Атаң ҡуйған атың менән аталырһың, хеҙмәтеңә ҡарай маҡталырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡыр Алтын даға республика фольклор конкурс-фестивале үтте Мәҙәниәт
    Республикабыҙҙа балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре бихисап. Унда Башҡортостан киләсәгенең һандуғастары белем ала. Ошо көндәрҙә тап шул мәктәптәр тәрбиәләнеүселәре араһында БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методик үҙәге ойошторған Алтын даға республика фольклор конкурс-фестивале – ошоға асыҡ миҫал.
    Тәүге тапҡыр уҙған бәйгелә 47 музыка һәм сәнғәт мәктәбенән 700-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Жюри 160-тан ашыу сығышты ҡарап, улар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләне.
    Фестивалдең гала-концерты ошо көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холын шаулатты. Тап ошонда конкурстың төп еңеүсеһе – гран-при эйәһе асыҡланды. Уға Туймазы ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Динар Фәйзуллин лайыҡ булды. Гала-концертта башҡарған Уралым – тыуған төйәгем һәм Байыҡ башҡорт халыҡ йырҙарын Динар Октябрьскийҙа һайлап алыу турында ла йырлап, жюриҙы үҙенең моңло тауышы һәм тәбиғәттән бирелгән артислыҡ һәләте менән арбай.
    Фестивалдә юғары наградаға лайыҡ уҡыусылар күп булды. 1-се дәрәжә премияһын ете уҡыусы бүлеште. Улар – Әлфиә Ямалова (Учалы ҡалаһы), Илнара Закирова (Балтас районы), Гөлшат Ғирфанова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Здравница (Бәләбәй ҡалаһы) һәм Таусень (Октябрьский ҡалаһы) өлгөлө фольклор ансамблдәре, Соловушка халыҡ ансамбле (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) һәм Дуҫлыҡ фольклор ансамбле (Учалы районы). 2-се урынға ун конкурсант сыҡһа, 3-сөгә – ун бер уҡыусы. Еңеүсе командаларҙың бөтәһе лә гала-концертты Науруз байрамы, Килен төшөрөү, Ҡарға бутҡаһы, Пасха кеүек милли йолаларҙы сәхнәләштереп, йырҙар, таҡмаҡтар менән дә йәмләне.
    Алтын даға киләсәктә лә балалар музыка һәм сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең матур, көтөп алған сағыу байрамына әүерелһен.

    И. АЗАМАТОВ.
    авторы: Нур | 26 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Ҡурай яңғыраны моң булып
  • Гран-при – Стәрлебаш бөркөттәренд&# ...
  • Йәш ғаиләләр өсөн тура бә ...
  • Салауат йыйынына әҙерлек башланды!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru