Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • ХӘҘИСТӘР
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Зәйнулла ишандың ҡайhы бер мөриттәре тураhында «Мәмбәт шәжәрәhе»ндәге мәғлүмәттәр Мәҙәниәт
    Беҙҙә мәҙрәсәләр тарихы бик аҙ өйрәнелгән. «Башҡортостан» ҡыҫҡаса энциклопедияhында, мәҫәлән, ХIХ – ХХ быуатта Өфө губернаhында эшләп килгән 40-лаған мәҙрәсә хаҡында әйтелә, ә Ырымбур губернаhында булған мәҙрәсәләр тураhында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ тиерлек. Берҙән-бер мәғлүмәт Верхнеульск өйәҙендәге «Рәсүлиә» мәҙрәсәhе хаҡында.
    Ә был хәл ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Һәр хәлдә Ырымбур губернаhында ла мәҙрәсәләрҙең булғанлығы, уларҙа башҡорт халҡының күренекле зыялылары, мәғрифәтселәре уҡытҡанлығы хәҙер инде бер кемдә лә бәхәс уятмай.
    Мәҫәлән, Ырымбур губернаhының 9-сы кантонында йәшәүсе башҡорттар тарихын сағылдырыусы «Мәмбәт шәжәрәhе»ндә генә лә хәҙерге Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондары биләмәләренә ҡараған ауылдарҙағы тиҫтәләгән мәҙрәсә, ундағы мөҙәррис-мөғәллимдәр телгә алына:
    данлыҡлы Муллаҡай мәҙрәсәhе – Fабдулла хәҙрәт Сәйедул (Сәйетбатталов);
    Юлыҡ мәҙрәсәhе – ишан Fәбделлатиф хәҙрәт, ишан Мөхәмәтйән Fәбделлатиф улы, Хәммәт хәҙрәт, Салих ахун хәҙрәт;
    Вәлит ауылында – ишан Fатаулла хәҙрәт Әбделмаликов (Әлибаев);
    Аҡъяр мәҙрәсәhе – Мифтахетдин хәҙрәт Ҡунаҡасов, Абдулғалим хәҙрәт, Хәсән хәҙрәт;
    Орск мәҙрәсәhе – Fариф хәҙрәт, Салих хәҙрәт, Fабдулла, Fибаҙулла муллалар;
    Мәмбәттә – Аҡмалетдин хәҙрәт Fәбитов, Кубак мөәзин, Fәбделмоталлиб мулла, Fәбделнафиҡ мулла h. б.;
    Ҡарғалыла – Саҙыҡ хәҙрәт, Хәммәт хәҙрәт h. б.
    Шәжәрә тексында йәмғеhе утыҙҙан ашыу мәҙрәсә атап үтелә, hәр береhендә шәкерттәргә белем биреүсе, мәғрифәт нуры таратыусы мөғәллимдәрҙең, хәҙрәттәрҙең йөҙгә яҡын исем-шәрифе телгә алына. Мин бында ул мәҙрәсәле ауылдарҙың барыhын да hанап ҡарайым.
    Ошо мәғрифәт усаҡтары hәм уларҙағы ғилем нурын дөрләтеп тороусылар араhында бөйөк шәхесебеҙ шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың телгә алыныуы «Мәмбәт шәжәрәhе»нең әhәмиәтен тағы ла күтәреп ебәргәндәй. Ырымбур губернаhының Верхнеурал өйәҙе Троицк ҡалаhында Зәйнулла Рәсүлев асҡан «Рәсүлиә» мәҙрәсәhендә беҙҙең Һаҡмар-Таналыҡ йылғалары буйҙарында ултырған башҡорт ауылдарынан да байтаҡ шәкерт белем алған. Мәҫәлән, Мәмбәттең 3-сө быуын ейәне Fөмөрҙаҡ мулла, башта Юлдыбайҙа Кәлимулла хәҙрәттә уҡый, унан аҙаҡ «шәйех Зәйнулла хәҙрәткә мөрид булып, биш намаҙҙа хәлле булып (йәғни биш намаҙҙың береhен дә ҡалдырмай йөрөргә хәле еткән – Ҡ. А.), алты бармаҡ (ҡалынлығындағы) китап ҡарап», йәше 80-дә булhа ла күп тарих hөйләр булған. Зәйнулла ишандың был мөриде – Fөмөрҙаҡ мулланың 1917 йылдың 23 ноябрендә вафат булыуы хаҡында ла мәғлүмәтте теркәгән шәжәрә.
    Мәмбәттең йәнә бер уҡымышлы шәхесе – Аҡмалетдин хәҙрәт тә Зәйнулла ишанда уҡып, уның тәғлимәтенә мөрид булып, Таналыҡ тамғаhы hәм Суртанлы үҙәк ауылдарында имамлыҡ хеҙмәтен атҡарған.
    Аҡмал хәҙрәттең юғары ғилемле булыуы, ырыу тарихын яҡшы белеүе Мостафа мулла Мәмбәтовҡа алдағы мөҙҙәттә «Мәмбәт шәжәрәhе»н төҙөп-туплауҙа ла бик ныҡ ярҙам итә.
    Наҡышбәндиә тәғлимәтен, суфыйсылыҡ идеяларын тормошҡа ашырыуҙа Fөмөрҙаҡ мулла Мәмбәтов, Аҡмал хәҙрәт Fәбитов, Мифтахетдин хәҙрәт Ҡунаҡасов, Fатаулла ишан Әбделмаликов (Әлибаев), Fабдулла хәҙрәт Сәйетбатталов кеүек олуғ дин әhелдәре үҙҙәренең мәҙрәсәләрендә ХIХ быуат башында бөйөк остаздары, шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың hабаҡтарын тотоп, шәкерттәргә Ислам нигеҙҙәрен өйрәтеү менән бер рәттән, донъяуи фәндәрҙе лә уҡытыуҙы, йәғни прогрессив мәғрифәтселекте алғы планға ҡуйып эш иткәндер.
    Төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, шәйех Зәйнулла Рәсүлев донъяуи hәм фәлсәфәүи ҡараштарын үҙенең шәкерттәренә бик төплө hеңдергән. Һөҙөмтәлә, был өлкәлә ул яңғыҙ булмаған, үҙенә бик күп фекерҙәш тәрбиәләгән. Уның йәшәү hәм әүҙем ижад итеү осоронда тарихи Башҡортостанда алдынғы ҡарашлы мәҙрәсәләр ҙә артҡан.
    З. Рәсүлевтың идеяларын hәм ҡараштарын бик күп алыҫ hәм яҡын төбәктәрҙә ваҡытында уның ҡулында уҡып сыҡҡан муллалар, хәҙрәттәр, ишандар hәм фекерҙәш замандаштары, уға мөрит булып, бөйөк остаздарының тәғлимәтен руханилыҡта hәм мәғрифәттә тоғро дауам иткән.
    Зәйнулла Рәсүлевтың әүлиәлек мәктәбен үткән hәм был hәләттә уның менән бер ҡатарға тиерлек баҫтырырҙай Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов, Fатаулла ишан Әбделмаликов (Әлибаев), Шәмиғол хәҙрәт кеүек мәшhүр шәхестәребеҙ халҡыбыҙҙың рухи донъяhы тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, hәм беҙ уларҙың изге исемдәрен мәңгеләштереү буйынса мөмкин булғандың барыhын да эшләргә бурыслыбыҙ.

    Ҡәҙим АРАЛБАЕВ,
    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, шағир.
    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Зәйнулла Рәсүлев урамы булырмы?
  • Ыңғай үҙгәрештәр
  • Башҡорт ишандарының иң олуғы
  • Башҡорт ишандарының иң олуғы
  • Башҡорттоң бөйөк шәйехе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru