|
 |
 |
профсоюздары баланы ҡарау осорон оҙайтыу яҡлы |
Мәғәриф |
|
Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы бала ҡарауҙың пенсия стажына ингән осоро оҙайлылығын өс йылдан дүрт йыл ярымға тиклем арттырырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Республика профсоюздарының тәҡдимен Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы Генсоветының гендер сәйәсәте буйынса даими комиссияһы менән Дөйөм профсоюздар конфедерацияһының ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтсәндәрҙе яҡлау буйынса комиссияһының берлектәге ултырышында БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов еткерҙе. |
|
 |
Мәктәпкә әҙерләнеү күпмегә төшә? |
Мәғәриф |
|
Ҡалаларҙағы, район үҙәктәрендәге баҙарҙарҙа, сауҙа үҙәктәрендә мәктәпкә әҙерлеккә бағышланған махсус нөктәләр, мөйөштәр барлыҡҡа килә башланы. Улар ата-әсәләрҙе нимә менән һөйөндөрә ала һуң? Баш ҡаланың «Башҡортостан» сауҙа үҙәге мәктәп йәрминкәләренә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүлә. Быйыл да икенсе ҡатта буйынан-буйына һуҙылған сауҙа нөктәләрендә мәктәп формалары, уҡыу кәрәк-яраҡтары, мәктәп йәшендәге балалар өсөн кейем-һалым, аяҡ кейемдәре тәҡдим итәләр. Ниндәйе генә юҡ, йәнең теләгәнен һайлап ал. Иң беренсе сиратта хаҡтары менән ҡыҙыҡһынам. Тик улар артыҡ һөйөндөрмәй. Мәҫәлән, 1-се синыфҡа уҡырға барыусы бала өсөн малайҙар костюмын 1900 – 2100 һум тора. Кем нисек уйлайҙыр, миңә ҡалһа, бәләкәй генә костюм өсөн шундай хаҡ булырға тейеш түгел. Малайҙар өсөн күлдәктәр 300 – 340 һум. Улыңды мәктәпкә тулыһынса әҙерләү өсөн галстугы ла, туфлийы ла кәрәк. Галстукты 70 – 90 һумға алырға була. Туфлиҙар иһә 800 һумдан башлана. |
|
 |
Донъяға нисек ҡарарға күҙҙе асалыр мәктәп |
Мәғәриф |
|
 Әгәр театр кейем элгестән башланһа, мәктәп нимәнән башлана? Күрәһең, уҡыу йортоноң тупһаһынандыр – белем усағының ишеген асып инеү менән айырым бер серле лә, ылыҡтырғыс та, мауыҡтырғыс та донъяға барып эләгәһең. Хәйер, мәктәп һәр кем өсөн үҙенә генә хас тәьҫораттар менән бәйле «асыла»: берәүҙәрҙең күңелендә белем усағына һөйөү «Әлифба»нан ярала, икенселәрҙә – тәүге уҡытыусынан, өсөнсөләрҙә – аҡбур еҫе аңҡыған таҡталы бүлмәнән... Буранғол мәктәбенең туҡһан йыллыҡ юбилейын билдәләргә төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтар – элекке уҡыусылар, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, яҡты хәтирәләре менән бүлешеп, ошо хаҡта һөйләне.
|
|
 |
«Егерменселәр икәнегеҙҙе онотмағыҙ!» – |
Мәғәриф |
|
тип оҙатты Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусылары үҙҙәренең 11-се класс уҡыусыларын
 Их, ҡайһылай матурһың да, нурлыһың да, йырлыһың да, моңлоһоң да, дәртлеһең дә һин, йәшлек! Күҙҙәрендә сатҡы уйнатып, йөрәктәре елкенеп, өҙә баҫып, шатланышып-ҡыуанышып икенсе тыуған йортона – ун бер йыл буйы алты ай ҡыш, алты ай йәй тупһаһын тапаған Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына өлгөргәнлек аттестаты алыу һәм уҡытыусылары, класташтары, класы, партаһы менән хушлашыу тантанаһына берәм-берәм йыйылған һөйкөмлө ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ҡарап, һоҡланып туйғыһыҙ. Ниндәй һылыуҙар, саялар, шуҡтар! |
|
|
 Бөгөн-иртәгә бик күптәр яңы тормош башлаясаҡ. Юҡ-юҡ, ахыры заман да етмәй, аҡса ла үҙгәрмәй. Бары уҡыу йорттарын тамамлаусылар, аттестат йәки диплом алып, яңы тормош һуҡмағына аяҡ баҫа. Сер түгел, «аттестат», «диплом» тигән ҡатырғаны ҡулдарына алғас, бик күптәр еңел һулап ҡуя. Ниһайәт, был көн етте бит әй, тиеүселәр ҙә байтаҡ. Тиҫтә йыл ғүмереңде үҙ эсенә алған аттестат йәки дүрт-биш йылды бағышлаған дипломды ҡулға алғандан һуң, күңелдәрҙе әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ҡәнәғәтлек, шатлыҡ хисе биләй. Ләкин шул уҡ ваҡытта аҡылдың бер мөйөшө менән был тойғоноң оҙаҡҡа бармаясағын да аңлайһың. Сөнки алда – яңы кәртәләр, билдәһеҙлек... Кемдер, БДИ буйынса алған балдарым етеп, уҡырға инә алһам ярар ине, тип, борсола, икенсе берәү, яйлы эш килеп сыҡһа шәп булыр ине, тип хыяллана. Йәғни һәр кем үҙ һуҡмағын үҙе һайлай.
|
|
 |
977 уҡыусы математиканан «икеле» алған |
Мәғәриф |
|
Башҡортостанда математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 27214 уҡыусы тапшырҙы. Уларҙың 977-һе был фән буйынса «икеле» билдәһен алды. Ә инде бер генә сығарылыш уҡыусыһы иң һәйбәт һөҙөмтәне күрһәтеп, камил белемен иҫбатланы – ул 100 балл йыйған! Дөйөм алғанда, республикала математика буйынса бирелгән Берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балы – 49,52. |
|
 |
Тәүге ҡарлуғастар оло юлға сыҡты |
Мәғәриф |
|
 Башҡорт дәүләт аграр университетында «дәүләт муниципаль идара» специальносы буйынса ситтән тороп уҡыусыларҙың тәүге сығарылышы белгес дипломы алды. Биш йыл элек асылған бүлектә, башлыса, фәнни баҫмалары булған студенттар уҡый, ҡайһы берәүҙәре сит ил телендә диплом яҡлай, 10 проценттан ашыуы аспирантурала ҡала. Студенттарҙың барыһы ла әүҙемлектәре менән айырылып тора. Быға Башҡорт дәүләт аграр университетының идара итеү кадрҙары әҙерләүгә ҙур иғтибар биреүе, уҡытыусылар, матди-техник базаның көслө булыуы ла булышлыҡ итә.
|
|
 |
Тәүге ҡарлуғастар оло юлға сыҡты |
Мәғәриф |
|
 Башҡорт дәүләт аграр университетында «дәүләт муниципаль идара» специальносы буйынса ситтән тороп уҡыусыларҙың тәүге сығарылышы белгес дипломы алды. Биш йыл элек асылған бүлектә, башлыса, фәнни баҫмалары булған студенттар уҡый, ҡайһы берәүҙәре сит ил телендә диплом яҡлай, 10 проценттан ашыуы аспирантурала ҡала. Студенттарҙың барыһы ла әүҙемлектәре менән айырылып тора. Быға Башҡорт дәүләт аграр университетының идара итеү кадрҙары әҙерләүгә ҙур иғтибар биреүе, уҡытыусылар, матди-техник базаның көслө булыуы ла булышлыҡ итә.
|
|
|
|