Бармаҡ йөрөт - аң эйҙер, бәке йөрөт - ҡан кейҙер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уҡытыусы булыу – оло бәхет Мәғәриф
    Салауат медицина колледжы уҡытыу­сыһы Алһыу Тимерйән ҡыҙы Ғәлиәхмә­тованың балаларҙы ихлас һөйөүе, яғымлы мөнәсәбәте, йылы ҡарашы, ойоштороу һәләте, студенттары өсөн янып-көйөп йөрөүе, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс дәрестәре ысын мәғәнәһендә телгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
    Бәләкәйҙән әсәһе кеүек уҡытыусы булыу теләге Алһыуҙың күңелендә был һөнәргә мөхәббәт уята. Ҡыҙҙың әсәһе Зилә Зиннур ҡыҙы – физика-математика уҡытыу­сыһы. Әле ул хаҡлы ялда булһа ла, ҡыҙына уҡытыу-тәрбиә эшендә кәңәштәре менән ярҙам итеп тора.
    Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын уңышлы тамамлаған ҡыҙ Салауат ҡалаһының 20-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Балаларға белем биреүҙән тыш, ҡала кимәлендә асыҡ дәрестәр күрһәтә, конкурстарҙа ҡатнаша. Бихисап Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Дүрт йыл мәктәптә эшләгәндән һуң Салауат медицина колледжына башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә күсә. Бында ла ул ең һыҙғанып эшкә тотона. Рус телле студенттарға башҡорт теленән белем биреү педагогтан айырыуса ҙур тырышлыҡ, рухи ныҡлыҡ талап итә. Уҡытыусы һәм студент араһында әүҙем хеҙмәттәшлек булдырыу уҡытыусының һәләтенән килә. Алһыу Тимерйән ҡыҙы заман талаптарына ярашлы яңы алымдар, технологиялар ҡуллана. Ҡыҙҙар һәм егеттәр менән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Еңеүҙәре лә бихисап. Мәҫәлән, 3-сө курс студенты Нәрисә Ғәбдиева республика колледждары араһында башҡорт теле буйынса 1-се урынға сыҡһа, медицина колледждары араһында Әминә Кинйәбаева 2-се урын ала. Тырыш уҡытыусының студенттарының ғилми хеҙмәттәре методик ҡулланмалар­ҙа, брошюраларҙа урын алған.
    Кеше ғүмере һәм һаулығы менән эш иткән табиптар һүҙ ҡеүәһенең көсөн аңлап, телмәрен матур һәм аныҡ итеп ҡора, шуға өҫтәп халҡыбыҙҙың ҙур аҡыл һәм мәғәнә һаҡлаған ҡанатлы һүҙҙәрен ауырыуҙың рухын күтәрер­ҙәй итеп ҡуллана белә икән, ауырыуға тиҙерәк сихәтләнергә ярҙам итә. Ошоға нигеҙләнеп эшләй Алһыу Тимерйән ҡыҙы.
    Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тиҙәр халыҡта. Быйылғы йыл Алһыу Ғәлиәхмәтова өсөн бик тә уңышлы булды. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, уға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” һәм “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеме бирелде. Шулай уҡ ул республиканың медицина колледждары араһында “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсы еңеүсеһе тип таныла, БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
    Эҙләнеүсән мәғариф алдынғыһы студенттарға асыҡ дәрестәр, экскурсиялар үткәрә. Буласаҡ аҡ халатлыларҙың ата-әсәләре менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Кабинетында тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө лә булдырылған. Бында башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре урын алған, тирмә ҡуйылған.
    Йәш мөғәллимәнең тырышлығы, һәр эште еренә еткереп, яңылыҡтарға ынтылып, тәрән уйлап башҡарыуы маҡтауға лайыҡ.
    – Бурысыбыҙ – телебеҙҙе, бөтөн ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм байытыу, киләсәккә белемле, ижади фекерләүсе, әхлаҡлы, сәләмәт шәхестәр тәрбиәләү. Башҡорт теленең байлығын, матурлығын күрһәтеү, телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырыу, юғары мәҙәниәтле, белемле, һәр яҡлап камил, өлгөргән студенттар әҙерләү төп эштәремдең береһе булып тора. Хеҙмәтемдә студенттарымдан уңдым. Уларҙың уңыштары – минең дә уңышым. Юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүҙә уҡытыусыларым – Флүрә Ғәбит ҡыҙы Байсуринаның, Суфия Фәрит ҡыҙы Асҡарованың, Булат Баҡый улы Ғафаровтың, Ғиниәт Ғәйнетдин улы Ҡаһармановтың өлөшө ҙур. Уларға бик рәхмәтлемен, – ти Алһыу.
    Уның кеүек педагогтар булғанда башҡорт теленә һөйөү бер ваҡытта ла һүнмәйәсәк.

    Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
    Автор фотоһы.
    авторы: admin | 5 декабря 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Уҡыусыларҙың уңышы - уҡытыусыларҙыv ...
  • Уҡытыусы иң оло хөрмәткә лайыҡ
  • Эштәренең емештәре тос
  • Йәрмәкәйгә –ярҙамға
  • Белем биреү шарттары яҡшыра
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru