Дәртһеҙгә дауа юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Тәбиғи буяу хәүефһеҙерәк
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Йәйғор» төҫөндәге доньям Мәҙәниәт, Юбилейҙар
    «Йәйғор» төҫөндәге доньямБашҡорт халҡының мәшһүр йырсыһы Мәғфирә апай Ғәлиеваның оло юбилейы икән дәбаһа?!
    Әле лә ҡаштарын һикертеп, бит остарын соҡорайтып йылмайған, оҙон ҡара толомло был ханыма кем был йәште бирһен инде? Ул һаман да шулай гүзәл, тауышы көр, кәйефе яҡшы.
    Үҙ заманында республикабыҙҙың көньяҡ төбәгендә дан ҡаҙанған маһир сәсән Хисаметдин Арыҫлановтың ейәнсәре бит ул. Ата-әсәһенең көтөп алынған ҡәҙерле сабыйы ла Мәғфирә апай. Сөнки уға тиклем тыуған дүрт бала ла тыуып тора, донъянан китеп бара. Был хәлдән тамам нимә эшләргә белмәгән Мәғрифә апай ҡыҙын ире Ильясҡа тәҙрә аша һатып бирә. Мәғфирә исемле ҡыҙыҡай теремек булып үҫеп китә, унан һуңғы балалар ҙа имен-аман тыуа, йәшәй.
    Бәләкәй сағынан уҡ йырлай Мәғфирә апай. Өйҙәренә сепарат айыртырға йыйылған ҡатын-ҡыҙ уның тәүге тамашасыһы була. Радионан Әсмә Шайморатова, Диана Нурмөхәмәтоваларҙың йырын тыңлап, «Ете егет», «Киленсәк», «Апаһы әйтмәй, һылыуы әйтә», «Томан», «Ата зары» (»Хисам») йырҙарын бала сағынан йырлап үҫә.
    Композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов хәстәрлеге менән Мәскәү консерваторияһында башҡорт студияһы асылғас, ауылдар буйлап таланттар эҙләгәндә Ейәнсура районынан Сөләймән Абдуллин менән Мәғфирә Ғәлиева һайлап алына. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүсе Ҡадир Бакиров йәш Мәғфирәлә яҡташы, сәсән Хисаметдиндың йыр сәнғәтенә оҫталығын таный.
    П. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында Мәғфирә апай исеме илдә киң билдәле музыка белгесе В. Карин-Вешкарев класында уҡый. Ә инде М. Горький талантына һоҡланып туймаған данлыҡлы йырсы Ирма Яунзем тәүге дәрестәрҙән үк башҡорт ҡыҙының тауышына, башҡарыу һәләтенә һәм образға инә белеүенә иғтибар итә. Улар ғүмер буйы аралашып йәшәй.
    Мәғфирә Ғәлиева – 62 халыҡ телендә йырлаған йырсы. Ул – сәхнәгә шул халыҡтарҙың милли кейемендә сығып, йырсы булараҡ образға инә белеү оҫталығын бермә-бер арттырған сәнғәт маһиры. Ире, композитор Наил Ғәлиев (Николай Голов) менән Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең, элекке СССР-ҙың бик күп төбәгендә, сит илдә сығыш яһағандар. Шуныһы ғына үкенесле: йырсы, ғүмер буйы башҡорт сәнғәтенә хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, һаман халыҡ йырсыһы исеменә лайыҡлы тип табылмаған. Бәлки, юбилейы уңайынан йырсының ижади эшмәкәрлеге лайыҡлы баһаланыр?

    Шатландырғаны

    «Йәйғор» төҫөндәге доньям– Һәр кеше үҙ тормошон үҙе йәмләп, үҙе биҙәмәһә, башҡалар уның йәшәйешен күркәм итә аламы икән?! Юҡтыр, тип уйлайым. Шуға күрә ата-әсәйемдән күскән тормошто, донъяны яратыу тойғоһо мине шатлыҡ хисе менән һуғара. Иртән уянам да, ҡояшҡа ҡарап ҡыуаным. Ағастарға ҡунған бәҫ тә күңелемде йәмләгән кеүек.
    Дуҫтарымды яратам, улар барлығына ҡыуанам. Йылдар, хәл-ваҡиғалар менән һыналған тәрән дуҫлыҡ тойғоһо күңел тантанаһы бүләк итә.
    Балаларымды, ейәнемде бик-бик яратам. Ҡыҙым Зарема Мәскәүҙә йәшәй, хәлемде белешеп шылтыратып тора. Ошо ла миңә оло шатлыҡ. Улым Слава – бик кеселекле бала. Һәр ваҡыт уның ихтирамын, һөйөүен тойоп йәшәйем – был бит ҙур ҡыуаныс. Ейәнем уңыштары, мөнәсәбәте менән ҡыуандырып тора.
    Мин – тәбиғәт балаһы. Тыуған яғыма ҡайтһам, ундағы урманға, ялан-ҡырға сәйәхәт ҡылыуҙан шатлыҡ кисерәм. Яҡташтарым шул тиклем яҡшы мөнәсәбәт, ихтирам күрһәтә, әйтеп бөтөргөһөҙ рәхмәтлемен уларға! Шундай яҡшы, яҡты мөнәсәбәт өсөн нисек ҡыуанмайһың инде?!

    Үкендергәне

    – Мәскәүҙә П. Чайковский исемендәге консерваторияла белем алғандан һуң, ниңә ГИТИС-та уҡырға ҡалманым икән, тип уйлаған саҡтарым бар. Ни өсөн тигәндә, һәр ваҡыт М. Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклендә Тәңкәбикә ролен уйнау теләгем булды. Ул ролде башҡарырлыҡ рухи һәләтем, моңом да бар. Бер мәл Мостай ағайға ла ошо хаҡта әйттем. Ул минең тәрән үкенесемде яҡшы аңланы. Ирем, композитор Наил Ғәлиев менән бергә сәхнәгә алып сыҡҡан һәр йырымды бер драматик әҫәр кеүек әҙерләй торғайныҡ.
    Әгәр кешегә ике ғүмер бирелһә, аграр университетта уҡып, агроном булып тыуған яғыма ҡайтыр инем. Ниңә ундай һөнәр һайларға уйланығыҙ, тип һораусыларға былай тип яуап бирәм. Беҙҙең яҡ – тау-ташҡа бай төбәк, әммә урман һирәк. Ана шул тау-таш араларына ҡарағай, шыршы ағастарын ултыртыр инем. Тәүге йылдарҙа хәстәрлек күрһәтһәң, улар хәҙер ҡоластарын киреп үҫеп китә! Буралыҡ ағастарҙы башҡа төбәктәрҙән алып ҡайтҡансы, үҙебеҙҙә ағас, урман үҫтерергә була.
    Йәнә лә баҡсасылыҡ эшен киң йәйелдерер инем. Беҙҙең яҡта яҙ 15 көнгә иртәрәк килә, шуға күрә тәбиғәт шарттарының ыңғай яҡтарын халыҡ мәнфәғәте өсөн файҙаланырға тырышыр инем.

    Өмөтләндергәне

    – Һуңғы тиҫтә йылдарҙа телебеҙгә, сәнғәтебеҙгә ҙур иғтибар бүленә. Йыр сәнғәтен күтәреүсе бик күп мәҙәни сара ойошторола. Ҡурайға иғтибар бермә-бер артты. Быларҙың бөтәһе лә халҡыбыҙ рухиәтенә, рухын нығытыуға хеҙмәт итә. Шуға ла ул саралар миндә яҡты өмөт, хыял тойғолары уята.
    Ҡайһы бер йыр конкурстарында тап һирәк осрай торған йырҙарға иғтибар итә башланылар. Бөгөн сәнғәткә иғтибар бүлеп, өмөт орлоҡтары сәсһәк, ул мотлаҡ киләсәктә үҙенең хозур емештәрен бирәсәк.
    Наилдең ҡағыҙға төшөр-мәгән күп йыры ҡалды. Әммә олатаһына оҡшаған, музыкаллеге менән дә уға тартҡан һигеҙ йәшлек ейәнебеҙ Артем үҫеп килә. Н. Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә уҡыған ейәнебеҙ, кем белә, киләсәктә олатаһы юлын дауам итер. Яңыраҡ Орск ҡалаһында үткән музыканттар конкурсында лауреат исемен алып, жюри ағзаларын һоҡландырып ҡайтты. Ейәнебеҙгә яҡты киләсәк теләп, ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.

    Әсендергәне

    – Тәбиғәткә кешеләрҙең мөнәсәбәте бик-бик әсендерә мине. Бәндәләр, әйтерһең, үҙҙәре йәшәгән осорҙа донъяның бөтә матурлығын үҙҙәре менән алып китергә уйлай. Ә тәбиғәтте киләсәк быуынға ла һаҡларға кәрәк ине!
    Тыуған яғыма «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына ҡайттым. Халыҡ бик етеш йәшәй, тырышалар. Бөтә күркәмлекте эскелек кеүек күренеш боҙмаһын ине. Тәбиғәтте лә ҡурсалап торорға кәрәк. Элек ат йөҙҙөргән Өҫкәлек йылғаһында хәҙер ҡаҙҙар ҙа саҡ-саҡ йөҙә. Йылға буйында «Өҫкәлек» йырын йырлап, илап алдым... Юҡҡа ғына беҙҙең яҡтың ҡыҙҙарының сәстәре оҙон, ҡалын булмаған, йәш быуын вәкилдәре араһында ла оҙон сәслеләр күп. Сөнки Өҫкәлек һыуы таҙа, саф булған. Хоҙай насип итһә, һау-сәләмәт булһам, яҙын ҡайтып, өмә итеп, шул йылғаны таҙартырға тигән ниәтем бар.


    Борсоғаны

    – Йәштәрҙең йырға, йыр һайлауға мөнәсәбәте бик борсой мине. Концертҡа барһам, концерт тыңлаһам, сәхнәлә үҙҙәрен дөрөҫ тотмауҙары, дөрөҫ тын алмауҙары күңелемде ҡыра. Репертуар һайлай белмәйҙәр. Бер үк йырҙы бер нисә кеше йырлай. Һирәк ишетелгән, төбәк йырҙарын башҡарыусылар бар, әммә аҙ. Эстрада йырын йырлау оҫталығы тап халыҡ йырын башҡарыу оҫталығы аша килгәндә генә йырсы үҙен ысын йырсы тип һанай ала. Йырсылар күп, әммә тәбиғәт биргән һәләтен профессионалдарға хас булғанса үҫтереү, тауыш өҫтөндә эшләү, сәнғәткә мөкиббән китеп хеҙмәт итеүселәр аҙ булыуы бик хәүефле уйҙарға һала мине.


    Яҡты һағышҡа һалғаны

    – Бик һағынып, моңланып иҫкә алам ирем Наил Ғәлиев менән бергә йәшәгән, ижад иткән йылдарҙы. Уның менән йәшәгән һәр көнөм – Хоҙай тарафынан бүләк итеп ебәрелгән миҙгел. Тәү ҡараштан, ым-ишаранан бер-беребеҙҙе аңлап тора инек. Үҙе рус кешеһе булһа ла, башҡорттарҙы бик яратты. Саф күңелле, алдаша белмәгән, эскерһеҙ милләт, тип әйтә торғайны. Халыҡ уның «Оҙата кил», «Стәрлебашым – йөҙөк ҡашым», «Яҙҙар еткәс, ҡайтырмын», «Башҡортостан», «Бөрлөгәнем», «Яраттым мин рус егетен» йырҙарын бик яратты. Башҡортостандың гастролдә йөрөмәгән бер генә районы, хатта ауылы ҡалманы, тип әйтә алам. Егермешәр тапҡыр йөрөп сыҡтыҡ. Һәр ерҙә көтөп алдылар, яҡты мөнәсәбәт, йылы йөҙ, яҡшы һүҙ менән ҡаршыланылар, оҙатып ҡалдылар. Һағынып иҫкә алырға ғына инде хәҙер.
    Ҡаты ауырып киткәс, ирем, оҙатҡанда баш осомда ҡурай моңо уйнаһын, тигәйне. Халыҡ уны матур итеп ҡурай моңо аҫтында оҙатты. «Минән алда китмәһәң ине. Ғүмерем буйы мине һоҡландырған йылмайыулы ҡарашың аҫтында күҙҙәремде йомһам ине!» – тигәйне. Ысынлап та, миңә уны оҙатырға тура килде. Әлбиттә, йәнеңдәй ғәзиз кешеңдән башҡа ҡалғас, бик болоҡһоу мәлдәр күңел түрен биләй. Әммә бер-беребеҙгә булған мөнәсәбәтебеҙ, ижадыбыҙ хаҡында иҫкә төшөрһәм, бөтә күңелһеҙ уйҙар таралғандай.


    Хәтирәләргә һалғаны

    – Ҡартатайым Хисам Арыҫлановтың шәхесе хәтирәләргә һала мине. Үҙ заманында ул даны таралған сәсән булған, Бабич менән аралашҡан, уны бер нисә тапҡыр үҙендә йәшереп алып ҡалған.
    Граждандар һуғышы осоронда ҡартатайымдың улдарының береһен Орск ҡалаһы эргәһендә атып киткәндәр. Балаһы артынан бара атай кеше. Килһә, ни күҙе менән күрһен, әзмәүерҙәй ир-егеттәрҙе атып үлтереп, күбәләй-күбәләй өйөп киткәндәр. Араларынан ғәзизенең кәүҙәһен ул саҡ табып алған. Юғалтыу-һағыштарына түҙә алмай, атай кеше «Ата зары» тигән йыр сығарған. Әле лә йырлайҙар был йырҙы Ейәнсура яҡтарында. Ә мин уны «Хисам» тип атап, репертуарыма индерҙем, байтаҡ билдәле йырсылар ҙа башҡара хәҙер. Әммә һүҙҙәрен боҙоп йырлайҙар, шуға эсем боша. Әсәйемдән өйрәнгәйнем был моңло йырҙы. Уларҙы хәтерләп, моңланып, ғорурланып ултырған саҡтарым бик йыш була.
    П. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында уҡығанда миңә мәшһүр Ирма Яунзем менән танышыу бәхете тейҙе. Ул мине шул тиклем үҙ күрҙе, хатта «Минең һөйкөмлө башҡорт ҡыҙым» тип йөрөттө. Ул тауышым өсөн генә түгел, тырышлығым һәм сәмлелегем өсөн дә яратты. 1995 йылда туҡһан һигеҙ йәшендә яҡты донъянан китте. Һуңғы көндәренә тиклем хәбәрләшеп торҙоҡ кәңәшсем, моң юлдашым менән. Ейәндәре әле булһа хәл белешеп тора, байрам менән ҡотлап открытка ла һалалар.
    Ирма Яунзем башҡорт йырҙарын бик яратты. Атаҡлы Йомабай Иҫәнбаев менән бергә йырлап йөрөгәндәрен һағынып иҫкә ала торғайны. Хатта репертуарына алты башҡорт халыҡ йырын индерҙе. Бигерәк тә «Абдрахман» йыры менән уңышлы сығыш яһаған. Ул беренселәрҙән булып йырҙы профессиональ сәхнәгә алып сыҡты.
    Уның Санкт-Петербургтағы бер концертына Максим Горький менән Ромен Роллан да килә. Ул Рәсәйҙә ҡунаҡта була. Ҡунаҡ Ирма Яунземдың тауышына хайран ҡала һәм бигерәк тә ныҡ оҡшаған йырҙар араһында «Абдрахман»ды ла баҫым яһап әйтеп үтә. Онотмаҫлыҡ хәтирәләргә һалған Ирма Яунзем иң яҡын әхирәтем дә, кәңәшсем дә


    Лариса АБДУЛЛИНА яҙып алды. Юлай КӘРИМОВ фотолары.
    авторы: admin | 23 декабря 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Гөлсөм Бикбулатова башҡа тормошонда
  • «Йәнем моңлана»
  • Эсендәге тәрән моңон, халҡы күңел ...
  • Миңзәләнең күңел утрауына бер ҡар ...
  • Эҙләнәм, һыҙланам, юлланам...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru