Дан хеҙмәттә яулана.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • һорау-яуап
  • Донъя яңылыҡтары
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Еңеүемә теләһә ниндәй шарттарҙа ла юғалып ҡалмауым сәбәпсе Мәғәриф

    Еңеүемә теләһә ниндәй шарттарҙа ла юғалып ҡалмауым сәбәпсеБашҡортостан Республикаһының М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында студенттар араһында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте – 2010» төбәк-ара конкурсы үтте. Туған телебеҙҙең баһаһын күтәреүгә, уға ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән конкурста Силәбе дәүләт университеты филология факультетының көнсығыш бүлеге студенттары ла ҡатнашты. Бәйгелә ҡатнашып, өсөнсө урынды яулап ҡайтҡан 4-се курс студенткаһы Әлфиә Камалова менән осрашып, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
    – Әлфиә, мәртәбәле бәйгелә өсөнсө урынға лайыҡ булыуың менән ҡотлайбыҙ. Быға тиклем ошондай конкурстарҙа ҡатнашҡаның булдымы?

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәктәптәр генә түгел, вуздар ҙа ябыла Мәғәриф

    Уҡыу йылы аҙағына яҡынлашҡан һайын сығарылыш синыф уҡыусыларына уҡыуын артабан дауам итеү өсөн ниндәй юғары уҡыу йортон һайлау мәсьәләһе тынғылыҡ бирмәй. Элегерәк был тәңгәлдә артыҡ ҡыйынлыҡ юҡ һымаҡ ине, уҡыу йорттары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ, һәр береһе билдәле һәм халыҡ араһында абруйы ла юғары. Һуңғы йылдарҙа иһә юғары уҡыу йорттары һәм уларҙың филиалдарының һаны бермә-бер артты, бер үк ваҡытта уларға ышаныс та кәмене. Сөнки, уҡыу йорто ни тиклем олораҡ, шул тиклем төплөрәк белем бирә һәм профессиональ белгестәр әҙерләү тәжрибәһе лә бай, тигән ҡараш йәшәй. Ә яңы асылған филиалдарҙың уҡыу-уҡытыу программаһының да раҫланмауы, белгестәр әҙерләүгә лицензияһы ла булмауы, дәүләт аккредитацияһы ла үтмәүе, дәүләт өлгөһөндәге дипломдары ла булмауы ихтимал, һөҙөмтәлә унда үткән йылдарың һәм уҡыу өсөн түккән аҡсаң – барыһы ла елгә осоуы бар. Билдәле булыуынса, уларҙың күбеһе коммерция шарттарында эшләй.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милләтебеҙ белемлелеге менән алдырырға тейеш Мәғәриф

    Ҡайһы ғына яҡтан алып ҡараһаң да, милләттәштәребеҙҙең белем кимәле, мәҙәнилеге туған халҡыбыҙҙың ысын йөҙөн, булмышын, башҡа милләттәр араһында тотҡан урынын асыҡ билдәләй. Шуға күрә лә үҙ еребеҙҙең ысын хужаһы булып, күкрәк киреп, тормош дилбегәһен ҡулда ныҡлы тотоп йәшәү өсөн физик һәм рухи яҡтан ғына камил булыу етмәй әле. Төрлө кимәлдә белемеңде үҫтереү, заман талаптарынан артта ҡалмай, киң ҡараш менән үҙ баһаңды белеп йәшәү бөгөн иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Нәҡ бына ошо тәңгәлдә эш алып барыуҙа уҡытыусыларҙың, юғары белем биреү усаҡтарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әлбиттә, уҡыу-уҡытыу эше үтә ҡатмарлы, күп яҡлы һәм яуаплы. Ә инде тәү башлап белем эстәргә килгән бала күңелендә кешелек сифаттары, халҡы яҙмышына ҡарата битараф булмаған шәхес тәрбиәләүҙә уҡытыусының роле бигерәк тә ҙур. Сөнки нәҡ мәктәптә үҙ халҡыңа хөрмәт, һөйөү тәрбиәләнә, туған телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәгенә ныҡлы нигеҙ булдырыла.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Студенттар, отрядтарға берләшегеҙ! Мәғәриф

    Быйыл октябрҙә Башҡортос­тан­дың йәштәр йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килеүенең 90 йыллығы билдәләнә. Был иҫтәлекле датаға ҡарата әҙерлек эштәре буйынса махсус республика комиссияһы төҙөлгәйне. Сираттағы ултырышта комиссия ағзалары студент отрядтарының эшен йәнләндереү хаҡында һүҙ алып барҙы. Студотрядтар бөгөнгәсә йәштәр хәрәкәтенең иң күркәм традицияларынан һанала. БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин хәтерләүенсә, үткән быуаттың 60-сы йылдарында студент отрядтары уғата әүҙемләшеп, 90-сы йылдар тирәһендә үҙ ҡеүәтен бер аҙ юғалтҡан. Әммә бөгөн уларҙы ҡабаттан йәнләндереү эштәре бара, һәм Башҡортостанда был берләшмәләр яңынан ҡеүәтле хәрәкәткә әйләнер тигән ышаныс бар.

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кем йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы булыр? Мәғәриф

    Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылы республикабыҙҙың мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн бик ҡыҙыу һәм ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Мәғариф өлкәһендә әле бер, әле икенсе сара бер-береһен алмаштырып ҡына тора. Республика уҡытыусыларының унынсы съезы үтеп тә өлгөрмәне, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2010» төбәк-ара бәйгеһе башланды. Үткән йомала уға йомғаҡ яһалып, еңеүсеһе билдәләнгәйне, әле килеп «Йыл уҡытыусыһы – 2010» республика конкурсы старт алды.
    Конкурсты асыу тантанаһы Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар йортонда үтте. Унда мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, БР Хөкүмәтенең фән һәм мәғариф бүлеге етәксеһе Альберт Ҡорманов ҡатнашты.
    Башҡортостанда әленән-әле теге йәки был һөнәр эйәләренең профессиональ конкурстары уҙғарылып тора. Әммә шулар араһында иң киң таралғаны һәм танылғаны уҡытыусылар конкурсылыр.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡырға ҡайҙа барырға? Мәғәриф

    Тағы бер нисә айҙан мәктәпте тамамлаусылар өсөн һынаулы осор башлана. Шулай уҡ уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре алдында һорауҙар килеп тыуасаҡ: ҡайҙа, нисек һәм ҡасан уҡырға барырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап биреү маҡсатында әле бөтә ил буйынса урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында «Асыҡ ишектәр көнө» үтә. Йылдағыса, Башҡортостандың көньяғын педагогик кадрҙар менән тәьмин итеүсе Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ла бындай сараларҙан ситтә ҡалманы.
    Сараға республиканың көньяҡ райондары һәм ҡалаларынан биш йөҙҙән ашыу сығарылыш синыф уҡыусылары йыйылды. Улар «Асыҡ ишектәр көнө»нөң тәүге өлөшөндә уҡыу йорто етәкселегенең телмәрен тыңлап, академияның йыр-бейеү коллективтарының сығышын ҡараһа, икенсеһендә институт факультеттарына экскурсия ҡылды, уҡытыусылар, студенттар менән танышты, уҡыу йорто тураһында мәғлүмәт алды.

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бергәләшеп тотонғанда еңә алабыҙ» Мәғәриф

    – Балаларыбыҙҙы башҡорт рухында тәрбиәләү бөгөнгө йәш ғаиләләрҙә нисек ҡуйылған? Башҡорт ауылдарындағы кескәй генә балалар ҙа ни өсөн хатта урамда уйнап йөрөгәндә лә русса һөйләшергә маташа? Олораҡ апай-ағайҙарына эйәреп, әллә ниндәй «паразит» һүҙҙәр менән телмәрен бысрата? «Үҙем башҡортса уҡып кеше була алманым, ғүмер буйы ҡара эштә эшләнем, исмаһам, балаларым, ейәндәрем русса уҡыһын», – тип, үҙҙәренең уңышһыҙлыҡтарын башҡорт теленә япһарыу­сылар ҙа етерлек. Беҙҙең «Даирә» гәзитен дә күбеһенсә урта һәм оло йәштәгеләр алдыра һәм редакция менән әүҙем хәбәрләшә. Мәктәп уҡытыусыларының да башҡорт баҫмаларына уҡыусыларҙы ылыҡтырырға, гәзит биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе анализлауға ни өсөндөр ваҡыты етмәй. Бәләкәйҙән үҙ телене матурлығын тойоп, үҙ телендә иркен аралашып үҫмәгән бала киләсәктә кем булыр? Башҡортмо әллә манҡортмо?

    авторы: admin | 6 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш? Мәғәриф

    Заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?Уҡытыусылар иңенә киләсәк быуынды тәрбиәләү кеүек изге лә, яуаплы ла бурыс йөкмәтелгән. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының бурысы иһә икеләтә яуаплы. Улар милләттең киләсәген, тел яҙмышын хәл итеүҙә ҙур роль уйнай. Республикабыҙҙа йыл һайын уҙғарылған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсы уҡытыусыларҙың был яуаплы бурысты намыҫ менән башҡарыуын, ниндәй генә шарт­тарҙа ла уларҙың үҙ эштәренә тоғро ҡалыуын, республика мәктәптәрендә алдынғы ҡарашлы, һәләтле һәм үҙ эшенә бөтә йөрәге менән бирелгән уҡытыусылар эшләүен дәлилләй.
    «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы республикабыҙҙа 1996 йылдан уҙғарыла. 15 йыл эсендә унда бөтәһе 753 уҡытыусы ҡатнаша һәм шуларҙың 83-ө лауреат исеменә лайыҡ була.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru