Аҡрын барһаң, алыҫ китерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Әрме – 2008
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Быуындар бәйләнеше өҙөлмәһен Мәғәриф

    Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған буласаҡ башҡорт теле уҡытыусылары Сибай ҡалаһының интернат-гимназияһында практика үтте. Улар тәжрибәле уҡытыусы Әлнисә Алдырханова етәкселегендә дәрестәр үткәреп кенә ҡалманы, ә төрлө кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Сибай ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар менән ойошторолған «түңәрәк өҫтәл».
    Һөйләшеү бик фәһемле килеп сыҡты. Йәш уҡытыу­сыға мәктәптә эш башлағанда нимәгә иғтибар итергә, балаларҙа ни рәүешле үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһыныу уятырға, уҡыусылар менән нисек уртаҡ тел табырға – һәр практикант үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Ветеран уҡытыусылар башҡорт теле уҡытыу­сыһы булыуҙың, башҡа фән уҡытыусыларынан айырмалы рәүештә, үтә лә яуаплы һөнәр булыуын билдәләп үтте. «Әсә теле уҡытыусыһы – ул тел һаҡсыһы, милләт һаҡсыһы, үҙ халҡының патриоты булырға тейеш», – тине ул.

    авторы: admin | 25 октября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тел күрке – һүҙ Мәғәриф

    Телселәрҙең диалектология буйынса ошондай һуңғы киң һөйләшеүе үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында булған. Өфөлә үткән әһәмиәтле сарала Э. Тенишев, Н. Баскаков кеүек күренекле телселәр ҙә ҡатнашҡан. Был тарихи ваҡиғаға утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Билдәле донъя, система болғаныштарын үҙ эсенә алған ошо арауыҡта Рәсәйҙә диалектология фәне лә бик күпте юғалтҡан. Уға бөтөнләй иғтибар юҡ кимәлендә. Бер нисә төбәктә генә, атап әйткәндә, Өфө, Ҡаҙан, Ижевскиҙа ғына эштәр туҡтамаған. Шулай булғас, был тема көнүҙәкме һуң? Өфөлә оло йыйынға йыйылыу кәрәк инеме?
    – Кәрәк ине. Бөгөн телдең был тармағына иғтибар бирмәһәк, күп телдәребеҙ бик ярлыланасаҡ, ҡайһы берҙәре бөтөүгә табан барасаҡ, – тип яуапланы был һорауға Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының Урал-Алтай телдәре бүлеге етәксеһе, академик Анна Дыбо.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөтә йәмғиәтебеҙ үҫеш осорон кисергәндә Мәғәриф

    Бөтә йәмғиәтебеҙ үҫеш осорон кисергәндә– Зиннәт Абдуллович, һеҙгә Ейәнсура районы Үрген урта мәктәбе директорының һорауы бар ине. Бер йыл элек телевидениенан ишеткәйнек, бер уҡыусыға норматив буйынса республика Рәсәйҙә 53-сө урында килә, тип. Шуның һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙе, бигерәк тә ауыл мәктәптәрен финанслау бик түбән һәм уҡы­тыусыларҙың эш хаҡы ла әҙ килеп сыға. Ҡасан бер уҡыусыға нормативты күтәреү көтөлә һәм ниндәйерәк күләмдә була икән? Сөнки матбуғатта, Татарстанда 1 сентябрҙән эш хаҡы 16 процентҡа артҡан, тип яҙылған, ә ул бит нормативтың артыуы нигеҙендә башҡарыла.
    – Һеҙҙең мәктәптә нисә уҡыусы бар? Норматив буйынса бүленгән аҡса өҫтәмә эш хаҡы түләргә етмәйме? Райондың башҡа мәктәптәрендә нисек?
    – Беҙҙең мәктәптә 133 уҡыусы.

    авторы: admin | 12 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ФӘН ҮҘӘГЕНӘ – 60 ЙЫЛ Мәғәриф

    ФӘН ҮҘӘГЕНӘ – 60 ЙЫЛРәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Конгресс-холда ошо иҫтәлекле датаға арналған тантаналы ултырыш үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, уның урынбаҫары Марат Мөлөков, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Фәндәр академияһы академиктары Анатолий Деревянко менән Валерий Тишков, БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин һәм республика ғалимдары ҡатнашты.
    Фән әһелдәре, ғәҙәттә, халыҡ араһына артыҡ сығып та бармай, һәр береһе үҙенең эҙләнеүҙәре, ғилми тикшеренеүҙәре, фәнни хеҙмәттәрҙе өйрәнеү менән мәшғүл. «Ҡайһылай яҡшы,барыбыҙ ҙа бында йыйылғанбыҙ!» – ғалимәнең ҡыуанып әйткән был һүҙҙәре лә шуны дәлилләй.

    авторы: admin | 29 июня 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйна әле, аккордеоныңда Мәғәриф

    Уйна әле, аккордеоныңдаПетр Дранга – мөләйем һәм йәш «йондоҙ». Атаһы ла, әсәһе лә аккордеонсылар. Егеткә һөнәр һайлау тип баш ҡатырырға ла кәрәкмәгән. Әйткәндәй, уның ике апаһы – пианисткалар. Петрға 12 йәшендә тәүге уңыш йылмая: Мәскәүҙә һәм Италияла аккордеонсылар конкурсында лауреат була. Артабан уның тығыҙ ижад мәле башлана, конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, еңеүҙәр яулау менән бер рәттән, панк-рок стилендә йырлай. 16 йәшендә, йәғни 2000 йылда, Петр үҙен үҙ аллы итеп тоя һәм ата-әсәһенән айырым йәшәргә ниәтләй. Уҡыу, музыка менән шөғөлләнеүҙән тыш, аҡса еткерер өсөн кинотеатрҙа йыйыштырыусы булып эшләй. Тап шул эше егеттә эшҡыуарлыҡ һәләтен аса.

    авторы: admin | 11 ноября 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәҙистәр Мәғәриф

    Хәҙрәти Әбүбәкер Әс-Садиҡтың бер ғәҙәте булған. Ул артыҡ күп һүҙ һөйләүҙән һаҡланыу өсөн, теленең өҫтөнә таш ҡуйған, ти. ʺКөтмәгәндә телдән урынһыҙ һүҙ сыҡмаһынʺ, − тип әйтер булған һәм, теленә ишара итеп: ʺМине һәләк ҡылыр ошо телʺ, − тигән. Шик юҡ. Әҙәм балаһының хата үә ғәйептәренең күбеһе теленәндер.
    Ут утындарҙы ашап бөтөргән кеүек, хөсөт тә эшләнгән изгелектәрҙе, сауаптар­ҙы ашап бөтөрөр.
    Хөсөт − шифаһы табылмаған бер хөсөттөр.

    авторы: admin | 4 июля 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТӘБИҒӘТ ТӘРТИПЛЕЛӘРҘЕ ЯРАТА Мәғәриф

    Эсмә! Һыу түгел, әлбиттә, һүҙ спиртлы эсемлектәр тураһында бара. Эскән килеш әүҙем ял итеү бик ауырға төшәсәк. Ни өсөн икәнлеген яҙып тороу ҙа артыҡтыр, быны һәр кем аңлай. Походта спиртлы эсемлектәрҙе эсеүҙән тыйылып тороу шәхсән үҙегеҙҙең именлегегеҙ өсөн генә кәрәк.
    Артыңдан сүп-сар ҡалдырып йөрөмә! Тәртипһеҙ ҡыланыу бер кемде лә матурламай. Тағы ла шуныһы: арыйһың икән, башҡалар­ға был хаҡта хәбәр ит. Бер төркөмгә төрлө кеше йыйыла, әммә улар бер-береһен көтөп торорға, аңларға тейеш. Артыҡ шәбәйеп, һуңғы сиккә еткәнгә тиклем төркөм артынан йүгермәгеҙ. Аҙағы күңелһеҙ булмағайы.
    Тәмәке хаҡында айырым әйтке килә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөҙәбеҙ, сумабыҙ Мәғәриф

    Һыу инеү өсөн һайланған урын һеҙгә электән таныш булһа ла, унда бейектән ырғыр алдынан һыу ятҡылығының төбөн тикшереп сығығыҙ. Бер төн эсендә лә тулҡындарҙың йылға төбөнә бүрәнә йәки башҡа нәмәне килтереп ташлауы мөмкин. Һыу ятҡылыҡтарының төбө һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Йыйылған балсыҡ, тимер, ботаҡҡа барып төшөп муйыныңды йәки башҡа урынды һындырырға, иҫтән яҙырға, һәм Алла һаҡлаһын, үлергә лә мөмкин.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru