Йән биргәнгә йүн биргән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Янылыктар
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
  • УРАҘА
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сәхнәнең моң бәhлеүәне Мәҙәниәт
    Ишмулла Дилмөхәмәтов тигән исем менән замандаштарының күҙ алдына ҡурай, йыр сәнғәтен, артислыҡ оҫталығын бар нескәлектәрендә тойған, бар булмышы менән халҡыбыҙ рухын сағылдырған ир-уҙаман килеп баҫа торғандыр. Тел мәсьәләләре, милли асылды hаҡлау тыйылған ваҡыттарҙа улар – Fата Сөләймәнов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Мөхәммәт Рәхмәтуллин, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Абдулла Хәлфетдинов халҡыбыҙға ҡурай аша рух, дәрт өләшкән, битарафлыҡҡа юл ҡуймауға өлгәшкән.
    Ишмулла Дилмөхәмәтовты Башҡортостандың hәр ауылында, hәр өйөндә көтөп алғандар. Кеше булараҡ та ябай, алсаҡ, йор hүҙле ҡурайсы бар булмышы менән байрам тыуҙыра белгән. Уға Франция, Италия, Швеция, ГДР, Польша, Венгрия, Швейцария, Пакстан, Афғанстан, Иран, Япония тамашасыhы алҡышлаған.
    Башҡорт рухын бөтә донъяға алып сыҡҡан Ҡурайсыны бөгөн замандаштары хәтирәләре аша күҙ алдығыҙға баҫтырыу маҡсатында, түбәндәге мәҡәләләрҙе тәҡдим итәбеҙ.

    Рәшит ШәкҮр, яҙыусы
    Урал тауышы

    Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тормош юлы бик ҡыҙыҡлы hәм фәhемле. Ул 1928 йылда Башҡортостандың Йылайыр кантоны (хәҙерге Йылайыр районы) Яҡуп ауылында Түңгәүер ырыуының атаҡлы ҡурайсыhы Ишҡәле Дилмөхәмәтов ғаиләhендә тыуа. Ишҡәле ағай улдары Ишмулла менән Сәйфулланы бала саҡтарынан ҡурайҙа уйнарға өйрәтә. Аҙаҡ Ишмулла ла, Сәйфулла ла данлыҡлы халыҡ ҡурайсылары булып таныла, аталарының ҡурайсылыҡ традицияhын дауам итә.
    Ишмулла Дилмөхәмәтовты hуғыш ваҡытында, 1943 йылда, колхозда көтөүсе булып йөрөгән еренән гастролгә килгән артистар бригадаhы, Баймаҡ колхоз-совхоз театрына эшкә саҡырып, үҙҙәре менән эйәртеп үк алып китә. Шунда ҡурайсы ла, артист та булып бер нисә йыл эшләгәндән hуң, Өфөгә, М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына етә. Бигерәк тә йыр, музыка элементтары ҡулланылған спектаклдәрҙә үҙенең талантын тулыраҡ асыуға өлгәшә. Әммә алтмышынсы йылдар уртаhынан ул үҙенең барлыҡ көсөн, дәртен, hәләтен эстрада артисы, йырсы, ҡурайсы эшмәкәрлегенә бағышлай. Башҡорт дәүләт филармонияhына күсеп, концерт бригадаhы етәксеhе сифатында гастролдәрҙә йөрөй. Нәҡ ошо ваҡыттан башлап уны, талантлы халыҡ музыкантын, фольклор төркөмдәре составында сит илдәргә саҡыра башлайҙар. Ул үҙенең данлыҡлы ырыуҙашы Йомабай Иҫәнбаев эҙҙәренән барып, Париж сәхнәләрендә сығыш яhай, башҡорт моңона француз тамашасыларын тағы бер тапҡыр таң ҡалдыра. Үҙебеҙҙең илдә лә Ишмулла ағай иң яуаплы, иң ҙур байрам концерттарында сығыш яhай. Кремлдең Съездар hарайындамы, әҙәбиәт hәм сәнғәт көндәрендә булhынмы – hәр ерҙә уның ҡурайы, йырҙары яңғырай. Илдә hәм республикала айырыуса киң билдәле милли сәхнә йондоҙҙары рәтенә баҫа уның исеме. Fүмеренең нәҡ бына ошо hуңғы егерме – егерме биш йылы эсендә ҡурайсы-импровизатор булыу өҫтөнә, йырсы-импровизатор ҙа булып таныла. Уның атай-олатайҙарын, йәмле Һаҡмар буйҙарын hағынып йырлаған «Тыуған яғым» тигән йырын кемдәр генә белмәй ҙә, кемдәр генә hоҡланып тыңламай?!
    Сәхнәнең моң бәhлеүәне
    Бар булмышы менән ҡурайсы
    Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаты Ишмулла Дилмөхәмәтов хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашыуын hорап, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ҡурайсылар союзы рәйесе Азат АйытҠоловҠа мөрәжәғәт иттек.
    – Ишмулла ағай менән беренсе осрашыу 1974 йылдың йәйендә, август айында Иҫке Сибай ауылы клубында булды. Беҙ, ҡурайсы студент егеттәр – Хәлим Ситдиҡов, Риф Ҡәйепҡолов hәм мин, көндөҙ Ирәндеккә ҡурай йыйырға барғайныҡ. Шунда үтә оҙон йыуан бер ҡурайға тап булдыҡ. Унда уйнарлыҡ түгел инде ул, әммә ағай шундайҙарҙы ла тарта торғайны. Ишмулла ағайҙың оҙон йыуан ҡурайҙа уйнағанын белә инек hәм, шаяртып, ошо ҡурайҙы уға бүләк итергә булдыҡ. Ағайыбыҙ, мәрәкәне аңлап, уны алыуын алды, тик, егеттәр, ҡурайығыҙ шәп, әммә hалып алырға урын юҡ, тип, кире бирҙе.
    Беренсе тапҡыр Ишмулла ағай хаҡында уҡытыусым Әҙеhәм Исҡужин ауыҙынан ишеттем. «Азат, Ишмулла Дилмөхәмәтов тигән бөйөк ҡурайсы бар. Бына пластинкаhы. Тыңлап ҡара», – тип көйҙәрен бирҙе. «Fилмияза»ны шунан отҡайным. Бик күп бейеү көйөн пластинка аша өйрәнеп, оҙаҡ уйнап йөрөнөм.
    Ул ваҡыттарҙа Өфөлә ҡурайсылар бармаҡ менән генә hанарлыҡ ине: Ишмулла Дилмөхәмәтов, Fата Сөләймәнов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Мөхәммәт Рәхмәтуллин, Абдулла Хәлфетдинов. Ә йәштәр араhында ҡурайсылар юҡ ине, ә улар бөтәhе лә – өлкәндәр. Ҡурай яҙмышы өсөн борсолоуҙары, hыҙланыуҙары йөҙҙәренә сыға торғайны. Әммә улар шундай ҡатмарлы йылдарҙа ҡурайҙы hаҡлап алып ҡала белгән. Улар – Хоҙай ҡурайсы итеп яралтҡан шәхестәр.
    Ишмулла ағай беҙгә кумир hымаҡ булды. Гәзиттәрҙә уның хаҡында яҙҙылар, радио, телевидение аша сығыштарын бирҙеләр. Ул сит илдәргә гастролдәргә сыға торғайны. Франция, Япония, Швеция кеүек илдәрҙең тамашасыhы уның моңон тыңланы. Беҙ уның hәр сығышына, hәр сәфәренә, исемдәр бирелеүенә ҡыуана торғайныҡ. Сөнки ул исем менән бергә ҡурайҙың да күтәрелеүен, үҫеүен, яңынан тергеҙелеүен тойҙоҡ.
    Ишмулла ағайҙың үҙенең уйнау манераhы ла бар ине. Бына ул сәхнәгә килеп сыҡhа, сәхнә тулып киткән кеүек була торғайны. Иңләп-буйлап уйнай ине ул. Әллә ниндәй энергетик көсө лә бар ине: зиhендәрҙе арбап, күңелдәрҙе тирбәтеп башҡарыуы әле булhа хәтерҙә. Ул бит сәхнәгә башҡорт ҡурайын, башҡорт моңон ғына түгел, ә башҡорт рухын алып сыға ине. Хәҙерге ҡурайсыларҙың күбеhендә ана шул сифат юҡ. Ҡурайҙы кәсепкә әйләндереүҙәрен күрhә, Ишмулла ағайҙың эсе бошор ине. Сәхнәнең ҡурай бәhлеүәне hәр төрлө ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булды!
    Ишмулла ағай йырсы ла ине бит әле ул! «Башҡортостан» телевидениеhы фондында ла hаҡлана уның башҡарған йырҙары. Талантлы кеше hәр яҡлап талантлы, тигәндәй, ул йырҙың тәмен белеп, кинәнеп, рәхәтләнеп башҡарҙы. Йырлауы бер байрам кеүек ҡабул ителде.
    Башҡорт дәүләт филармонияhына килгәс, уны драма актеры булараҡ астым. Ул М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ла уйнаған кеше. Ишмулла ағай – сәхнә профессионалы.
    Яҡындан аралашҡас, көслө рухлы булhа ла, яҙмышының ҡатмарлы икәнен дә белдем. Әммә ул ныҡ кеше ине. Fорурлығы, ғәййәрлеге лә булды. Францияға барғас, ниндәйҙер бер музейҙа hәр кем Наполеондың hүрәтенә баш эйергә тейеш икән. Бөтәhе лә баш эйгән, Ишмулла ағай – юҡ. «Беҙҙең ата-бабалар уны еңгән, Парижды яулаған, хәҙер килеп, мин уға баш эйеп тормам инде!» – тигән.
    Беҙ Австрияға барғас, бер тәржемәсе уны белеүе хаҡында әйтте, яҡшы итеп хәтергә алды.
    Яңыраҡ филармония хеҙмәткәрҙәренең архивын ҡарап ултырҙым. Ҡурайсылар шундай ауыр хәлдә булған: уларға хатта башҡалар менән тиң премия, эш хаҡы түләнмәгән. Әммә шундай хәлдә лә ғәйрәтләнеп баҫып, бөтә донъяны яңғыратып ҡурайҙа уйнау – ул батырлыҡ!
    Уны СССР-ҙа ла бик үҙ иттеләр. Туманов тигән мәҙәниәт хеҙмәткәре хатта, эш хаҡына 25 hум өҫтәп, Бөтә Союз ставкаhы яhаған. Әммә филармонияның ул ваҡыттағы директоры был хаҡта Ишмулла ағайға әйтмәй, йәшереп ҡуйған. Туманов бер мәл ҡурайсынан был хаҡта hорағас, ул аптырап киткән. Өфөлә, әлбиттә, директор менән hөйләшеү егеттәрсә булған (йылмая). Был хаҡта Ишмулла ағай көләмәс тә сығарып йөрөнө хатта.
    Әйткәндәй, ул бик юмор яратҡан кеше ине. Күҙенә кеше берәй тапҡыр булhа ла насар сифаты менән күренhә, уны теленән төшөрмәй, көләмәс сығара ине. Әлбиттә, кешене hынамайынса ла булмай, әммә уның был шаяртыуҙарында юмор аша теге кешенең образы ята торғайны.
    Бер мәл беҙгә уның менән хөкүмәт концертында сығыш яhарға тура килгәйне. Шунда ул: «Хәҙер ҡурайҙа уйнаусы йәштәр юҡ, әгәр hин ошо юлды hайлағанhың икән, сәхнә тоғролоҡто ярата», – тип, фатихаhын биргәндәй, арҡанан ҡаҡты. Бөгөн мин йәштәр сәхнәгә тоғро тип әйтә алмайым, ә моң менән шаярыу күрәм. Ҡурайҙың быны ғәфү итмәүе ихтимал: ул бит шундай нескә моң эйәhе, барыhын да тоя. Ишмулла ағай ҙа, алда әйткәнемсә, шундай замандарҙа ҡурайҙы hаҡлап алып ҡалып, быуын сылбырын өҙмәү генә түгел, тамашасыны, замандаштарын моң менән hуғарған. Шуға күрә ҡурайға тоғролоҡтоң кәмеүен тойоу, әлбиттә, эсемде бошора, hыҙландыра. Fәҙел, ихлас, ялғанды hөймәгән Ишмулла ағайҙы хәтерләгәндә, ҡурай яҙмышы бик ышаныслы ҡулдарға ҡала, тип әйтә алмайым. Ҡурайҙың кәсепкә әйләнеүе тетрәндерә. Ишмулла ағай кеүек ҡурай өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай йәштәр кәрәк беҙгә!

    Сорнап ала ине моңдары
    Башҡортостандың халыҡ артисткаhы, башҡорт бейеүе алиhәhе Рәшиҙә Туйсина менән Ишмулла Дилмөхәмәтов йыш ҡына гастролдәргә бергә сыҡҡан. 1974 йылда «Тыуған Урал» музыкаль-хореографик композицияны юғары оҫталыҡ менән башҡарғаны hәм 1973 йылдағы концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhына ла бергә лайыҡ була улар. Ул йылдарҙы Рәшиҙә апай бына нисек хәтерләй:


    – Францияға барғайныҡ бит беҙ шул йылда. Унда СССР сәнғәте фестивалендә Ватаныбыҙҙың 15 союздаш республикаhынан, ике автономиялы республиканан – Башҡортостан hәм Яҡут, Коряк милли округынан махсус комиссия тарафынан hайлап алынған артистар ҡатнашты. Иҫ киткес сығыш яhап ҡайттыҡ! СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Туманов аҙаҡ Башҡорт дәүләт филармонияhына: «Ишмулла Дилмөхәмәтов менән Рәшиҙә Туйсинаның гүзәл дуэты өсөн рәхмәт тойғоларымды белдерәм. Улар беҙҙең сығышҡа сағыштырғыhыҙ матур биҙәк, йәм өҫтәне. Париж сәнғәте hәм матбуғаты башҡорт сәнғәтен hоҡланып ҡабул итте. Шуға ҡыуанам», – тип телеграмма ебәрҙе.
    Фестивалгә бараhы артистар ентекле конкурс үтте. Молдавиялағы сығыштан hуң Ишмулла ағай менән беҙҙе ошо сараға саҡырғайнылар инде. Парижға барған 250 кешенән торған коллективтың эше менән СССР Мәҙәниәт министрлығы етәкселек итте. Алда әйткән СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Иосиф Туманов сараны ойоштороуға күп көс hалды. Ул ҙур йөрәкле кеше генә түгел, ә ҙур режиссер ҙа, талантлы артист та, оҫта етәксе лә ине. Иосиф Михайлович беҙҙең сығышты бигерәк үҙ итте шул!
    6 – 7 мең тамашасы йыйылған Спорт hарайында юғалып ҡалмаhаҡ ярар ине, тип ҡаушарға ла итәбеҙ кеүек. Ишмулла ағай менән беҙҙең сығыш – бер бөтөн. Бына артҡы пландан, халҡыбыҙ батыры, шағир Салауат Юлаев hүҙҙәренә үҙе яҙған «Уралым – минең төйәгем» йырын йырлап, Ишмулла ағай килеп сыға. Сәхнә алдына килеп баҫҡансы йыр тамамлана. Шунан ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө «Урал»ды hыҙҙырып ебәрә! Яйлап ул бейеү көйөнә күсә. Тамашасы бик йылы ҡабул итте. Ә инде Ишмулла ағай өзләп ебәргәс, ғәжәпләнеп тә ҡуйҙылар. Артабан ул ҡурайҙа уйнай-уйнай тамаша залына төшөп китә, залдағылар тағы ла аптырай. Һәр кем, ҡыҙыҡhынып, ни булырын көтә. Шул мәл ул сәхнә яғына борола ла, «Заhиҙә»не уйнап ебәрә. Осоп китергә ҡанаттарын йәйгән ҡоштай, мин талпынып сығам бит инде... (көлә). Беҙҙе бик оҙаҡ алҡышлап, сәхнәнән сығармай тоталар ине. Француз матбуғаты ҡурайға ҙур иғтибар бирҙе, башта, флейта-ҡурай, тип яҙҙылар. Аҙаҡ, башҡорт ҡурайы, тинеләр. Франция радиоhы, телевидение беҙҙе эфирға ла саҡырҙы. Ишмулла ағай ун алты ҡурай моңонан торған автографлы пластинкаhын бүләк итте, әммә ҡурайын уларға ҡалдырманы. Быныhы Париждағы сәфәр тураhында.
    Парижда Лениндың йорт-музейында булғанда, уның директоры менән hөйләшеп алып китте. Ишмулла ағай – башҡортса, тегеhе французса hөйләй, ҡыҙыҡ инде ул, әммә үҙ-ара аңлашып ҡуйҙылар. Ағай директорға Ленин барельефы төшкән значок бүләк итте.
    Унда беҙ эшселәр, завод-фабрика хеҙмәткәрҙәре араhында ла сығыш яhаныҡ. Эмигранттар ҙа килде. Ишмулла ағай, залдағы hәр кемде үҙ итеп, ябай итеп аралаша ла белде.
    Унан тыш, Ишмулла ағай менән бергә табындарҙа ла, осрашыуҙарҙа ла булғаным бар. Ул шул тиклем йор hүҙле, юҡтан ғына мәрәкә табып, кеше көлдөрөр ине. Бер мәжлестә бишбармаҡ hоғондорғанда, ирем Әнүәрҙең Бирғәле ағаhының бармағын тешләргә итеп, табындағыларҙы көлдөргәйне.
    Йәнә, Ишмулла ағайҙы хәтергә төшөрhәм, уның hәр ваҡыт көлкө hүҙ hөйләп, мәрәкәләгәне иҫкә төшә лә, тетрәнеп китәм. Башта мин уның был шаярыуҙарын, көләмәстәрен аңлап та етмәй торғайным. Нишләп Ишмулла ағай кеүек етди профессионал гел уйын-көлкө генә уйлап йөрөй икән, ти инем. Тора-бара шуны аңланым: бөтә эсендәге әрнеүҙәрен, hыҙланыуҙарын шул рәүешле баҫҡан бит ул! Ҡурай өсөн борсолоуҙар, милли мәҙәниәтебеҙ өсөн яныуҙар – уның йөрәген әрнеткән проблемалар.
    Яҙмышы ла бик ҡатмарлы бит инде. Ҡайҙа ғына гастролдә йөрөhәк тә, ул миңә ышаныслы ағай, терәк булды. Әнисә апайыңа рәхмәт, миңә ышанды, тиер ине. Бик яратты ул ҡатынын.
    Ишмулла ағай – йәне-тәне менән ҡурайсы, тәбиғәттән моң эйәhе. Ул сәхнәгә килеп сыҡҡанда, Урал тауы үҙе килгәндәй тойола ине миңә! Актерлыҡ hәләте лә ҙур булды. Ул – М. Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнаған артист. Уның сәхнәлә уйнаған саҡтарын да беләм. Афған авторының «Ҡара сәскәләр» әҫәре менән гастролдәрҙә лә йөрөнөләр. Мин сәхнәгә сығып бейей башлағансы уның исеме Башҡортостанда киң билдәле ине инде. Беҙгә бер-беребеҙгә терәк булып, бергә эшләү бәхете тейҙе!
    авторы: Нур | 16 сентября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Халыҡсан йырҙарҙы үҙ итәм»
  • Роберт Юлдашевтың концерты буласаҡ
  • Онтмаһын халҡым улдарын...
  • Яңғыраһын ҡурай моңдары
  • Ҡурай табындыра, тубыҡландыра...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru