Йылдам атҡа ҡамсы кәрәкмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Металл һәм таш
  • Йондоҙнамә
  • Енәйәт һәм яза
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар Мәғәриф

    1 декабрҙән 20 мартҡа тиклем Өфө ҡалаһында 13-сө тапҡыр «Тыуған яҡ ҡоштары» исемле акция уҙғарылды. Ул балаларҙа тыуған тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш уятыу һәм ҡоштарҙы өйрәнеү өсөн ойошторолдо.
    Сарала Өфө ҡалаһының ун меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, студенттар ҡатнашты. Эштәрҙе тәжрибәле жюри ағзалары баһаланы. Бүтән йылдар менән сағыштырғанда акция ҡатнашыусылар һанының да күберәк, айырыуса төбәктәр­ҙән, эштәрҙең дә күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булыуы менән айырылып торҙо, балаларҙың да, тәрбиәселәрҙең дә тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһенә етди ҡарауы тойолдо.
    – Был акция бик ҙур әһәмиәткә эйә, тип һанайбыҙ һәм унда ҡатнашыусыларҙың күплеге лә быға дәлил.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңел һуҡыр булһа, һүҙ – көсһөҙ Мәғәриф

    Күңел һуҡыр булһа, һүҙ – көсһөҙДәүләттең белем биреү системаһындағы мәсьәләләргә йәнә һәм йәнә әйләнеп ҡайтыуы ниндәйҙер өмөттәр уятҡандай. Әммә мәктәпкә ҡағылғанда ла һүҙҙе тәрбиә тураһында түгел, ә аҡса тирәһендә ҡуйыртыу кәйефте ҡыра. Аҡсаһыҙ, әлбиттә, донъя һанһыҙ. Ләкин беҙҙең йәмғиәттә «аҡса» менән «намыҫ» тигән төшөнсәләр йәнәшә тора алмай. Шуға иң яҡшы мәктәпкә – 1 миллион һум, ә өлгөлө уҡытыусыға 100 мең һум күләмендә премиялар тапшырыу барыбер һағайта.
    Реформа тип аталған өйөрмәләрҙән ҡаҡҡылана-һуҡҡылана, сираттағы уҡыу йылы бара. «Белем биреү» тигән һүҙбәйләнеш хәҙер, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, телдән төшмәй. Быға «инновацион белем биреү», «профилле уҡытыу» һымағыраҡ төшөнсәләр ҙә өҫтәлеп китте. Йәнә лә, мөғәллимгә хеҙмәт хаҡын түләү өсөн, балаларҙы, мал ише, башлап һанауға күстек. Ябайлаштырып әйткәндә, балаларға яңыса мәғлүмәт биреү, уларҙы ниндәйҙер йүнәлештә кәрәкле һөнәргә уҡытыуҙы аңлаталыр инде былары. Һәр хәлдә, «белем биреү»гә элегерәк һалынған мәғәнә һаҡланған, тип уйлау хата булыр ине. Мәҫәлән, элекке Педагогия фәндәре академияһы бөгөн Белем биреү академияһы тип атала.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балалар спортты яратһын Спорт, Мәғәриф

    Йылдан-йыл спартакиадаға яңы спорт төрҙәре өҫтәлеп тора. Быйыл уҡыусылар спорттың ун ике төрө – мини-футбол, гер спорты, милли көрәш, волейбол, бокс, саңғы ярыштары, полиатлон, шахмат, өҫтәл теннисы, баскетбол, еңел атлетика, лапта буйынса көс һынаша.
    Көрәш һәм гер спорты буйынса һөҙөмтәләр яһалған да инде. Салауат районы, Өфө ҡалаһының Октябрь районы һәм Мәләүез ҡалаһы командалары көрәш буйынса үҙ номинацияларында еңеүселәр булды. Гер күтәреүселәр араһында Ҡариҙел районы, Октябрьский һәм Бөрө ҡалалары командалары көслө булыуын иҫбат итте.
    – Спартакиаданың маҡсаты – балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм урындарҙа талантлы балаларҙы асыҡлау, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов. – Сөнки бөтә райондарҙа ла Олимпиада үҙәктәре юҡ, һәләтле балалар күренмәй ҡала.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәрескә нисек ҡыҙыҡһыныу уятырға? Мәғәриф

    XXI быуат – яңы информацион технологиялар заманы. Ул йәш быуындан юғары интеллектуаль үҫеш кимәлен, үҙенең киләсәген алдан күрә белеүҙе, планлаштыра алыу­ҙы, тормошҡа ашырыу юлдарын асыҡ төҫмөрләүҙе талап итә. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуҙа ла инновацион технология­лар­ҙы файҙаланыу мөһим.
    Теге йәки был заманса эш алымын һайлағанда уҡытыусы өс шартты белергә тейеш:
    1) технологияның үҙенсәлеген аңлау;
    2) ниндәй маҡсатта файҙаланыу;
    3) фәнеңде яҡшы белеү һәм яратыу.
    Әлбиттә, был өс шарт та бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Теорияны һәм методиканы үҙләштереп, уны практикала файҙалана белеү ҡуйылған маҡсатҡа эҙмә-эҙлекле барырға ярҙам итә.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сифатлы белемдән – уңышлы карьераға Мәғәриф

    Мәктәптән һуң уҡыуыңды дауам итеү, күңелеңә оҡшаған һөнәр алыу өсөн хәҙер ниндәй генә уҡыу йорттары юҡ. Улар, береһен-береһе уҙҙырырға тырышып, яңынан-яңы специальностар, белем биреүҙең төрлө структураларын тәҡдим итә. Хатта араһынан тап үҙеңә тейешлеһен һайлап алыуы үҙе бер мәсьәлә булып тора. Өҫтәүенә, һәр береһе хаҡында белеп бөтөү мөмкин дә түгел. Уҡыу йорттары, улар тәҡдим иткән специальностар хаҡында ҡайҙан тулы һәм ентекле мәғлүмәт алырға һуң? Бының өсөн йыл һайын Өфө ҡалаһында уҙғарылған «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһенән дә уңайлыһы юҡтыр. Быйыл ул унынсы тапҡыр уҙғарылды һәм, ғәҙәттәгесә, бик күп халыҡты йыйҙы. Билдәле, уларҙың күпселеген һөнәр һайлау алдында торған йәштәр тәшкил итте.
    – Быйылғы күргәҙмәлә Башҡортостандан, күрше өлкәләрҙән, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан 107 предприятие һәм ойошма ҡатнаша, – тине мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, күргәҙмәне асып.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БДУ-ла етәкселек яңырҙы Мәғәриф

    БДУ-ла етәкселек яңырҙыРеспублика етәкселеге төп вуздың абруйын бөтә яҡлап та күтәреү бурысын ҡуйҙы.
    Һәр нәмәнең үҙ рәте була. Юғары уҡыу йорттары ректорҙары ла биш йылға һайлана. Башҡорт дәүләт университеты ректорының да был учреждение менән етәкселек итеү мөҙҙәте сыҡты. Шунлыҡтан вуз етәксеһен һайлау мәсьәләһенә былтыр көҙҙән үк әҙерлек эше башланғайны. Ниһайәт, ул көн дә килеп етте. Хеҙмәт коллективының ректор һайлаясаҡ конференцияһына Рәсәй Мәғариф учреждениелары идаралығы начальнигы Петр Анисимов та килеп, уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Республиканың төп вузына юғары ҡунаҡ менән бергә Башҡор­тостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов та килде. Ул Башҡорт дәүләт университетының һуңғы йылдарҙа нанотехнология­ларҙы үҫтереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән физика-математика факультетында һәм музейында булды.

    авторы: admin | 27 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Съездың әһәмиәте нимәлә? Мәғәриф

    Наилә КҮЗБАЕВА, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы:
    – Мин йәш уҡытыусымын, мәктәптә икенсе йыл ғына эшләйем. Шунлыҡтан съезда ҡатнашыуыма айырыуса шатмын. Беҙҙең мәктәптә төрлө милләт балалары уҡый. Башҡорт теле 1 – 4-се синыфтарҙа – дүрт, 5 – 11-се синыфтарҙа өс сәғәтлек программа буйынса уҡытыла. Эшем бик оҡшай, балалар телде теләп өйрәнә.
    Съездың әһәмиәте, әле яңы эш башлаған уҡытыусы булараҡ, минең өсөн, иң беренсе сиратта, тәжрибә туплауҙа, өйрәнеүҙә. Күп йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусы­ларҙың сығыштарынан, фекер алышыуҙарынан үҙем өсөн файҙалы мәғлүмәт, белем, эш тәжрибәһе алырмын, тип уйлайым.
    Зиниә ҒӘЛЛӘМОВА, Әбйәлил районы Асҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
    – Съезда ҡатнашыу беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ҡатмарлы заманда, көрсөк мәлендә бер ниндәй эш хаҡына ла ҡарамай үҙенең эшенә мөкиббән бирелеп эшләүсе кеше – ул уҡытыусы. Ниндәй генә хәлдә лә уҡытыусы уҡытыусы булып ҡалырға тейеш.

    авторы: admin | 27 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр замандың үҙ талабы Мәғәриф

    Һәр замандың үҙ талабыМортаза Ғөбәйҙулла улы Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәүфә Илһамованы «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеменә лайыҡ булыуы менән тәбрикләй.
    25 – 26 мартта Өфө ҡалаһында республика уҡы­тыусыларының X съезы үтте. Унда республикабыҙҙан һәм күрше өлкәләрҙән 600-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
    Башҡортостанда иң тәүге уҡытыусылар съезы 1919 йылда ойошторола. Шул ваҡыттан бөгөнгө көнгә тиклем тағы ла һигеҙ съезд үтә. Уларҙың һәр береһендә замандың мәғариф өлкәһендәге иң көнүҙәк мәсьәләләре күтәрелә. Уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороу, бала­ларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, һигеҙ йыллыҡ мәктәп, милли мәғариф мәсьәләләре һ.б. Йылдар үтә, тормош алға бара, уҡытыу системаһына ла үҙгәрештәр, төҙәтмәләр, яңылыҡтар индерә. Мәғариф системаһындағы реформаларға башланғыс белем баҫҡысының дүрт йыллыҡҡа күсеүен, һигеҙ йыллыҡ төп белем биреү мәктәбенең – туғыҙ, ун йыллыҡ дөйөм урта белемдең 11 йыллыҡҡа әүерелеүен индерергә мөмкин.

    авторы: admin | 27 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru