Күңел етһә, ҡеүәт етә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яңы мәктәпкә – яңы, заманса фекерләгән уҡытыусы Мәғәриф

    Мәғарифтағы реформаларға бәйле Рәсәйҙә ағымдағы уҡыу йылында дүрт меңдән ашыу уҡытыусы «ҡыҫҡартыу»ға эләккәйне. Һөҙөмтәлә педагогик йүнәлештәге юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙең күпселеге илдә лә, республикала ла мәктәптәрҙә эш урыны таба алманы һәм осраҡлы эштәргә урынлашырға мәжбүр булды. Хәйер, хәҙер йәш уҡытыусылар үҙҙәре лә мәктәптәргә, балалар баҡсаларына ынтылып бармай – хеҙмәт хаҡы бигерәк түбән.
    Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты Д. Мед­ве­девтың «Яңы мәктәп» проектындағы уҡыусыларҙа уҡыуға, ғилемгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алыусы, заманса мәктәп булырға тейеш, тигән һүҙҙәре менән тулыһынса килешергә кәрәк. «Был иһә, беренсенән, уҡытыусының үҙенә бәйле. Икенсенән, дәүләт уҡытыусы һөнәренең абруйын, уның социаль статусын күтәреү хәстәрлеген күрергә тейеш», – тине ил башлығы.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мосолман белергә тейеш! Мәғәриф

    Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
    Ислам шәриғәте Ҡөрьән һәм хәҙистәргә нигеҙләнеп төҙөлгән, кешеләрҙең көнитмешенә ҡағылған ҡарарҙарҙан тупланған. Шәриғәт мосолмандарға лайыҡ булмаған теләһә ниндәй эш менән булышырға мөмкинлек ҡалдырмай. Динебеҙҙә кешеләрҙең бөтә ғәмәлдәре лә һигеҙ категорияға бүленә: фарыз, үәжиб, сөннәт, мөстәхиб, мөбах, хәрәм, мәкруһ, мөскәкрәһ. Бөгөн «Иман» махсус битендә һеҙҙе фарыз ғәмәлдәр менән таныштырабыҙ. Артабан ошо биттең яңы асылған «Мосолман белергә тейеш!» рубрикаһында динебеҙ ҡушыуы буйынса үтәлергә тейешле ғәмәлдәр хаҡында һөйләйәсәкбеҙ.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фәнде үҙ иткән йәштәр сафы тулылана Мәғәриф

    Фәнде үҙ иткән йәштәр сафы тулыланаФән – ҙур сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап иткән ауыр ҙа, ҡатмарлы ла өлкә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа фән юлын һайлаусы йәштәр һаны арта бара. Әлеге ваҡытта республиканың юғары уҡыу йорттарында 2472 аспиранттың уҡыуы, шуларҙың 2472-һе, йәғни 87 проценты 30 йәшкә тиклемге йәштәр булыуы тап ошо хаҡта һөйләй.
    Йәштәрҙең фәнгә ынтылыуының төп сәбәптәренең береһе – республикабыҙҙа фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәрҙең киңәйеүе. Йәш ғалимдар араһында төрлө конкурстар ойошторола, уҡыуҙа һәм ғилми эҙләнеүҙәрҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән аспиранттарға һәм докторанттарға Башҡортостан Президенты стипендиялары тапшырыла, ә инде республиканың иҡтисади һәм социаль үҫешенә йоғонто яһарҙай юғары уңыштары һәм асыштары булған йәш фән әһелдәренең хеҙмәте Дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ була. Шулай уҡ ҡыҙҙар һәм егеттәр сит илдәрҙең абруйлы уҡыу йорттарына барып, үҙҙәренең белемен камиллаштырып, сит ил тәжрибәһен өйрәнеп ҡайта ала. 2006 йылда булдырылған республикабыҙ Президенты гранты ла фән өлкәһенә яңы аяҡ баҫҡан йәштәр өсөн ҙур дәртләндереү сараһы һәм матди ярҙам булып тора.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белемле һынауҙан ҡурҡмай Мәғәриф

    Уҡыу йылы яңы ғына башланған кеүек ине, икенсе ярты йыллығына ла аяҡ баҫтыҡ. Йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлау өсөн уҡыусыларҙың бар көсөн уҡыуға ғына биреп, тырышып уҡый торған мәле. 11-се синыф уҡыусылары өсөн иһә айырыуса яуаплы осор. Алда хәл иткес имтихандар тора. Уларҙы нисек тапшырыуыңдан, мәктәпте уңышлы тамамлау менән бер рәттән, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү-инмәү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк. Сығарылыш имтиханы булараҡ, берҙәм дәүләт имтиханы яңы индерелә башлаған осорҙа йәмәғәтселектә ҙур шау-шыу тыуҙырғайны. БДИ һорауҙары шул тиклем ҡатмарлы, уны хатта вуз уҡытыусылары ла эшләй алмай икән, тигән һүҙҙәр таралды. Балаларыбыҙ нисек кенә итеп тапшырыр икән, тип борсолдо ата-әсәләр. Уҡытыусылар иһә, уҡыусылар белемен аҡлай алырмы, тип хафаланды. Хәҙер иһә БДИ һынау осорон үтте, бер нисә йыл дауамында уҡыусылар БДИ формаһында дәүләт сығарылыш имтихандары тапшырып, тәжрибә тупланы.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт халҡының этник тарихы(Фәлсәфәүи уйланыуҙар) Башҡортостан, Мәғәриф

    Башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының лидерҙары тәүҙән үк һалынған маҡсаттар­ға һәм бурыстарға – тышҡы именлекте, тыуған крайҙың һәм халыҡтың артабанғы сәскә атыуын һаҡлау – хыянат итмәй. Ул гендар буйынса халҡыбыҙҙың тарихы буйына һуҙыла. Союз даими рәүештә ойошманың ағзалыҡ шарттарын (хоҡуҡтарын һәм бурыстарын) ҡабул иткән яңы ҡәбиләләр һәм ырыуҙар менән тулылан­ған. Мәҫәлән, йәш ағзаларҙан ҡыпсаҡтар­ҙы, табындарҙы, ҡатайҙарҙы, меркеттәр­ҙе, меңдәрҙе атарға мөмкин.
    Һуңыраҡ башҡорттарҙың ерҙәрендә башҡа халыҡтарҙың һәм милләттәрҙең вәкилдәре һыйыныр урын таба, шулай итеп, башҡорт ере күп милләтлегә әүерелә. Был башҡорттарҙың генетик яҡтан халыҡ булараҡ ойошоуына ҡаршы килмәй. Сөнки союз нигеҙенә дуҫлыҡта һәм татыу­лыҡта йәшәү, бергәләп тышҡы дошманға ҡаршы тороу, бәхәсле мәлдәрҙе тыныс юл менән хәл итеү программаһы һалынған.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт халҡының этник тарихы (Фәлсәфәүи уйланыуҙар) Башҡортостан, Мәғәриф

    Өсөнсө миҫал: тарихта, ике мең һыбайлыһы булған Башҡорт хәрби начальнигы тураһында яҙма мәғлүмәт (беҙҙең эраның IX б.) һәм этнос уның исеменән башланған, тигән версия бар. Эйе, хәрби начальник – тарихи шәхес, ул башҡорт булған. Ләкин был уның исеме тигәнде аңлатмай, ә был уның поход атаманы, айырым вазифа башҡарыусы айырым отряд командиры кеүек вазифаһын, дәрәжәһен аңлата. Ул кешенең, күрәһең, абруйлы һуғышсы, батыр, төп йыйылыш (ҡоролтай, съезд) тарафынан махсус бурыс үтәргә ебәрелгән кеше булыуы ла ихтимал. Ул халыҡты, этносты булдырыу­сы материал була алмай, ә үҙе шул халыҡтың береһе, этностың ағзаһы булып, исеме тарихта юғалып ҡалыуы ихтимал.
    Шулай уҡ тарихта Ғилметдин-әл-Башгирди тигән шәхес тураһында ла яҙма мәғлүмәт осрай. Беҙҙең бер милләттәшебеҙҙе бала сағында уҡ юлбаҫарҙар урлап, ҡоллоҡҡа бирә. Унан

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йыл уҡытыусыһы» – 3-сө гимназиянан Мәғәриф

    «Йыл уҡытыусыһы»  – 3-сө гимназиянанБаш ҡала уҡытыусыларының һөнәри конкурсы тамамланды. Көсөргәнешле бәйгелә баш ҡаланың 3-сө гимназияһынан математика уҡытыусыһы Елена Фролова (һүрәттә) еңеүгә өлгәште. Уның педагогик стажы – 11 йыл, шуның һигеҙ йылын ул 3-сө гимназияла уҡытҡан.
    – Тормошомдо мәктәптән, уҡыусыларҙан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яҡшы уҡытыусы булыуҙың сере ябай – балалар менән эскерһеҙ, ғәҙел һәм ихлас булыу, шул саҡта ғына барыһы ла килеп сығасаҡ. Конкурста еңеү яуларға миңә яҡындарым, уҡыусыларым һәм бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем ярҙам итте, – ти ул. Әйткәндәй, 3-сө гимназия уҡытыусылары был мәртәбәле конкурста беренсе тапҡыр ғына еңеү яуламай. Тимәк, ысынлап та, белем усағында көслө уҡытыусылар эшләй.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хыялдарға ҡанат ҡуйыусы Юбилейҙар, Мәғәриф

    Хыялдарға ҡанат ҡуйыусыРәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты республикабыҙҙың күп кенә уҡыусыларының яҙмышында мөһим урын биләй. Хыялдарға ҡанат ҡуйыусы, маҡсатҡа юлдар асыусы, республикабыҙҙың күп кенә үҫмерҙәренә ҙур тормош юлында үҙ һуҡмағын табырға ярҙам итеүсе белем усағы ул. Асылған көнөнән алып ошо маҡсатҡа тоғро хеҙмәт итә. Бөгөн уның уҡыусылары ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәй ҙә, ниндәй генә дәрәжәләргә эйә булмаған! Араларында исемдәре бөтә илгә, республикабыҙға билдәле күренекле шәхестәр бихисап.
    Бынан биш йыл элек гимназияның 60 йыллығына арналған оло тантана уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаусы уҡыусыларҙы бергә йыйғайны, ошо көндәрҙә тағы ла шундай матур осрашыу күҙаллана. Ул иртәгә баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтә.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru