Баш барҙа бүрексе бөтмәҫ, аяҡ барҙа итексе бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шаяниум - дуҫлыҡты нығытыусы сара Мәҙәниәт, Мәғәриф

    Шаяниум - дуҫлыҡты нығытыусы сараҺәр ярыш, конкурс үткәс, йомғаҡ яһау, хаталар өҫтөндә эшләү, киләсәккә күҙаллауҙар маҡсатында һөйләшеү ойоштороу урынлы. «Шаяниум» шаттар һәм отҡорҙар конкурсынан һуң да «түңәрәк өҫтәл» үтте. Гәзитебеҙ редакцияһында уҙған сарала ойоштороусыларҙан бер төркөм, жюри ағзалары, финалда ҡатнашыусы командалар һәм уларҙы әҙерләүсе етәкселәре ҡатнашты.
    Вилнур ХӘСӘНОВ, жюри рәйесе, «Аҙна» гәзитенең баш мөхәррире:
    – «Шаяниум» инде нисәнсе йыл үткәрелеп килә һәм, минеңсә, бик кәрәкле ярыш. Әммә конкурс һуңында һығымталар яһау мөһимлеген дә онотмайыҡ. Был беҙгә киләһе йылдағы сара өсөн дә әһәмиәтле. Шунлыҡтан «түңәрәк өҫтәл» үткәреүҙе кәрәк тип таптыҡ. Һүҙҙе ойоштороусылар­ҙан башлайыҡ.
    Ришат САБИТОВ, Өфө ҡала хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр буйынса бүлек начальнигы:

    авторы: admin | 25 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡытыусы менән табиптан һәр саҡ ҡаһарманлыҡ көтәләр Мәғәриф

    Уҡытыусы менән табиптан һәр саҡ ҡаһарманлыҡ көтәләрУҡытыусы. Үҫмер быуынға белем һәм тәрбиә биреү, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп формалаштырыу кеүек яуаплы ла, изге лә бурыс йөкмәтелгән уға. Илебеҙҙең киләсәге, беҙҙең ғәзиз балаларыбыҙ ышанып тапшырылған. Йәмғиәтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, ата-әсәләрҙең ошо оло ышанысын аҡлау өсөн уҡытыусы ниндәй булырға тейеш? Һәр заман уҡытыусы алдына яңынан-яңы бурыстар ҡуя, бөгөнгө көндөң талаптары ниндәй? Улар уҡытыусылар әҙерләүҙә сағылыш табамы? М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, педагогия фәндәре докторы, профессор Раил Мирвай улы ӘСӘҘУЛЛИН менән әңгәмәбеҙ уҡытыусы, уның бурыстары, мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр хаҡында.
    – Быйылғы йылдың Рәсәйҙә Уҡытыусы йылы тип иғлан ителеүе, Башҡортостанда уҡытыусылар съезы үтеүе менән ошо һөнәр эйәләре өсөн айырыуса иҫтәлекле. Һеҙ был ваҡиғаларҙың әһәмиәтен нимәлә күрәһегеҙ?
    – Хеҙмәттәштәрем менән һөйләшкән ваҡытта улар йылдың Уҡытыусы йылы тип иғлан ителеүен сираттағы сара, ғәҙәттәгесә, йылды ниндәйҙер ваҡиғаға бағышлау йолаһы тип ҡабул итә. Миңә ҡалһа, Уҡытыусы йылының барлыҡҡа килеүе – ул йәмғиәтебеҙҙең рухи сәләмәтләнеүе билдәһе.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Башҡорт ғалимдары Рәсәй фольклорсылары конгресында ҡатнашты Мәғәриф

    Башҡорт ғалимдары Рәсәй фольклорсылары конгресында  ҡатнаштыКүптән түгел Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй фольклорсыларының II конгресы уҙҙы. Беренсеһе 2005 йылда булғайны. Дүрт йылға бер тапҡыр билдәләнгән был байрам Дәүләт республика рус фольклоры үҙәге (Государственный республиканский центр русского фольклора) һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторола. Ғалимдар 15 илдән – Италия, Испания, Болгария, Америка, Финляндия, Бөйөк Британия, Польша, Сербия, Эстония, Литванан һәм башҡа илдәрҙән килгәйне. Шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәре, ҡалалары, университеттары вәкилдәре лә булды.
    Конгрестың пленар ултырышы Мәскәүҙә, Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдарының үҙәк йортонда башланып, «Ершово» ял йортонда дауам итте. Сарала фольклорҙың төрлө жанрҙары, темалары буйынса 13 секция, 14 «түңәрәк өҫтәл», ике дискуссия клубы эшләне. Ғилми эштәр буйынса фекер алышыуҙар фольклор тураһында документаль фильмдар ҡарау һәм концерт номерҙары менән дә аралаштырылды. Халыҡ ижады ансамблдәренән бүрәттәрҙең «Магтаал» (Улан-Удэ), казактарҙың «Покров» (Волгоград), урыҫтарҙың «Песно­хорки» (Бар­наул) төркөмдәре сағыу сығыштары менән конгресты биҙәне. Ғилми китаптар һатыу ҙа ойошторолғайны.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белем, тәрбиә һәм уҡытыусы Мәғәриф

    Белем, тәрбиә һәм уҡытыусы25 – 26 мартта Өфө ҡалаһында республика уҡытыусыларының X съезы үтә. «Башин­форм» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ошо ваҡиғаға әҙерлек барышы хаҡында һөйләне.
    – Һуңғы ике тиҫтә йылда республикабыҙҙа уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, уҡытыусыларға социаль ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бик күп эш башҡарылды. Иң беренсе сиратта эшләү, уҡыусыларға белем биреү өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырыла, яңы мәктәптәр төҙөлә, уҡыу бүлмәләре заманса ҡорамалдар, компьютерҙар менән йыһазландырыла. Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылы айҡанлы Башҡортостан уҡытыусыларының съезын үткәреү республиканың бөтә уҡытыусылар йәмәғәтселеген үҫтереүҙә мөһим аҙым булып торасаҡ, – тине ул.
    Уҡытыусыларҙың IX съезы менән әлегеһе араһында ун йылға яҡын ваҡыт үткән. Ошо ваҡыт арауығында мәғариф системаһында бик ҙур үҙгәрештәр булып үтте.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уҡыусылар ҡасан БДИ тапшырасаҡ? Мәғәриф

    Быйыл берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу ваҡыты билдәләнде. Белеүебеҙсә, былтырҙан башлап уҡыусылар рус теле һәм математика буйынса мотлаҡ рәүештә берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Ә ҡалғандары теләк буйынса. Ҡайһы вузды һайлауына ҡарап, уҡыусы теге йәки был фәндән БДИ бирә.
    Шулай итеп, быйыл сығарылыш синыф уҡыусылары ҡасан, ниндәй фәндән БДИ тапшырасаҡ?
    27 май – информатика һәм информацион-коммуникатив технологиялар, биология һәм рус әҙәбиәте, 31 май – рус теле, 4 июнь – сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан), химия, 7 июнь – математика, 11 июнь – тарих, физика, 15 июнь йәмғиәтте өйрәнеү, география фәндәренән БДИ тапшырыу көндәре тип билдәләнгән.
    Кемдәр ниндәйҙер сәбәп буйынса БДИ-ға килә алмай икән, уларҙы өҫтәмә көндәрҙә тапшыра ала.

    авторы: admin | 18 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белем менән белеү араһы Мәғәриф

    Халҡыбыҙҙа ғилемгә ниндәйҙер дәрәжәлә эйә булған кешене, көндәлек ғәҙәтләнгән һүҙҙәр менән һүрәтләүҙән тыш, «белдекле», «белекле», «белемсе» тип ҙурлау ҙа бар. Ысындан да, ошо һирәгерәк ҡулланылған йәки хатта онотолоп барған төшөнсәләргә лә яман, тиҫкәре мәғәнәләр һалынмаған. Сөнки, ниндәй генә шарттарҙа йәшәһә лә, кешелә – белемгә ынтылыу дәрте, ә йәмғиәттә белемле кешегә ихтирам һәр саҡ булған. Тубылғы ҙур булмаҫ, белемле хур булмаҫ, тигән мәҡәл дә тел осонда ғына тора.
    Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына түгел, унан һуң да байтаҡ ваҡыт ауылда халыҡ бик ауыр йәшәне. Шуғалыр, аҙ ғына буй тартҡан үҫмерҙәр ҡалаларға сығып китә торҙо. Уларҙың һөнәрселек училищеһы йәки ФЗО (фабрика-завод эсендәге уҡытыу) формаларын кейеп, ялтырап торған ҡайыш менән билде һыға быуып, ауылға фырт ҡына ҡайтып урағандарын яҡшы хәтерләйем. Дәүләт тулы­һынса үҙ иҫәбенә наҙан ғына ауыл малайҙарынан һөнәрле, булдыҡлы, апаруҡ белемле эшсе кадрҙар әҙерләй ине. Ошо рәүешле уҡытыуҙың етем ғаиләләр өсөн дә, ғөмүмән, ил өсөн дә иҡтисади һәм әхлаҡи әһәмиәте ғәйәт ҙур булды.

    авторы: admin | 16 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҡыл һәм зирәклек көс һынашты Мәғәриф

    Аҡыл һәм зирәклек көс һынаштыТелевизорҙан «Нимә? Ҡасан? Ҡайҙа?», «Мөғжизәләр яланы», «Кемдең миллионер булғыһы килә?», «Үҙ уйының» кеүек тапшырыуҙарҙы күптәр яратып ҡарай. Юҡҡа ғына халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятмай улар. Уйында ҡатнашыусылар менән бер рәттән, теге йәки был һорауға яуап эҙләп, кеше үҙенең белемен һынап ҡарай, бындай уйындар шул уҡ ваҡытта зиһенде байыта, аҡыл даирәһен киңәйтә, фекерләү һәләтен үҫтерә. Тап ошондай маҡсаттан сығып, Республика башҡорт лицей-интернатында мауыҡтырғыс һәм дә фәһемле уйын – «Интеллектуаль марафон» ойошторолдо. Команда составына 7-се синыфтан 11-се синыфҡа тиклем һәр синыфтан берәр уҡыусы – бөтәһе биш кеше һайлап алынған. Билдәле, мәктәп йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәй яҡшы уҡыған, иң аҡыллы, иң зирәк уҡыусылар ингән унда. Был көндә Республика лицей-интернатын танырлыҡ түгел ине: уҡыу бүлмәләрен станциялар алмаштырған, һәр береһе янында светофорҙар ҡуйылған, юл күрһәтеүселәр баҫҡан.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яратабыҙ, һағынабыҙ һине, гимназия. Юбилейҙар, Мәғәриф

    Яратабыҙ, һағынабыҙ һине, гимназия.– Подъе-е-ем! Подъем!
    – Торҙоғоҙмо? Зарядкаға һуңламайбыҙ, нишләп тормай ятаһығыҙ? Тиҙерәк, ҡыҙҙар, тиҙерәк! Һуңламайбыҙ!
    Һәр көн таңғы сәғәт етелә беҙҙе тәмле йоҡонан уятыусы ҡыңғырау тауышын ишетеү менән бер аҙ һуҙылыбыраҡ, мыжыбыраҡ ятһаҡ та, тәрбиәсенең тауышын ишетеү менән һикерешеп торабыҙ. Әлбиттә, күңелдә: «Тышҡа сыҡҡы килмә-ә-ә-й, әллә ҡорған артында ғына ҡасып ҡалырға инде...» – тигән уйҙар ҙа тыумай ҡалмай. Шулай ҙа тиҙ генә йыйынып, зарядкаға йүгереүең хәйерлерәк, беренсенән, дежурҙар һине барыбер табып аласаҡ, икенсенән, дәрестәрҙә йоҡомһорап ултырғансы, иртәнге саф һауаны һулап, йүгереп инеүең мең артыҡ – көнө буйы дәртле йөрөйәсәкһең!

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru