Дәрт - даръя, дарман - донъя.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Тәмле
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уҡыусының хеҙмәте баһаланды Мәғәриф

    Уҡыу энә менән ҡойо ҡаҙыу, ти халыҡ мәҡәле. Әммә ауыр хеҙмәтеңдең, түккән көсөңдөң һөҙөмтәһен күреү бөтә ауырлыҡтарҙы оноттора, тик яҡты матур уйҙар ғына ҡалдыра торғандыр. Шуның кеүек үк, ошо көндәрҙә ресубликаның бер төркөм уҡыусылары, үҙҙәренең уңыштарын күреп, тырышлыҡтарының лайыҡлы баһаһын татып һөйөндө. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумы үтте.
    Унда уҡыусыларҙың 2010 йылғы Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары, уларҙың уҡытыусылары йыйылды. Олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы йыл һайын үткәрелә. Әммә быйыл ул айырыуса тантаналы шарттарҙа билдәләнде. Рәсәй кимәлендә үҙҙәрен танытып ҡайтҡан уҡыу алдынғылары хөрмәтенә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, матур концерт ойошторолдо, хатта фуршет әҙерләнгәйне.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һау бул, спартакиада! Мәғәриф

    Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының ихатаһы күңелле тауыштарҙан, дәртле йыр-моңдан гөж килеп, бал ҡорттары күселәй ҡайнай. Аптырайһы ла түгел, сөнки унда – байрам! Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан тиҫтәнән ашыу гимназия-лицей уҡыусылары ҡатнашҡан ХII спартакиаданы йомғаҡлау хөрмәтенә ойошторолған һабантуй бара. Уҡыу­сыларҙы сираттағы уҡыу йылы тамамланыу уңайынан ҡотларға мәғариф министры З. Аллаяров, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы П. Качкаев, БР йәштәр эштәре, спорт һәм туризм министры А. Никерин килгәйне.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең вуздар лайыҡлылар иҫәбендә Мәғәриф

    Өфө дәүләт нефть техник университеты, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Сәләмәт йәшәү рәүеше вузы» Бөтә Рәсәй конкурсы призерҙары тип танылды. Ярышҡа йомғаҡ Иваново ҡалаһында үткән «Беҙ – сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн!» беренсе Бөтә Рәсәй форумында яһалғайны.
    Былтыр йыл аҙағында башланған һәм илдең 300-ҙән ашыу юғары уҡыу йорто заявка биргән конкурста республика вуздары әүҙем ҡатнашты.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тест һорауҙарында әллә ни үҙгәрештәр юҡ Мәғәриф

    Мәктәптәрҙә уҡыуҙар та­мамланыуға бер ай ғына ваҡыт ҡалды. Сығарылыш синыф уҡыусыларын алда яуап­лы һынауҙар көтә. Һынауҙар алдынан һәр кемдең күңеле тыныс түгел, бигерәк тә берҙәм дәүләт имтихандары борсолоу уята. Нимә тип кенә ҡурҡытмайҙар. Быйылғы берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусыларҙы нимә көтә һуң? «Баш­информ» мәғлүмәт агент­лығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
    Билдәле булыуынса, быйыл уҡыусылар рус теленән һәм математиканан мотлаҡ рә­үештә берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Бынан тыш, улар БДИ тапшырыу өсөн тағы ла 12 фәнде һайлай ала.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буласаҡ уҡытыусылар стартҡа баҫа Мәғәриф

    Буласаҡ уҡытыусылар стартҡа баҫаЙәштәрҙә спортҡа һөйөү, сәләмәт тормош алып барыуға теләк уятыу, уларҙың сәләмәтлеген нығытыу, спорт төрҙәрен, спорт секцияларын пропагандалау кеүек изге маҡсатҡа йүнәлтелгән спартакиадалар көндән-көн үҙенең сафына күберәк халыҡты йәлеп итә бара. Әле был, әле икенсе уҡыу йортонда төрлө спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтә.
    – Ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күп. Мәктәп уҡыусылары араһында ғына түгел, башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары менән урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында ла спартакиада уҙғарыла. Ә юғары уҡыу йорттары студенттары араһында универсиадалар үтә. Бөгөн беҙ башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, етешһеҙлектәр хаҡында фекер алышырға йыйылдыҡ, – тине БР Хөкүмәтенең фән һәм мәғариф бүлеге етәксеһе Альберт Ҡорманов, уҡыу­сылар спартакиадаһына арналған кәңәшмәне асып.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белем ҡото»на рәхим итегеҙ! Мәғәриф

    28 апрелдә сәғәт 3-тә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының акттар залында, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм Республика йылына арнап, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте уҡыу йорто менән берлектә «Белем ҡото» тип аталған байрам үткәрә. Унда ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, артистар ҡатнаша.
    Байрамда билдәле ғалимә һәм сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның күптән түгел баҫылып сыҡҡан китаптарының исем туйы ла билдәләнәсәк.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Грецияға юл ала БАШҠОРТ ҡыҙы Мәғәриф

    Грецияға юл ала БАШҠОРТ ҡыҙыАптырата, һоҡландыра был стәрлетамаҡтар. Бигерәк тә спорт өлкәһен әйтәм. Әле генә башҡорт егете Ирек Зарипов, Ванкуверҙа уҙған Паралимпия уйындарында дүрт миҙал яулап, донъя­ны шаҡ ҡатырғайны, әле килеп баш­ҡорт ҡыҙы бар Рәсәй Олимпия коми­тетын аптыратты. Нисек, кем ул, тиерһегеҙ. Стәр­летамаҡ физкультура институты студенты Айгөл Тимер­булатова Мәскәүҙә үт­кән йәш ғалимдар һәм студенттарҙың ХХI Бөтә Рәсәй Олимпия сессияһында студенттар араһында беренсе урынды яуланы. Сессияның төп бурысы шунда – «Олимпизм. Олимпия уйындары. Олимпия хәрәкәте: тарих һәм бөгөн» – ошо темаларҙы үҙ эсенә алған фәнни эшеңде күрһәтеп, яҡларға тейешһең. Йүгереү йә һикереүҙә судьялар ғәҙел баһа бирергә мөмкин әле, ә фәнни эштә... Шуныһы икеләтә ҡыуаныслы: ғәҙәттә, был сарала мәскәүҙәр тәүге урындарҙы бер кемгә лә, бигерәк тә милли төбәктәргә, биреп бармай.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берҙәм дәүләт имтиханы башланды, тик бөтә уҡыусылар өсөн дә түгел Мәғәриф

    20 апрелдә берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу хоҡуғына эйә булғандар өсөн һынауҙар башланды.
    БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда ун кеше БДИ-ны алдан тапшырасаҡ, шуларҙың алтыһы – Өфөлә, шулай уҡ Асҡын һәм Стәрлетамаҡ райондарында берәр кеше һәм Ҡариҙел райо­нынан ике уҡыусы. Улар – Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашырға тейешле спортсылар, 2010 йылда хеҙмәткә саҡырылыу көтөүсе егеттәр һәм операцияға ятыр­ға тейешле сығарылыш синыф уҡыусылары.
    20 апрелдә улар рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы, ә 24 апрелдә математиканан һынау тотасаҡтар. Бынан тыш, уҡыусылар БДИ тапшырыу өсөн йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология, тарих, информатика фәндәрен һайлаған.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru