Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Теләк булһа, эше табыла
  • Өс һөйләм менән
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Мин тормошто һайлайым
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тормоштағы тәүге оло һынау: ауырмы ул, еңелме? Мәғәриф

    Тормоштағы тәүге оло һынау: ауырмы ул, еңелме?
    Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тамамланыуға табан бара. Үткән аҙнала 11-се синыф уҡыу­сылары рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырғайны, кисә математиканан һынау тоттолар. Билдәле булыуынса, былтыр­ҙан башлап был ике фәндән уҡыусылар мотлаҡ рәүештә берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Бынан тыш, биология, информатика, химия, инглиз теле, рус әҙәбиәте буйынса ла берҙәм дәүләт имтихандары үтте. Был фәндәр­ҙән БДИ тапшырырға теләк белдергән уҡыусылар ғына һынауҙа ҡатнашты.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаларҙы күңелле ял көтә Мәғәриф

    Уҡыу йылы аҙағына яҡынлаша. Балаларҙы алда күңелле һәм оҙайлы ял көтә. Уны ҡайҙа, нисек үткәрергә һуң? Балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә был хаҡта уйлана торғандыр. Ул ғына ла түгел, БР Мәғариф министрлығы ла уҡыусылар­ҙың йәйге ялын ойоштороу, сәләмәтлеген нығытыу буйынса төрлө варианттар тәҡдим итә. Барлығы 370 мең уҡыусыны йәйге ялдың төрлө формаларына йәлеп итеү күҙаллана. Республика биләмәһендә 94 лагерь, 20 балалар шифаханаһы эшләйәсәк. Шулай уҡ балалар мәктәп янындағы көндөҙгө лагерҙарҙа ла ял итәсәк. Бынан тыш, республиканың 17 шифахана-профилакторийында балалар сменаһы ойоштороласаҡ.
    Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға республика бюджетынан 855 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Республика иҫәбенә балаларҙың һаулығын нығытыу һәм ялын ойоштороу республика биләмәһендә урынлашҡан лагерҙарҙа һәм шифаханаларҙа ғына тормошҡа ашырыласаҡ.

    авторы: admin | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормошта ла һынатмаҫтар Мәғәриф

    Тормошта ла һынатмаҫтар
    Дүртөйлө башҡорт гимназияһы тәүге ҡарлуғастарын осорҙо – быйыл уны 22 егет һәм ҡыҙ тамамлай
    Дүртөйлө районындағы Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми исемен йөрөткән башҡорт гимназияһы менән «Йәшлек»тең дуҫлығы инде бер нисә йыл дауам итә. Шуға күрә лә беҙҙең осрашыуҙар йыш ҡабатланып тора. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһына ҡунаҡҡа саҡырғас, бик теләп юлға сыҡтыҡ. Уҡыусылар шау-гөр килеп байрам тантанаһына әҙерләнгәндә, мәктәп директоры Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы Хөсәйенова менән әңгәмәләшергә форсат тейҙе.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гимназиям, иҫтә ҡалырһың! Мәғәриф

    Гимназиям, иҫтә ҡалырһың!
    Һуңғы ҡыңғырау үҙ ваҡытында һәр кем өсөн шылтырай. Ул үҙ аллы ғүмер башланғысына юл да, өлкәнәйеүҙе белдереүсе ниндәйҙер бер символ да булып тора. Моңһоу, тиҙәр мәктәптә яңғыраған һуңғы ҡыңғырауҙы. Ә шулай ҙа тантана, байрам рәүешле үтә ул.
    Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы 25 майҙа тағы ла күркәмләнеберәк киткәндәй тойолдо. Аҡ алъяпҡыстар кейгән, аҡ таҫмалар таҡҡан ҡыҙҙар, һомғолланып киткән кеүек күренгән ыҫпай егеттәр – мәктәп тамамлаусылар шулай матурлай ине гимназияны.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау сыңланы Мәғәриф

    25 майҙа Башҡортостан мәктәптәрендә мәктәпте тамамлауға арналған тантаналы линейкалар үтте. Һуңғы ҡыңғырау — балалыҡтың тамамланыу символы һәм оло тормошҡа аяҡ баҫыу дәлиле булараҡ, республиканың 46 мең туғыҙынсы синыф һәм 27 меңдән ашыу ун беренсе синыф уҡыусыһы өсөн яңғыраны.
    Был тантаналы көн менән егет һәм ҡыҙ­ҙарҙы БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡотланы. "Ҡулығыҙға аттестат алып һәм мәктәп тупһаһынан сығып, һеҙ үҙегеҙҙе яңы өлкәлә, яңы категорияла һынап ҡараясаҡһығыҙ. Бөгөн һеҙҙә энтузиазм көслө – алдығыҙҙа бик күп төрлө юлдар, улар аша үтеп, мотлаҡ үҙ хыялығыҙға ирешәсәкһегеҙ. Иң мөһиме – дөрөҫ юл һайлау. Артабан һеҙҙән үҙ аллы яуаплы ҡарарҙар ҡабул итеү һәләтлелеге лә, ҡуйылған маҡсатыңа өлгәшеүгә ынтылыш та, интеллектуаль һәм шәхси ижади мөмкинлектәреңде кәрәкле йүнәлештә файҙалана белеү оҫталығы ла талап ителәсәк. Был сифаттар алда торған юғары һәм урта махсус уҡыу йортона инеү һынауҙарында ғына түгел, шулай уҡ профессиональ карьераңды ҡорғанда, тормошоңда өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләгәндә һәм бойомға ашырғанда ла үҙ актуаллеген юғалтмаясаҡ", – тине ул.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сыңы ҡалһын йөрәктәрҙә! Мәғәриф

    Сыңы ҡалһын йөрәктәрҙә!
    Сираттағы уҡыу йылының һуңғы көндәре лә килеп етте. Йылдағыса, бөтә Рә­сәй­ҙә һәм Башҡор­тостанда 25 майҙа 11-се синыф уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырау тантаналары уҙҙы.
    Баймаҡ районында мәктәп ҡыңғырауы 509 уҡыусы өсөн һуңғы тапҡыр яңғыраны – тап шуның сама 11-се синыф уҡыу­сыһы сығарылыш им­ти­хандары тапшырып, өлгөргәнлек аттестаты алырға әҙерләнә. 9-cы синыфтар менән ҡушып иҫәпләгәндә, был һан йәмғеһе 857- не тәшкил итәсәк.

    И. ҠАНСУРИН.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хуш, мәктәбем! Мәғәриф

    Хуш, мәктәбем!
    Мәктәбем! Күңелемә шундай яҡын, ҡәҙерле икенсе тыуған йортом һин. Ун бер йыл буйына һинең йылы стеналарың, яҡты, матур кабинеттарың беҙҙе һәр саҡ үҙ итеп, яратып ҡаршы алды.
    Кескәй ҡулдарыбыҙға сәскә гөлләмәләре тотоп, беренсе тапҡыр һинең ҡапҡаңды асып инеүебеҙ әлегеләй хәтеребеҙҙә. Таҙа, матур, мөһабәт бинаң беҙҙе, ҡәҙерле балаларын, үҙенең ҡанаты аҫтына һыйындырған оло ҡош кеүек, тәрән белем һәм тәрбиә йортона ҡабул итте. Береһенән-береһе аҡыллы, белемле һәм тырыш уҡытыусыларыбыҙҙың мауыҡтырғыс дәрестәрен, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле түңәрәктәрен, төрлө кисәләрен, байрам сараларын беҙ, сығарылыш синыф уҡыусылары, күңел дәфтәребеҙгә мәңгегә яҙып ҡалдырасаҡбыҙ. Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусыларыбыҙ, алдығыҙҙа ҙур ихтирам менән баш эйәбеҙ!

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Районыбыҙ ғорурлығы Мәғәриф

    Районыбыҙ ғорурлығыКөйөргәҙе районының иң көслө белем усаҡтарының береһе – Таймаҫ урта мәктәбе үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән мәлдә гимназия статусында эшләй башланы. Хәҙер ул Яңы Таймаҫ ауылының Р. Солтангәрәев исемендәге башҡорт гимназия-интернаты тип атала. Был уҡыу йортонда 181 уҡыусы белем эстәй. Бынан тыш, Төкән, Марьевка, Ялсыҡай ауылдарында филиалдар асылды. Гимназия директоры Гүзәл Фәтих ҡыҙы Усманова үҙенең һәм коллективтың дөйөм шатлығы менән ихлас бүлеште.
    – Гүзәл Фәтиховна, беренсенән, һеҙҙе һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым. Ошо ҡаҙаныштарға өлгәшеүегеҙ тураһында бәйән итһәгеҙ ине.
    – Рәхмәт. 2005 йылда район хакимиәте башлығы Ә. Ҡотләхмәтовтың ҡарары менән белем усағында башҡорт гимназия кластары булдырылғайны. Биш йыл дауамында мәктәп ауыл шарттарында һәләтле балаларҙы асыҡлау, үҫтереү буйынса эксперименталь майҙансыҡ булып торҙо, йәғни «Милли мәктәп шарттарында ижади шәхестәр үҫтереү» темаһы буйынса эксперименталь эш ярҙамында мәктәбебеҙ мәғариф өлкәһендә ҙур уңыштар яуланы.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru