Күп һуҡҡан сүкеш тиҙ тоҙорая.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Берҙәмлектә – көс
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Металл һәм таш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күптәргә хеҙмәт итә Мәҙәниәт
    Киносценарист Юрий Перовты кино яратыусылар «Дальнобойщики», «Побег со свиньей», «Консерва», «Заложники любви», «Голубой лев», «В русском стиле», «Антикиллер-2» фильмдары аша белә. Сығышы менән ул – Мәскәүҙән. Беренсе хикәйәләре бик иртә «Искатель» журналында, «Приключения» йыйынтығында донъя күрә, Бөтә Союз радиоһында 1965 – 1966 йылдарҙа яңғырай. «ИПЦ» исемле тәүге китабы 1969 йылда «Молодая гвардия» үҙәк нәшриәтендә баҫылған. Бөтә яҙған китаптарының тиражын бергә ҡушҡанда, ул биш миллион дананан ашыу шәхси йыйынтыҡ сығарған. Уның менән әңгәмәбеҙ шөғөлө, бала сағы, булмышы хаҡында.
    – Юрий Федорович, ҡулығыҙға ҡасан ҡәләм алдығыҙ?
    – Бик иртә, тип әйтә алам. Ғүмеремдең тәүге ете йылы Мәскәүҙә үтте. Әммә торлаҡ мәсьәләһе ауырлашҡас, әсәй мине Мәскәү эргәһендәге Федотово ауылында йәшәүсе өләсәйгә илтте. Уҡырға өс саҡрым алыҫлыҡтағы Редькино ауылына йөрөнөк. Ана шунда тәүге тапҡыр ҡулыма ҡәләм алып, нимәлер яҙырға, хисемде ҡағыҙға төшөрөргә тырышып ҡараным, ахырыһы...
    – Бала сағығыҙ үткән быуатта тороп ҡалған. Һеҙҙе кино сәнғәте өлкәһенә алып килеүсе ниндәйерәк ил ине ул?
    – Ул ил мине алып сыҡтымы икән был юлға, белмәйем, әммә бала саҡтың сағыу күренештәре, кино таҫмаhындағы һымаҡ, әленән-әле әйләнеп килеп, иҫкә төшә. Ағас мәктәптә уҡыныҡ. Иркен бүлмәләрҙә беренсенән алып дүртенсе синыфҡа тиклемге уҡыусылар ултыра. Дәрестәрҙе инде ҡартайып бөткән Кладиванна (Клавдия Ивановна) алып бара ине. Мәктәп дисциплинаһын, дәрестәрҙә бәйле эт һымаҡ ултырыуҙы бик өнәп бөтмәй торғайным. Тышта тормош ҡайнағанда, нисек түҙеп 40 – 45 минут бер урында ултырмаҡ кәрәк?
    – Ҡышын тышта тормош бик ҡайнап бармаһа ламы?
    – Эйе, ҡышын мәктәп юлын да ҡар баҫа торғайны. Соҡорҙағы шишмәне лә быяла һымаҡ йоҡа ғына боҙ ҡаплай. Әммә уның аҫтында тормош дауам итә: шишмә урғылып сыға, ылымыҡтар ҡыбырлай. Был шишмә бик күп тапҡыр мәктәпкә һуңлауымдың сәбәбе булды. Редькиноның эттәре лә башҡаса ине: улар миңә Федотово алабайҙарына ҡарағанда уҫалыраҡ һымаҡ күренде.
    – Һеҙҙе егерме йылдан ашыу элек тәмәке тартыуҙы ташланы тиҙәр. Шулай бик иртә башлағайнығыҙмы ни?
    – Ана шул бала саҡта инде. Малайҙар менән тәмәке тартырға өйрәндем, йәнәһе, ҙурайҙым, үҙ аллы кешемен. Шунда уҡ кемдеңдер туйында бал эсеп ҡараным. Оҡшап китте. Әммә иртә тәмәкегә тотоноп, иҫерткес эсемлек эсеп ҡараһам да, ихтыяр көсөм ҙур. Тәмәке ташлауымды тормошомдоң иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе тип иҫәпләйем. Теләһәң – мөмкин. Эске менән дә шаярыуҙар артта ҡалды. Бер мауығыуым бар – матур ҡатын-ҡыҙ күрһәм, һоҡланмай булдыра алмайым. Матурлыҡ һәр ваҡыт ҡарашты үҙенә тарта инде ул.
    – Бала сағығыҙ ауылда ғына үттеме?
    – Әлбиттә, тик ауылда ғына түгел. Ул мәлдәге аслыҡты һөйләп аңлатып бөтөп булмай. Яҙын өләсәйем Авдотья Ивановна менән ҡар аҫтында ҡыш сыҡҡан, күгәреп, зәңгәрләнеп бөткән картуф йыябыҙ. Бахырым, шуларҙан резинка кеүек күмәстәр бешергән була. Көҙөн шул картуф ерҙә тулып ятһа ла, йыйырға ярамай, төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал ине. Сереп ятһа-ятһын – әммә алырға ярамай! Малайҙар менән муйыл ашап, төрлө таҡмаҡтар йырлап, кемуҙарҙан hүгенешкән, hуғышҡан саҡтар ҙа иҫтә. Күрәһең, һәр малай үҙ ғүмерендә ошондай бер осорҙо үтергә тейеш. Ҡыҙыҡ була торғайны. Аҙаҡ мине Мәскәүгә күсерҙеләр. Трамвай складына яҡын йәшәнек. Унда ла ҡала малайҙары менән шаярып, трамвай юлында шырпынан эшләнгән гранаталар шартлатып, үҫмер саҡтар үтеп китте.
    – Әле Һеҙҙе тыңлап торам да, бигерәк тәртип яғы аҡһаған, тип уйлап ҡуям.
    – Алда әйткәнемсә, бала саҡта тормоштоң төрлө үҙенсәлекле яҡтарын күреп үҫһәң, ҙурайғас, үҙеңде эшеңә, яҡындарыңа бағышлайһың. Минең алда, нисек йәшәргә, тигән һорау торманы. Хеҙмәт кенәгәмдә 26 һөнәри яҙма бар.
    – ???
    – Электрик, слесарь-сантехник, кинокомпанияның вице-президенты, ҡотҡарыусы-матрос, реставрация яһаусы, ташсы, радиола мөхәррир, ҡарауылсы, йөк ташыусы, мейес таҙартыусы-мейессе, сценарист... Тағы ла һанайыммы?
    – Егерме алтыға уҡ етмәне, әммә бик тәьҫирле исемлек. Тик Һеҙ яҙыусы юлын һайлағанһығыҙ...
    – Иң тәүҙә мин актер булырға теләнем. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә лә шөғөлләндем. Ул мәлдә «Московская правда» нәшриәтенең типографияһында электрик ярҙамсыһы булып эшләй инем. Шунда мин, актер булһам, ғүмер буйы кеше яҙғанды һөйләп йөрөйәсәкмен, тигән фекергә килдем. Һәр кемдең үҙ юлы, әммә мине был асышым тетрәндерҙе. Шунан инде ныҡлап ҡәләмгә тотондом.
    – Прозаик менән сценарист нимәһе менән айырыла?
    – Күп нәмә менән айырыла. Проза һүрәтләй, ә сценарист күрһәтә, хәрәкәт иттерә. Сценарий яҙған кеше сәхнә, кино технологияhын белергә тейеш. Сценарий драматургияға яҡын өлкә, ә прозаға түгел.
    – Һеҙҙең сценарий буйынса фильм төшөргәндә, автор булараҡ, саҡырғандары бармы?
    – Бар, әлбиттә. Бара алhаң – бараhың, бара алмаhаң – юҡ. Кончаловский «Антикиллер-2»-не төшөргәндә саҡырғайны. Ҡайhы берҙә барырға теләп тә барып булмай. Фильм төшөрөү барышына ҡыҫылыуҙы үҙ маҡсатым итеп ҡуймайым. Сценарий бар, яҙылған – минең эш тамам. Уны hатып алғандар икән, тимәк, яҙғаның бушҡа китмәгән.
    – Заказдар менән мөрәжәғәт итәләрме?
    – Итәләр, әлбиттә. Һәр саҡ заказдарҙы үтәп тә булмай, әммә ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрҙән баш тартмаҫҡа тырышам.
    – Һеҙ әҙипме, әллә сценарисмы? Нимә ул Һеҙҙең өсөн әҙәбиәт?
    – Юҡ, мин әҙип түгелдер ул, эйе, күп яҙам. «Һәйкәл» тигән хикәйәмдән башҡаларын әҙәбиәткә индереп буламы икән? Әҙәбиәт – ул мөхәббәт. Шуның өсөн мин уны hөнәрем тип hанамайым. Ул – күңел талабы, йәшәү рәүеше. Ә бына кинодраматургия – ул hөнәр, етди hәм фекерле hөнәр.
    – Яҙыусы ла hөнәр инде...
    – Унда фәлсәфә күберәк, даирә киңерәк.
    – Сценарий яҙыуҙың ҡыҙығы нимәлә?
    – Бер киносценарийға әллә нисәмә драма әҫәренә етерлек эпизод, сюжет инеп китә. Ул уңышлы килеп сыҡhа, геройҙарың тиҙ арала экранда hөйләшә башлай. Йәнә лә хәҙер кино сәнғәте бик популяр бит. Кешеләр китап уҡырға, хатта гәзит ҡарарға иренә, ә кино ҡарар өсөн артыҡ көс hалыу кәрәкмәй. Йәтеш кенә урын табып, барып ятhаң йәки ултырhаң, кино hиңә үҙен-үҙе аса. Киносценарий ярҙамында ғаиләмде, үҙемде ҡарайым, ул килемле шөғөл.
    – Һеҙҙе Переделкино ижад йортона салоhыҙ индермәйҙәр тинеләр...
    – Эйе, уны мин үҙем әҙерләйем. Дуҫтар, таныштар, яҡындар араhында кулинар тигән даным бар. Салоны ла үҙ рецебым буйынса әҙерләйем, шуға бик яраталар. Грузин, үзбәк, корей, йәhүд, француз, ҡытай hәм башҡа бик күп халыҡтарҙың аш-hыуын бешерә беләм. Тәмле килеп сыға, тиҙәр.
    – Ашнаҡсы булып эшләргә тура килмәнеме?
    – Юҡ, ул тиклем ас йәшәгән булманы.
    Көн дә бешерерлек итеп мауыҡмайым бит мин был шөғөл менән. Ул мөхәббәт кеүек, күңелгә теләп килеп тула ла ҡуя...
    – Милли аштар кеүек үк, милли әҙәбиәткә ҡарашығыҙ нисек?
    – Әлбиттә, элекке СССР заманында беҙ бер-беребеҙҙе уҡый, өйрәнә инек. Килешәhегеҙме: иҫ киткес ҙур әҙәби донъя булған. Ул әле лә барҙыр, шикләнмәйем, әммә тарҡау хәлдә. Һеҙҙең республикала сәнғәт, әҙәбиәт юғары баhалана, тип ишеткәйнем, уҡығаным бар. Әммә аралашыу етмәй. Бәлки, шулай кәрәктер ҙә... Ваҡыт үҙе үҙ баhаhын биреп, барыhын үҙ урынына ҡуйыр.
    – Милли әҙәбиәт, милли кино сәнғәтендә Һеҙгә нимә ҡыҙыҡлы?
    – Әлбиттә, милли йөҙ, милли холоҡ, милли фекер, менталитет. Тап шундай хәлдә, шундай осраҡта тап ошо халыҡ вәкиле үҙен нисек итеп тота, ни эшләй, нимә тип әйтә – ана шуны күрге килә. Бер ҡараhаң, кешеләр бер-береhенән айырылмай ҙа кеүек: бөтәбеҙ ҙә ауыртыуҙы бер төрлө тоябыҙ. Әммә ул ауыртыуға реакциябыҙ, ҡарашыбыҙ бер төрлөмө? Тап милли hыҙаттарҙы бирә белгән оҫталар бар: Сыңғыҙ Айытматов ҡына ни тора?! Хатта рус әҙәбиәтендә милли рус йөҙөн бирә алған әҫәрҙәр етмәй китә. Халыҡты гел бер төрлө итеп hүрәтләү дөрөҫ түгел. Һәр милли hыҙатты айырым күрhәтергә мөмкин. Үҙемә килгәндә, күптәргә, ҙур аудиторияға ҡыҙыҡлы булған темаларҙы яҙырға тырышам. Сөнки кино сәнғәте меңәрләгән кеше өсөн хеҙмәт итә.
    Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.

    Мәскәү ҡалаhы.
    авторы: Нур | 26 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡош тәпәйе менән Төркиәгә
  • Кино төшөрөүе еңелме?
  • «Йәштәр традицион мәҙәниәтте аңла ...
  • «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» экранға сыға
  • Таштарҙы ташларға ваҡыт етте
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru