Иренсәктең ирене кибер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Рәсәй көнө менән!
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бюджет урындары артасаҡ Мәғәриф

    БЫЙЫЛ мәктәп та­мам­лаусыларҙың яртыһынан күберәге вуздарҙа бушлай уҡый аласаҡ. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы 448 мең бюджет урынын булдырмаҡсы. 2010 йылда мәктәпте 822 мең уҡыусы тамамлаясаҡ (ә былтыр был күрһәткес 899 мең кеше тәшкил иткән).
    Мәктәпте тамамлаусылар һаны кәмегәнлектән, 2010 йылға белгестәр һәм бакалаврҙар әҙерләү программаһы буйынса 448 мең абитуриент ҡабул ителәсәк, шул иҫәптән көндөҙгө бүлеккә – 344 мең. Вуздарҙың көндөҙгө бүлегенә мең уҡыусыға ҡарата 418 бюджет урыны ҡалдырыласаҡ – был былтырғы күрһәткестән берәүгә күберәк. Магистратурала бюджет урыны, былтырғы менән сағыштырғанда, 5,2 процентҡа күберәк, йәғни 39,775 мең урын буласаҡ. Шул иҫәптән көндөҙгө бүлектә 38,351 мең бюджет урыны тәшкил итәсәк.

    авторы: admin | 19 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сит ерҙәргә барып, фәһем алып Мәғәриф

    Сит ерҙәргә барып,   фәһем алып   Ғалим, БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов менән әңгәмә ҡороу ниәте күптән бар ине. Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылының йомғаҡтарын барлағанда, ниһайәт, интернет селтәре ярҙамында әңгәмәләшергә насип булды. Һүҙ, башлыса, белем алыу, йәштәрҙең аралашыу даирәһе тураһында барҙы.
    – Әхәт Ғөбәй улы, Һеҙҙең менән аралашыу мөмкинлеге килеп сығыуына бик шатмын. ТӨРКСОЙ ойошмаһы менән Башҡортостан Республикаһының бәйләнештәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтегеҙ әле?

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Конкурстан һуң уйланыу Мәғәриф

    Конкурстан һуң уйланыуБыл конкурстың иң төп үҙенсәлеге – ул күп яҡлы, йәғни дүрт төрҙән тора. Балалар унда үҙҙәрен төрлө яҡлап күрһәтергә тейеш. Арҙаҡлы яҙыу­сыларыбыҙҙың тормошона һәм ижадына бағышланған викторинала уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең белемен күрһәтә, ә инде «Урал батыр» эпосынан өҙөктө сәхнәләштереүҙә артислык таланттары асыла, таныштырыу программаһында уларҙың тыуған яҡтарының тарихын тәрән белеүен һәм уның менән ғорурланыуын күрәбеҙ, эпосты ятлауҙарынан шундай тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә булған әҫәрҙе тулыһынса аңлауҙарын күреп шатланабыҙ. Һәр бер турҙы ҡарағандан һуң, Урал батыр бөгөн дә үҙенең вазифаһын үтәй, тип әйтә алабыҙ.
    Бәйге үткән Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» белем биреү-һауыҡтырыу үҙәген балаларҙы дүрт көнгә үҙенә туплаған башҡорт йәйләүе тип атарға мөмкин.

    авторы: admin | 14 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусы иң оло хөрмәткә лайыҡ Башҡортостан, Мәғәриф

    Донъялағы иң абруйлы, иң изге һөнәрҙәрҙең береһе ул уҡытыусы. Һәр кемдең яҙмышында ҙур урын биләгән был һөнәр эйәләренең халыҡ араһында абруйы һәр саҡ ҙур булған. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә алып барылған сәйәсәт тә педагогтарҙың баһаһын күтәреүгә йүнәлтелгән. Республикабыҙҙа йыл һайын «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара бәйгеһе уҙғарыла. Хәҙер уларға «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстары ла өҫтәлде. Улар Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын асыҡларға, исемдәрен бөтә республикаға танытырға һәм дә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрергә булышлыҡ итә. Конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Президенты премияһы тапшырыла.

    авторы: admin | 22 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт ҡыҙы – еңеүсе! Конкурстар, Мәғәриф

    Башҡорт ҡыҙы – еңеүсе!Мәскәүҙә киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡы­тыусыларҙы билдәләү, мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү, Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының туған телен һаҡлау, төбәктәрҙең иң яҡшы уҡытыусыларын асыҡлау һәм туған тел уҡытыусыларының абруйын үҫтереү маҡсатында ойошторолған «Туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2009» XIV төбәк-ара конкурсында гран-при яулаусы, Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, Өфө ҡалаһының 141-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыу­сыһы Гөлназ Мөхәмәтйәнова ла ҡатнашты.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡыу мәҙәниәтен ҡайтарыу мөһим Башҡортостан, Мәғәриф

    Заман технологиялары үҫешкән дәүерҙә, барыбыҙҙы ла Интернет, кеҫә телефоны бәйләнеше, алдынғы техника солғап алған осорҙа матбуғат баҫмалары иғтибарҙан ситтә ҡала бара. Йәш быуын да хәреф менән баҫылған әйберҙе уҡырға ашҡынмай. Ғөмүмән, совет осорондағы гәзит-журналдарға булған мөнәсәбәт, уҡыу мәҙәниәте бөгөн түбән тәгәрәй. Республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙың балаларҙы, йәш­тәрҙе тәрбиәләүҙәге ролен, уларҙың башҡа мәғлүмәт сараларына ҡарағанда өҫтөнлөктәрен күрһәтеп тороу артыҡ булыр. Бөгөн республикабыҙҙа донъя күргән балалар һәм йәштәр баҫмалары заман кешеһенең зауығына тап килерҙәй матур, күркәм, йөкмәткеле итеп эшләнә. Уны тик алдырырға һәм асып, күңел күҙе менән күрә белергә генә кәрәк.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «СИНЫФЫБЫҘ МЕНӘН ЯҘЫЛЫРБЫҘ!» Конкурстар, Мәғәриф

    «СИНЫФЫБЫҘ МЕНӘН ЯҘЫЛЫРБЫҘ!»Ҡырмыҫҡалы районына юлыбыҙ төшкәндә бер ыңғай Ҡарлыман урта мәктәбенә лә һуғылдыҡ. Быйыл йәйгеһен генә 85 йыллыҡ юбилейын билдәләгән белем усағында бөгөн 111 бала уҡый. Директор Рөстәм Нил улы Алдаҡаев беҙҙе мәктәп тормошо менән таныштырып, күптән түгел генә «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә йыһазландырылған биология кабинеты ишеген асты. Унынсыларҙың дәресе бара, уҡыусылар мультимедиа проекторға төбәлгән. Ысынлап та, ябай ғына ауыл мәктәбендә заман технологиялары индерелеүенә һөйөнмәү мөмкин түгел. Уҡыусылар интернетты ла иркен файҙалана. Ә бына гәзит-журнал уҡыйҙармы икән?
    8 – 10-сы синыфтар менән осрашыу барышында иң беренсе ҡыҙыҡһынған һорауыбыҙ шул булды. Эйе, тигәнде белдереп, араларынан өсәү ҡул күтәрҙе.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Китапханала – ҡунаҡта Мәғәриф

    Һуңғы осорҙа йыш ҡына ата-әсәләрҙән, уҡытыусыларҙан балаларҙың китап уҡымауы, гәзит-журналдар менән ҡыҙыҡһынмауы хаҡында ишетергә тура килә. Көндән-көн уларҙы компьютер донъяһы, Интернет үҙенә йота бара. Көн буйы компьютер артында ултыр­һа-ултыра, ҡулына китап тотоп та ҡарамауы ихтимал. Был, әлбиттә, борсоуға һала, сөнки компьютерҙың зыяны ла бар, юҡҡа ғына табиптар уның менән шөғөлләнеү ваҡытын сикләмәй. Икенсенән, әҙәби китаптарҙың, милли баҫмаларҙың тәрбиәүи көсө тураһында оноторға ярамай. Тап улар ғына бала күңеленә иң изге ҡиммәттәрҙе, тойғоларҙы, хистәрҙе еткереү һәләтенә эйә. Шуға күрә лә әҙәби әҫәрҙәргә, баҫма һүҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү – һәр уҡытыусының, китапханасының, матбуғат хеҙмәткәренең, ата-әсәнең изге бурысы. Ошо маҡсаттан сығып, уҙған аҙнала республикабыҙҙа Балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығы иғлан ителгәйне.

    авторы: admin | 8 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru