Изге эштең иртәгеһе яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Яңылыҡтар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • [b]Көнөгөҙ матур үтһен тиһәгеҙ...[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хәҙерге заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш? Мәғәриф
    Яңыраҡ Башҡортостан Мә­ға­рифты үҫтереү институтында квалификацияны арттырыуҙың бик ҡыҙыҡлы алымы ҡулланылды. Бында “Хәҙерге заманда хәҙерге заман уҡытыу­сыһы” тип аталған дискуссия ҡоролдо.
    Тәүгә үткән сара институт ректоры Рәмил Мәжитов тәҡдиме буйынса ойошторолдо. Бындай дискуссия фекер алышыуҙан, эксперттарҙың һорауҙарға яуап биреүенән ғибәрәт. Тамаша­сылар һәм ҡунаҡтар – власть органдары һәм ғилми мәктәп вәкилдәре, заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға яуап эҙләне.
    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәға­риф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бу­йынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова үҙенең сығышында хәҙерге йәмғиәттең уҡытыусыға ниндәй талаптар ҡуйыуын билдәләне. Республика ата-әсәләр йыйылышы советы рәйесе Анатолий Горячев уҡыусыларҙың ата-әсәләре ҡарашын белдерҙе. Ҡунаҡтар араһында шулай уҡ потенциаль эш биреүселәр – мәктәп һәм башҡа форма белем биреү учреждениелары директорҙары ла бар ине. Улар заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейешлегенә бәйле тәҡдимдәрен еткерҙе. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры Риф Тажиев кисәге студенттарҙың – яңы эшләй башлаған уҡытыусыларҙың белем һәм һөнәри кимәле етерлек булмауына иғтибар итте.
    Заман педагогы балаларҙы йәлеп итһен өсөн үҙенең айырым шөғөлө булырға тейеш, тигән фекер ҙә яңғыраны. Музыка, физкультура, спорт һымаҡ йүнәлештәргә маһир уҡытыусы үҙенең класын тулыһынса уҡыуға йәлеп итә ала, уларға үрнәк була.
    Әйткәндәй, бының һымаҡ осрашыуҙарҙа хәҙерге заман педагогтарының матди хәле, уҡытыу-тәрбиә эшенең документтар тултырыуға ғына күсеп барыуы, ата-әсәләрҙең балаларын тәрбиәләүҙе мәктәпкә тапшырыуы кеүек йүнәлештәрҙә фекер алышыу күберәк булһын ине. Ошондай проблемалар ябай уҡытыусыларҙы нығыраҡ борсой.
    Психология һәм педагогика фәне белгестәре, ғалимдар ҙа дискуссияла ҡатнашты, традицион педагогиканың һәм заман талаптарының нисек бергә яраҡлашыуын аңлатты. Ҡунаҡтар һәм тамашасылар – республиканың бар район-ҡалаларынан йыйылып, һигеҙ курста квалификацияһын арттырған педагогтар заман уҡытыусыһының ниндәй булырға тейешлегенә яуап эҙләне.

    Дискуссия аҙағында хәҙерге заман уҡытыу­сыһына хас һыҙаттар йыйылмаһы барлыҡҡа килде. Ул:
    h профессионал (үҙ эшенең оҫтаһы);
    h креатив, ижади уйлы;
    h кешеләр менән аралаша белеүсе;
    h яңы технологиялар менән ҡыҙыҡһыныусы, хәбәрҙар булыусы;
    h юмор тойғоло, оптимистик рухлы;
    h проблемалар ҡуя һәм уларҙы хәл итә белеүсе;
    h үҙ-үҙен үҫтергән һәм үҙ-үҙен камиллаштырыусы;
    h үҙ-үҙе менән идара иткән;
    h яуаплы, социаль йүнәлештә яуап тотоусы;
    h рефлексив ҡарашлы;
    h әҙәпле;
    h ғәҙел (объектив) ҡарашлы булырға тейеш.
    авторы: admin | 12 февраля 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?
  • Съездың әһәмиәте нимәлә?
  • Һәр замандың үҙ талабы
  • Мәғариф күгендә йондоҙҙар ҡабынды
  • Юғары педагогик белем биреү системаһын ниндәй w ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru