|
 |
 |
Уҡыусыларға туған телдән һәм әҙәбиәттән имтихан бирергә рөхсәт ителәсәк |
Мәғәриф |
|
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ошо көндәрҙә «Мәғариф тураһында»ғы Рәсәй Федерацияһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйған. Закон РФ Дәүләт Думаһы тарафынан 20 майҙа ҡабул ителгән була һәм 25 майҙа Федерация Советы тарафынан раҫлана. Яңы федераль закон туған тел һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеүселәргә дәүләт аттестацияһы үтеү барышында имтихан тапшырыу өсөн ошо фәндәрҙе һайлау хоҡуғын бирә. Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йомғаҡлау аттестацияһы үтеү тәртибе һәм формаһы Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары тарафынан билдәләнә. |
|
|
Эй, арыным, ялҡтым! Берәй ваҡыт машинаһы уйлап сығарып, бер генә айҙы һикереп үтһәң ине. Тәмле, татлы йоҡоңдан уянаһың да, бына, бәхет: бер ҡайҙа ашығаһы юҡ, ҡурҡыныс уйҙар ҙа башта ҡайнашмай, билдәһеҙлек тә күңелде өйкәмәй... Их, юҡ шул ундай машина! Татлы йоҡоноң нимә икәнен күптән оноттом инде. 2 – 3 сәғәт кенә серем итеп алыу эләкһә лә, бик шәп! Алда тағы ла нисәмә борсоулы төн! Тәүлек әйләнәһенә уҡый-уҡый, баш шартлар хәлгә етә, ә теге кәрәкле формула, реакциялар һаман иҫтә ҡалмай. Иртәгә имтихан! |
|
 |
Сессия, стипендия, йоҡоһоҙ төндәр... |
Мәғәриф |
|
Юғары уҡыу йорттарында йәйге сессия башланды. Студенттарға иркенләп йөрөү бөттө, хәҙер баш баҫып имтихандарға әҙерләнергә кәрәк. Һәр кемдең имтиханды яҡшы билдәләргә тапшырғыһы килә. Бигерәк тә стипендия тип тырыша улар. Ни тиһәң дә, әҙме-күпме аҡса бит, ашарға етмәһә лә, ҡапҡылауға ярап ҡала. Бер заман чиновниктар, стипендияны бөтөрөп, студенттарҙы эшләтергә кәрәк, тип тә шау-шыу ҡуптарып алғайны. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәре шулдыр инде. Стипендияны бөтөрөү түгел, ә күтәреү тураһында һүҙ алып барһалар, бер хәл. Былай ҙа бик әҙ бит инде ул, меҫкен студенттарҙы инде шуныһынан да мәхрүм итмәһәләр. 80-се йылдарҙа вуз студентының стипендияһы 40 һум була торғайны, ә уртаса эш хаҡы – 100 – 120 һум тирәһе. |
|
|
Юғары уҡыу йорттары яртылаш түләүле белем биреүгә күсеп бөттө, тиҙҙән мәктәптәрҙә лә уҡыу түләүле булыр инде – күптәр шулайыраҡ фекер йөрөтә. Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышында ла иң үҙәк мәсьәләләрҙең береһе булараҡ тап ошо һорау күтәрелде. – Беҙ мотлаҡ бушлай белем биреүҙе һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ, ул беҙҙең Конституцияның төп положениеларының береһе, – тип белдерҙе РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин, Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының съезында сығыш яһап. Уның әйтеүенсә, дәүләт белем биреү процесын тулыһынса финанслаясаҡ һәм мәктәптәрҙе тәьмин итеү, төҙөкләндереү, уҡытыусыларға эш хаҡы түләү, йыһаздар, ҡорамалдар һатып алыуҙы ла индереү һәм үҫтереү бурысын да тулыһынса үҙ өҫтөнә аласаҡ. |
|
 |
Ҡайҙан килә бындай бәғерһеҙлек? |
Мәғәриф |
|
Баш ҡаланың 129-сы мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы тиҫтерҙәре менән 12 йәшлек малайҙы туҡмаған. Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында булған хәл тетрәндерә лә, уйландыра ла. Ҡайҙан килә балаларҙа шул тиклем бәғерһеҙлек? Нисек шундай хәлгә ҡулдары бара ла, күңелдәрендә йәлләү тигән тойғо бөтөнләй юҡмы? Бына шунан һуң ололарҙың, хәҙерге йәштәр тәртипһеҙ, рәхимһеҙ, уларҙан берәй изгелек көтөрмөн тимә, тип юҡҡа әйтмәүен төшөнәһең. Ваҡиға апрель айында Шөғөр йылғаһы янында була. 9-сы синыф уҡыусыһы бер төркөм үҫмер менән 12 йәшлек малайҙы туҡмай. Улар үҙҙәренең ҡорбанын төрлөсә мыҫҡыл итә, бысраҡ һыуға ла сумдырып ала. |
|
|
БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетынан биш студент һәм етәксегә ошо ике университет килешеүе нигеҙендә стажировка үтеү ҙә ҡаралғайны. Бер юлы ике кәмәнең ҡойроғон тотоу заман менән типә-тиң атлауға мөмкинлек бирә. Сөнки стажировка сиктәрендә беҙҙең студенттар боронғо төрки яҙмалар, мифология, фольклор, төрки телдәрҙең сағыштырмаса грамматикаһы буйынса Таулы Алтай университеты профессорҙарының лекцияларын тыңланы, практик дәрестәрҙе рухи яҙмалары һаҡланған ерҙәргә сығып өйрәнде. Бигерәк тә А. Тибикова, С. Сарташева, Н. Киндикова, Н. Чочкиналарҙың лекциялары бик файҙалы булды. Студенттар ошо материалдарҙы ла ныҡлы үҙләштереп, олимпиадаға ҙур әҙерлек менән килгәйне. Беҙҙең команда составында IV курс студенттары Р. Шапилов, Р. Солтанова, М. Фазуллина, Б. Зиннуров, Э. Ғәлиуллина һәм етәксе булараҡ мин ҡатнаштым. |
|
 |
Көстө көс еңә, ә матурлыҡ – бөтәһен дә |
Мәғәриф |
|
Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында бер уҡыусы бала, физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡоновты күҙ уңында тотоп, беҙҙең мәктәптә уҡытыусы булмаған бер генә уҡытыусы бар – эшләмәй, туп уйнап, һикереп, йүгереп тик йөрөй, тип әйткән. Эшләмәй, тип әйтеүе буш хәбәр, әлбиттә. Сөнки Зиннур Ғүмәр улының йәш быуынды сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, уҡыусыларының спорт өлкәһендә яулаған уңыштары башҡаларҙы һоҡландырырлыҡ, хатта бер аҙ көнләштерерлек: ҡыҙҙар һәм малайҙар район спартакиадаһында, республика фестивалдәрендә, һабантуйҙарҙа даими рәүештә призлы урындар ала. Гел балалар менән эшләгәнгәлер, ахыры, Зиннур һаманғаса эскерһеҙлеген, ихласлығын, кешеләр менән аралашыуҙа ябайлығын ташламаған. Шуға ла уның менән танышып, һөйләшеп китеүе еңел, рәхәт, күңелле. Ошо яҡты уйлы, изге йәнле кеше менән танышыу ҙа хәйриә акцияларына бәйле килеп сыҡты – Баймаҡ һылыуы Гөлйөҙөм Туйсинаға иң беренселәрҙән ул ярҙам ҡулы һуҙҙы.
|
|
 |
«Көслөнөкө түгел, белемленеке замана» |
Мәғәриф |
|
Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге үҙенсә матур, үҙенсә данлыҡлы. Күгәрсен районы ошо йәмле төбәктәр араһында айырым урынды биләй. Күгәрсен тиһәң, күҙ алдына бәрәкәтле ергә ереккән ябай, ихлас кешеләр, боронғолар аманатын бөгөнгө быуынға еткереүсе ил инәләре, ир намыҫы – ил намыҫы, тип йәшәүсе ил ағалары, илһөйәр, телһөйәр йәштәр күҙ алдына баҫа. Ошонда тыуып үҫеп, ошо изге тупраҡта тәпәй баҫҡандар бер-береһенә ылығып бара, ҡыуанысын да, хәсрәт-хәстәрҙәрен дә бүлешә. Былтыр декабрь аҙағында баш ҡалала төпләнгән яҡташтар һәм белем эстәү маҡсаты менән Өфөгә юлланған йәштәр өсөн «Оло Эйек» яҡташтар ойошмаһы күркәм осрашыу уҙғарҙы. Кисәне асып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Венир Аҙнағолов залда йыйылыусыларҙы республикала эшләгән йәштәр программалары менән таныштырҙы, студенттарҙы күберәк мәғлүмәт тупларға, аралашып йәшәргә, белемле булырға саҡырҙы. |
|
|
|