҙәре һәм йәштәре мәсьәләләрен тикшереүгә махсус айырым эшебеҙ арналған. Насип итһә, уны мәҡәлә итеп, айырым баҫтырырбыҙ әле.
    Ә хәҙер мәҡәләнең башында билдәләнгән темаға ҡайтайыҡ. Хәҙерге йәш быуын – баҙар иҡтисады йоғонтоһонда тәрбиәләнгән быуын. Улар һатып алыу һәм ҡулланыу­ҙың яңы стилен һәм сүрәтен төҙөй, төрлө-төрлө ҡулланыу практикаһына йәлеп ителәләр, хәҙерге йәшәйеш элементтарын әүҙем үҙләштерәләр. Быны беҙҙең тикшеренеүҙәр яҡшы раҫлай.
    Йәштәрҙең, айырыуса уҡыусы йәштәр­ҙең, килеме хаҡында һүҙ йөрөткәндә, бында “баҡмасылыҡ” (“иждивенчество”) факторын күҙ уңында тоторға кәрәктер. Сөнки йәштәр­ҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү ата-әсәләренең матди мөмкинлектәренә бәйләнгән. Һорау алыуҙа ҡат­наш­ҡан уҡыусы йәш­тәр­ҙең 48 проценты бер ниндәй ҙә килем сығанаҡтарына эйә түгел, йәғни тулыһынса ата-әсә ҡарамағында. Респуб­лика буйынса тикшеренеүҙәр ҙә быны раҫлай (ҡара: “Экономика и управление: научно-практи­чес­кий журнал”, 2012, № 2, С. 92). Әлбиттә, ҙур ҡала (мегаполис) уҡыу йорттары студенттары араһында юғары килемлеләр күберәк, ваҡытлыса эш табып, матди ихты­яж­дарын ҡәнәғәтләндереүселәр ҙә байтаҡ. Уларҙың айлыҡ килеме уртаса 3000 − 5000 һум тәшкил итә, ә иҡтисад һәм техник факультеттары студенттары, ғөмүмән, ҙур килем алырлыҡ эшкә лә урынлашырға өлгәшә ала.
    Әйтергә кәрәк, йәштәрҙең һайлап алыуы уларҙың матди мөмкинлектәренән алда йыш ҡына теләктәренә һәм стиль артынан ҡы­уыуына бәйләнгән. Уларҙың күңеленә ятышлы стиль йәштәр араһында структуралар баҫымы һөҙөмтәһендә формалаша. Мәҫә­лән, хәҙерге йәштәрҙең һатып алыу һәм ҡулланыу моделдәре мода журналдары һәм реклама аша һеңдерелә. Өлгөр реклама йәмғиәттә консьюмеристик (ҡулланыусанлыҡ) идеология булдыра һәм тарата, йәш­тәр­ҙең нығынып етмәгән аңына үҙ тәьҫирен һеңдерә. Шулай итеп, интернет, электрон киң мәғлүмәт саралары һ.б. структуралар аша ғәҙәттән тыш, сигенән сыҡҡан ысынбарлыҡ (гиперреальность) булдырыла. Әлбиттә, бындай “ысынбарлыҡ” реаль йәшәйештән, ысын тормоштан өҫтөнлөклө булырға тырыша. Шуның өсөн дә йәштәрҙең ҡулланыу моделе, ижтимағи өмөттәренең урындағы традицион тормош өлгөләренә ҡапма-ҡаршы булыуы ихтимал.
    Быны ҡайһы бер миҫалдарҙа күрһәтеп үтергә була. Хәҙерге йәштәр бөтә донъя йәмғиәтендә киң таралған ҡулланыу һәм һатып алыу моделдәренә эйәрә. Был өлгөләр иң башта ир-егеттәрҙең тормошонда хасил булды. Хәҙерге ваҡытта ир-егеттәр­ҙең иң “текә” моделе булып метросексуал тора. Метросексуал – юғары килемле, баш ҡалала (метрополияла) йәки мегаполиста йәшәүсе, тышҡы ҡиәфәте наҙлы йәш кеше. Атап әйткәндә, метрополияла һәм мегаполистарҙа иң яҡшы, иң бай кибеттәр, супермаркеттар, клубтар, спорт үҙәктәре, матурлыҡ салондары һ.б. урынлашҡан. Метросексуал фәҡәт үҙе өсөн файҙа, ләззәт эҙләү менән мәшғүл, ул фәҡәт үҙен генә ярата.
    Һуңғы ваҡыт метросексуалға ҡаршы контртренд булараҡ ретросексуал моделе тарала. Ретросексуал егеттәрсә ҡырыҫ, ҡаты (бруталь) сифаттарға эйә булыуҙы хуп күрә. Уларға өс көнлөк шырт баҫҡан яңаҡтар һәм эйәк хастыр, һаҡал-мыйыҡ ебәреү ҙә бер ни тормайҙыр. Улар ҙа фитнес-клубтар­ға йөрөй, ләкин, метросексуалдарҙан айырмалы, улар наҙланыу, йә көҙгө алдында ҡыланыу, үҙен күрһәтеп маһайыу өсөн түгел, ә үҙен тейешле кимәлдә, спорт формаһында тотоу өсөн. Күренеүенсә, ретросексуалдар экстремаль күңел асыу сараларын тәьмин итеүсе тауарҙар баҙары өсөн ярашлы ҡулланыу­сыларҙыр.
    Техносексуалдар, күптәнге моделдәр­ҙең береһе булһа ла (1970 йылдарҙан уҡ), хәҙер ҙә бик таралған типаж. Был ир-егеттәр үҙҙәренең тормошонда, башлыса, техник прогрестың һуңғы ҡаҙаныштарын ҡулланыуҙы төп маҡсат итеп алған. Техно­сексуалдар мотлаҡ компьютер уйындары, яңы гаджеттар менән генә мауыҡмай, улар көнкүрештә яңы техник сараларҙы ҡуллана, үҙҙәренең төҫ-ҡиәфәтен, һаулығын ҡайғыртыуға күп ваҡыт бүлә, косметика, пластик хирургия ҡаҙаныштарын файҙалана. Хәҙерге баҙар өсөн ошондай ҡулланыусылар кәрәк тә инде.
    Тағы ла бер ир-егеттәрҙең хәҙерге ҡулланыусылыҡ моделе “кидалт” тип атала. Ике инглиз төшөнсәһенән тора – “kid” (бала, сабый) һәм “adult” (өлкән, оло), йәғни “өлкән бала”, йәки “өлкән сабый” тип тәржемә итергә була. Кидалттар, ҡағиҙә булараҡ, 30 йәштән үткән, үҙҙәрен һаман бала-саға кеүек тотҡан ир-егеттәр­ҙе тәшкил итә. Уларҙың күбеһе бала саҡтарында төрлө яңы уйынсыҡтары, компьютерҙары булмаған, хәҙер инде ошо кәмселектәрен компенсациялау формаһында, бала-саға һымаҡ, төрлө уйындар менән мауығыусылар, тип һанай психологтар. Ысынлап та, Америка компьютерҙар етештереүселәре ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, компьютер уйындары һәм башҡа иң яңы ялтырауыҡ техник саралар менән мауығыусыларҙың уртаса йәше – 33, ә көтөлгәнсә, 16 – 18 түгел. Шул уҡ ваҡытта “кидалт” төшөнсәһен “инфантил” менән бутарға ярамай. Ки­далттар, ғәҙәттә, яҡшы уҡыған, йыш осраҡта ғилми дәрәжәгә эйә, ифрат әүҙем, бик эшмәкәр, шул уҡ ваҡытта финанс яғынан нығынып өлгөргән ирҙәрҙән тора. Уларҙың, 40 йәшкә етһәләр ҙә, ғаиләһе юҡ, тимәк, балалары ла юҡ, шуға күрә буш ваҡыты күп, баҙарҙа улар өсөн ҡулланыу предметтары етерлек һәм иркен алырлыҡ. Бындай ҡулланыусы модель, маркетологтар фекеренсә, ифрат перспективалы.
    Ҡатын-ҡыҙҙар өлгөләренә килһәк, шуны әйтергә була: нигеҙҙә, яңы моделдәр юҡ тигәндәй. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар “баҙар”ында мода тигән феномен хөкөм һөрә. Ә мода даими йәшәй, һәр ваҡыт ҡабатланып тора. Етмәһә, ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәрҙән айырмалы, рациональ ҡарар ҡабул итергә һәләтле: улар башта төрлө юлдар менән, башлыса, интернетта, башҡа электрон саралар аша тауар­ҙың сифатын һәм үтемлелеген алдан тикшереп, белеп тора.
    Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был моделдәр технологик үҫешкән йәмғиәттәрҙә генә, ә Рәсәйҙә баш ҡалаларҙа ғына күҙәтелә. Әм­мә хәҙерге информацион технологиялар заманында беҙҙә лә йәштәрҙең был өлгөләргә эйәрергә мөмкинлектәре бар. Беҙҙең тикшеренеүҙәребеҙ быны раҫлай. Һора­шылған студенттарҙың күпселеге беренсе урынға индивидуализм һәм карьеризм ҡиммәттәрен ҡуя. Йәш ҡулланыу­сылар, рациональ һайлап алыу менән бер рәттән, мотлаҡ үҙ күңелен генә күреп йәшәү сығанаҡтарына өҫтөнлөк бирә.
    Хәҙерге заман көнкүреш мәҙәниәте ваҡлана, фрагментар төҫ ала. Өлкәндәр − үҙ тормошо, йәш-елкенсәк үҙ тормошо менән йәшәй. Бөгөнгө йәштәр араһында ноувизм, ләззәтлек артынан ҡыуыу, эгоизм, эгоцент­ризм кеүек ифрат хосуси, үҙемселек феномендар таралған. Хәҙер кешенең өйөндә − бер, эшендә − икенсе, урамда – өсөнсө, төнгө клубта − дүртенсе һ.б. шундай ролдәр уйнауы ғәҙәти күренешкә әүерелде. Бөгөнгө йәштәр араһында, мәҫәлән, кейем стиле даими үҙгәреп тора, мөхитенә ҡарап, мәҫәлән, вузда бер кейемдә, төнгө клубта икенсе кейемдә була. Әлеге ваҡытта өҫ кейеменә ҡарап кешенең эшләйме, әллә уҡыймы икәнен билдәләп булмай. Автомобилдәре лә (хәҙер хәлле студенттар профессор-доценттарҙан ҡалышмай, иң “текә” машиналарҙа ғына елдерә!) индикатор була алмай.
    Шулай итеп, социологик тикшеренеүҙәр хәҙерге йәштәрҙең өҫтөнлөклө теләктәрен һәм матди ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү юлдарының ныҡ үҙгәреүен күрһәтә, улар­ҙың һатып алыу һәм ҡулланыу тәртибенең үҙенсәлектәрен асыҡлай. Был проблема ифрат ҡатмарлы, тикшеренеүҙәрҙе мотлаҡ артабан дауам итеүҙе талап итә.

    Рияз МӘСӘЛИМ.
    Бөрө ҡалаһы.
    авторы: admin | 8 августа 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Интернет һәм ҡатын-ҡыҙ
  • «Иҡтисад та – ижади мөхит ул»
  • Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы нимәл| ...
  • Узенде хормэт ит
  • «Кешеләргә башҡаларҙы аңлау hәм мә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru