Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың!

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беренсе мөхәббәт
  • Тормошҡа ҡарашың ниндәй?
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Дайджест
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Маҡсат – Рәсәй мәғарифын донъяла иң алдынғыһы итеү Мәғәриф
    Был аҙнала Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Со­ветының дөйөм белем биреү буйынса ултырышы үтте. Рәсәй Президенты алып барған сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
    Ил башлығы белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа мәғариф тармағында ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә. Был балаларға белем биреү шарттарын яҡшыртыуҙа ла сағыла. Ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла. Бөтә мәктәптәргә интернет үткәрелгән, заманса ҡорамалдар, спорт залдары бар. Уҡытыусы һөнәре лә элекке абруйын ҡайтара бара. Сифатлы белем биреү нигеҙендә тап педагогтарҙың эше ята. Президент уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү йәһәтенән дөйөм милли система булдырырға ҡушты. Мөһим эш йүнәлештәре исемлегендә педагогик кадрҙарҙы әҙерләүҙең заманса программаларын индереү, уҡытыусы хеҙмәтен әхлаҡи яҡтан дәртләндереү юлдарын табыу, эш һөҙөмтәләрен баһалау системаһын камиллаштырыу бар.
    Владимир Путин мөмкинлектәре сикләнгән категорияға ингән балаларҙы уҡытыу мәсьәләләренә лә туҡталды. Бынан тыш, өҫтәмә белем биреү, профориентация эшен үҫтереү ҙә көн үҙәгендә тора. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең алда ҙур маҡсат ҡуйылған – Рәсәй мәктәбен донъяла иң яҡшыһы итеү.
    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ултырыш һуңында журналистар менән осрашҡанда билдәләүенсә, республикала мәғариф системаһы ышаныслы һәм аныҡ эшләй.
    – Бөгөн белем биреү процесы бөтөнләй икенсе, балалар ҙа бынан 10 – 20 йыл элекке кеүек түгел. Уҡытыу ҙа шуға ярашлы булырға тейеш. Беҙ электрон белем биреү менән дә шөғөлләнәбеҙ, бының өсөн әҙерлекле педагогтар кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
    Әйткәндәй, Рәсәй Президенты уҡытыусыларҙы ҡағыҙ тултырып, отчет яҙыуҙан азат итергә кәрәклеген белдерҙе. Был эш уҡыу учреждениеһы хакимиәте йә унан юғары инстанциялар яуаплылығында булырға тейеш.
    авторы: admin | 21 декабря 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Уҡыу түләүле булмаясаҡ
  • Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙ ...
  • Баш ҡалала мәғарифҡа иғтибар ҙур
  • Уҡытыуҙа яңыса ҡараш
  • Милли проект уңышлы тормошҡа ашырыла
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru