Булмаҫ эште телгә алма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • Ҡолаҡ һал!
  • Дини белем кәрәк
  • Әсәй, өйрәт әле!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Таштарҙы ташларға ваҡыт етте Мәҙәниәт
    – Зөhрә, Салауат, нимә ул кинематография?
    Зөhрә: Быйылғы Кино көнөн беҙ мәшhүр башҡорт режиссеры Әмир Абдразаҡовтан башҡа ҡаршылайбыҙ. Шуға күрә бер минут тынлыҡ менән әңгәмәбеҙҙе башлаhаҡ, моғайын, урынлы булыр. Сөнки Әмир ағай беҙҙе яҡлаусы, ҡурсалаусы ине. Ул беҙгә етешмәй. Әҙәбиәттең – Мостайы, музыканың Заhиры кеүек ине бит ул!
    Салауат: Мин кино төшөрөргә тап Әмир ағайҙың фильмдары аша өйрәндем. Ул – башҡорт кино сәнғәтендә ҙур кеше, уның hүҙе үтә ине, уны ихтирам иттеләр. Ысынлап та, үҙебеҙҙең тиҫтер кинематографистарҙы, Зөhрә әйткәнсә, яҡлаусыhыҙ ҡалғандай күрәм. Урыны йәннәттә булhын остазыбыҙҙың!
    Зөhрә: Кинематография – ул ҙур сәнғәт донъяhы. Әгәр инде беҙҙең ерлектәге кино сәнғәте тураhында hүҙ алып барhаҡ, ул, әлбиттә, иң беренсе үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ илгә, донъяға образ ташлау, үҙебеҙҙе танытыу, ул үҙе бер сәйәсәт.
    Салауат: Эйе, кинематография – ул тышҡы сәйәсәт. Әгәр беҙҙең хаҡта белеүҙәрен, беҙҙе таныуҙарын теләhәк, ыҡ-мыҡ килеп түгел, ә тулы hәм көслө тауыш бирергә тейешбеҙ. Ленин да бит, был беҙҙең иң төп ҡорал, тигән. «Броненосец Потемкин» фильмын бөтә донъяға күрhәткәс, СССР-ҙы таный башлайҙар. Кино сәнғәтенең ҡеүәте hәм көсө бик ҙур! Башҡортостанда башҡорттар хаҡында башҡортса hәм башҡорт киноhы төшөрөлөргә тейеш! Бөтә ер шарында беҙҙең мәмләкәтебеҙ, йөмhүриәтебеҙ – ошо!
    – Ә нишләп ундай кино юҡ hуң? Быға нимә ҡамасаулай?
    Зөhрә: Дөрөҫөн әйткәндә, тап кино сәнғәте өсөн, кино төшөрөү өсөн уҡып ҡайтҡан белгестәр бөгөн hаман да пионер хәлендә. Һаман да кемгәлер, беҙ бит эшләй алабыҙ, эшләй беләбеҙ, тип нимәлер иҫбатларға тырышабыҙ. Киностудиянан белгестәр яйлап китеп бөтөп бара, сөнки кино сәнғәте хаҡындағы hөйләшеүҙәр беҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш алып барыла, ҡарарҙар беҙҙән башҡа ҡабул ителә. Был дөрөҫ түгел. Эште бөтә нескәлектәрендә аңламаған, белмәгән кеше нисек итеп ул хаҡта дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алhын?!
    Салауат: Беләhегеҙме, бында үҙ-ара мөнәсәбәттәр моделе булырға тейеш. Әйтәйек, элекке СССР-ҙа шулай ине. Кино төшөрөүселәрҙең ҡулында, әйтәйек, рәсми хат бар hәм ҡайҙа барhалар ҙа, район хакимиәте башлыҡтары булһынмы, музей хеҙмәткәрҙәреме, ябай кешеләрме – барыhы ла ярҙам итә. Йәғни берәү ҙә техник яҡтан, йә ҡунаҡхана, кино төшөрөү төркөмө өсөн аҡса hорап ултырмай. Сөнки кино – ул дөйөм эш, халыҡҡа кәрәк. Эйе, ярҙам итеүселәр ҙә юҡ түгел. Кино инвесторҙарын hалым түләүҙән азат итеү кәрәк. Рәсәй киноhы шул арҡала үҫте. Төшөрөлгән фильмдарҙың 100 процентының 40-ы эшкинмәгән булhа ла, ҡалғандары бит ысын сәнғәт әҫәре. Беҙгә лә күптән ошо юл менән эш итеү мөhим.
    Зөhрә: Был сара арҡаһында хәҙер Ҡаҙағстан киноһы ҙур үҫеш кисерә. Кешегә даими рәүештә бит ҡан биреп тормайҙар, әммә әллә нигә бер алыштырып алhа, организмы яңырып китә. Кино сәнғәтен дә даими рәүештә hуғарып торорға кәрәк.
    – Киностудияның хәле шулай хөртмө ни?
    Салауат: Юҡ, беҙ улай тип әйтә алмайбыҙ. Киностудияның әлеге директоры Айбулат Fәлийән улы Юнысовтың тырышлығы менән беҙҙе техник яҡтан тәьмин иттеләр. Әммә әгәр «Рәхмәт» фильмы ла уның энтузиазмы менән шәхси аҡса ярҙамында төшөрөлә икән, был бит эш түгел. Кино эше улай эшләнергә тейешме? Юҡ, әлбиттә. Кино төшөрөү өсөн иң беренсе мөхит hәм шарттар кәрәк, аҙаҡ ҡына килемле булыуы хаҡында hүҙ алып барыу мөhим.
    Зөhрә: Директорға ҙур рәхмәт инде. «Рәхмәт» фильмы ла уның тырышлығы менән эшләнде. Әле лә «Минең йондоҙом» фильмын директорыбыҙ ярҙамы менән сығарып торабыҙ. Тик инде 35 йәшемдә, кисәге студент кеүек, видеофильмдар төшөргән булып, үҙемде күрһәтәйем, тип, түләүһеҙ, көнө-төнө эшләү хәҙер инде өс баламды, һөнәри кимәлде үҫтереүгә лә ныҡ ҡамасаулай башланы. Беҙ – башҡорт киноһының патриоттары, һәм беҙ был юҫыҡта тулы ҡанлы, ҡанат йәйеп эшләргә әҙербеҙ.
    Йәнә лә бер ҡыуаныс бар – «Башҡортостан» киностудияһына бина һала башлаясаҡтар!
    – Әйткәндәй, килем тигәндән, кино килеме хаҡында нимә тиерhегеҙ?
    Салауат: Кино тураhында hүҙ барғанда, тәү сиратта аҡса хаҡында hөйләргә ярамай. Әгәр миңә актер, күпме түләйhең, ти икән, ғүмерҙә лә уның менән эшләй алмаясаҡмын. Эйе, hәр хеҙмәткә түләнергә тейеш, әммә беренсе сиратта аҡса торорға тейеш түгел. Ул ҡараш, ана, Голливудтан килә. Имеш, шул ролгә, шул киноға шунса аҡса түләнгән. Fөмүмән, беҙҙе Голливуд киноhында, Америка менталитетында, боевик, hуғыш, ҡан ҡойош рухында тәрбиәләй башланылар. Дөрөҫөн әйткәндә, ул беҙҙеке түгел, беҙгә кәрәкмәй. Беҙҙең үҙ эпостарыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ шул тиклем тәрән, боронғо – ана шул хаҡта кино төшөрөргә ине ул.
    Зөhрә: Әгәр беҙ кино сәнғәтенән килем генә көтөп ултырабыҙ икән, милли кино бер ҡасан да төшөрөлмәйәсәк. Әйтәйек, кеше hатып алмай тип, башҡорт китаптарын, шиғриәтен, прозаhын, hүҙлектәрен сығарыуҙы туҡтатабыҙ икән, тимәк, тел дә, әҙәбиәт тә, мәҙәниәт тә, сәнғәт тә, тора-бара халыҡ та бөтәсәк. Кино – ул халҡың менән башҡа халыҡтарҙы таныштырыу ысулы ла. Милли кино тап милли үҙенсәлеге менән ҡыҙыҡлы. Фильм үтемле, кеше иҫе китеп ҡарарлыҡ булhын өсөн мотлаҡ Голливуд режиссерын саҡырыу ҙа кәрәкмәй. Беҙҙә режиссерҙар бар, бары тик файҙаланhындар. Республика үҙенең белгестәрен тейешенсә эштә ҡулланhын ине!
    – Һеҙҙе әленән-әле республика кимәлендә үткән сараларға йәлеп итәләр, сит төбәктәргә лә сығаһығыҙ...
    Салауат: Эйе, уныhы шулай. Әммә беҙ hаман бер урында тапанабыҙ. Ул эштәр, еңеүҙәр кәрәк, мөhим булған, тик бөгөн милли нәфис фильм төшөрөү, кино мөхитен булдырыу мөhим. Өфө – әҙәбиәтселәр, рәссамдар ҡалаһы, ә ни өсөн әле ул кино ҡалаһы булмаҫҡа тейеш?! Юғары даирәләр менән бергә үҙ белгестәребеҙгә «йәшел юл» асырға ваҡыт.
    Зөhрә: Беҙҙә актерҙар ҙа, режиссерҙар ҙа етерлек. Башҡорт киноhын төшөрөү өсөн мотлаҡ, алда әйткәнемсә, киң билдәле режиссерҙы саҡырыу, билдәле артист уйнауы мөhим түгел. Киноны беҙ үҙебеҙ эшләргә, тап яңы фильм аша кемделер асырға, халҡыбыҙҙың булмышын пропагандаларға тейешбеҙ. Фестивалдәр үткәреүгә килгәндә, уға етди ҡарарға кәрәк. «Ер hәм кешеләр» кино hәм телевидение фестивален бары тик үҙ инициативабыҙ, үҙ аҡсабыҙ менән үткәреп ебәрҙек. Ойоштороуға, беҙҙәге йәштәрҙең эшмәкәрлегенә Галина Данелия hоҡланып, беренсе фестиваль өсөн hеҙгә «5» ҡуябыҙ, тине. Әммә фестивалдәр киләhе йылдарҙа үткәрелә икән, улар тағы ла юғарыраҡ кимәлдә, үтеп киткәс, кино йондоҙҙарын, шәп фильмдар ҡарап, халыҡ оҙаҡ hөйләп, hоҡланырлыҡ булырға тейеш. Ана ҡаҙаҡтар «Евразия» кино фестивален ниндәй юғары кимәлдә үткәрә! Яҡуттар «Сыңғыҙхандың hуңғы төйәге» фильмы менән донъя кимәленә сығасаҡ. Бөтәhе лә түҙемhеҙләнеп шул фильмдың экранға сығыуын көтә. Ҡаҙаҡтар быйыл бишенсе тапҡыр ғына үткәрелгән фестиваленә тулы метражлы 12 нәфис фильм тәҡдим итә. Был бит иҫ киткес! Кино таҫмаларында милли фильм төшөрөүҙе үҙ егеттәребеҙгә ышанып тапшырhындар ине. Улар әҙер!
    Салауат: Беҙҙең Өфө – бик матур ҡала. Уны фильмдарҙа күрhәтергә кәрәк. Ни өсөн бөтәhе лә, Париж, тип hоҡлана? Сөнки ундағы халыҡ үҙ ҡалаhын яратып, уны башҡалар ҙа яратырлыҡ итеп hөйләй. Эйе, Өфөнө лә тап шундай hоҡланғыс ҡала итеп донъяға танытырға була hәм кино индустрияhы был йәhәттән бик көслө ҡорал. Беҙҙең бай тарих хаҡында әллә нисәмә фильм төшөрөргә мөмкин. Тауҙар араhында йәшәгән халыҡ – үҙ ғөрөф-ғәҙәтен, менталитетын бик тәрәндә йөрөткән, hаҡлап алып ҡалған халыҡ. Башҡорттар тап шулай. Ана шул хаҡта hөйләге, тәүге фестивалдәрҙән үк милли колорит, милли мөхит менән үҙебеҙҙе танытҡы килә.
    – Һеҙ икегеҙ ҙә – данлыҡлы ғаилә балалары. Зөhрә – Мәрйәм hәм Диҡҡәт Бураҡаевтарҙың ҡыҙы, Салауат – Fәлиә hәм Әнүр Вахитовтарҙың улы. Моғайын, ғаилә мөхите башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереү юлына баҫыуығыҙға тәрән йоғонто яhағандыр?
    Зөhрә: Әлбиттә. Атай менән әсәй беҙҙә милли тойғоно көнкүреш кимәлендә генә түгел, ә тап башҡорт китабы уҡытып, башҡорт мәҙәниәтен өйрәтеп үҫтерҙе. Халҡыбыҙ яҙмышы хаҡында тәрән уйланыу, hыҙланыу ҡанға ғына түгел, йәнгә hеңгән. Беҙ бала саҡта Өфөлә тыуып үҫеп, башҡортса hөйләшеп, аралашҡан ғаиләләр бик hирәк ине. Бер хәл иҫемдә ҡалған: атайым башҡортса hөйләшкән өсөн генә урамда бер егеткә бер нисә биш hумлыҡ аҡса биреп китте. Ул йылдарҙа был ҙур аҡса ине, ә өйҙә үҙенең балалары күп, килгән таныштарҙы әйтеп тә тормайым. Атай-әсәй hүҙе менән түгел, эше, ҡылығы менән беҙҙә милли рух тәрбиәләне.
    Салауат: Китап уҡыу, милли мәҙәниәтебеҙгә мөхәббәт тәрбиәләү менән бергә атайым hәр саҡ, бөйөк кеше ваҡсыл булмай, тип әйтә торғайны. Уның менән ул беҙҙә халҡыбыҙға хас баҫалҡылыҡты, зирәклекте, иплелекте тәрбиәләргә теләгән.
    – Бөгөн hеҙгә ниндәй тема ҡыҙыҡлы? Ниндәй фильм төшөрөргә теләр инегеҙ?
    Зөhрә: 1812 йылғы Ватан hуғышының юбилейына оҙаҡ ҡалмаған. Беҙ бөгөн үк ошо хаҡта hөйләй башлап, данлыҡлы халҡыбыҙ хаҡында кино сәнғәте аша әйтмәhәк, был ҙур хата буласаҡ. Быны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Беҙ бик ныҡ һуңлап барабыҙ. Әлеге көндә ең һыҙғанып әҙерлек эштәре барырға тейеш – беҙҙә тынлыҡ. Бөгөн тап ошо хаҡта нәфис фильм төшөрөү идеяhы менән янам. Әлбиттә, ҡыҙыҡлы темалар бик күп, яҙған материалдар ҙа етерлек. Бары кино төшөрөү эшен дәүләт кимәлендә яйға hалыу мөhим.
    Салауат: «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы буйынса кино төшөрөр инем. Мөхәмәтша Буранғоловтың пьесаhынан киносценарий эшләргә була. Туҡтамыш, Аҡhаҡ Тимер хаҡында кино төшөрөп, донъя кимәленә сығарырға мөмкин. Беҙ үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнарға тейеш түгел, Канн фестивалдәре өсөн фильмдар төшөрөү менән мәшғүл булырға тейешбеҙ. Талаптар, кимәл юғары булғанда ғына донъя кимәленә сығып буласаҡ.
    1812 йылғы hуғыш тибеҙ икән, мотлаҡ Ҡаhым түрәне күрhәтергә кәрәк. Күптәр, әйткәндәй, 1812 йылғы тарихҡа ҡағылышлы кино фестивале ойоштороу менән яна. Шул мәлде йоҡлап ҡалайыҡмы
    Ҡаhым түрә – бөйөк шағир Гете менән осрашҡан шәхес. Шағирға ул үҙе килә. Улар аралашҡан. Еңеү яулаған, төньяҡ амурҙары исеме менән дан алған яугир халыҡ вәкиле менән Гете ҙур ихласлыҡ күрһәтеп әңгәмәләшкән. Ниндәй телдә, тиерhегеҙ. Һәр хәлдә башҡорт телендә түгел. Бының менән мин Ҡаhым түрәнең белеме, абруйы хаҡында ла әйтергә теләйем. Гете хатта башҡорт яугирҙарына шиғырҙар циклын да бағышлаған. Беҙ – бөйөк, боронғо халыҡтың вариҫтары! Бик үҙенсәлекле ерлегебеҙ, мөхитебеҙ бар, ана шуларҙы индереп фильм төшөрөү, үҙебеҙгә кадрҙар hайлау, эш төркөмөн булдырыуҙы ышанып тапшырhалар, беҙ эшләргә hәр ваҡыт әҙер.
    Зөhрә: Беҙҙең егеттәрҙе hәм ҡыҙҙарҙы ситтә ихтирам итәләр. Юҡҡа ғына күптәр башҡа яҡтарҙа башҡа халыҡҡа хеҙмәт итеп йөрөмәй, сөнки унда иң беренсе hинең эшең кәрәк, ә кем булыуың мөhим түгел. Белгестәребеҙ һаман Мәскәү яғына китеп тора. Ә беҙ башҡа милләт, башҡа төбәк тирмәненә hыу ҡойорға теләмәйбеҙ!
    Салауат: Беҙҙең был әңгәмә, ярhыу, йөрәк ауазы гәзит уҡыусылар, үрҙәге даирәләр тарафынан дөрөҫ ҡабул ителеренә ышанам. Сөнки, бик күптәр кеүек үк, беҙ ҙә тап милли нәфис фильм төшөрөү, уны донъя кимәленә сығарып, халҡыбыҙ хаҡында башҡаларға еткереү уйы менән янабыҙ. Ишетегеҙ беҙҙе: беҙгә ышанып, кино төшөрөү эшен тапшырығыҙ. Структураларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен көйләүгә «йәшел юл» асығыҙ!

    Л. АБДУЛЛИНА яҙып алды.
    авторы: Нур | 26 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бүләктәре ҡыҙыҡ булмаҡсы
  • Кино төшөрөүе еңелме?
  • «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» экранға сыға
  • «Кино сәнғәтендә – Салауат Юлаев образы»
  • Башҡорт киноһы - бөгөн һәм иртәг& ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru