Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • БАШ ҠАЛАЛА ТӘҮГЕ СТУДЕНТ ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Туғандарҙы яҡынайтҡан дуҫлыҡ, хөрмәт байрамы Мәҙәниәт
    Бынан теүәл 170 йыл элек, 1839 йылда ата-бабаларыбыҙ Александр I батшаның ер тураһында указы сыҡҡандан һуң Туҡ буйынан (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Александровка районы) Көйөргәҙе йылғаһы буйына күсеп килә. Был ерҙәр ул ваҡытта ырыуҙарҙың резерв ере һаналған була. Ҡотлоюл ауылының килеп сығышы шул ҡотло юлдан ғибәрәт, тигән рийәүәт ошонан ҡалған да инде.
    Йәмле Көйөргәҙе йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡотлоюл ауылында хеҙмәт һөйгән, тырыш, ихлас, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Хәйер, бында бит ең һыҙғанып эшләү, донъя көтөү өсөн бөтә шарттар бар. Искра ауыл хужалығы кооперативы гөрләп торғас, йәштәр ҙә ауылда ҡала, тормош ҡороп, итәк тулы балалар үҫтерә. Кооператив менән ике тиҫтә йыл етәкселек иткән Рәмил Мостафинды ҙур тәжрибәле, алмаштырғыһыҙ рәйес итеп күрә ауыл халҡы. Шулай булмай ни, хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы биш мең һумдан ашыу.
    – Хужалыҡта барлығы 520 кеше эшләй, – тип башланы һүҙен Рәмил Ғиниәт улы. – Беҙҙә эшһеҙлектән зарланғандар юҡ. Малсылыҡта ла, игенселектә лә эш етерлек. 5200 баш эре мал, 300 баш йылҡы тотабыҙ, быйыл 4 мең гектар бойҙай, 2,5 гектар арыш, бер мең гектар кукуруз, 3 мең гектар көнбағыш, 500 гектар шәкәр сөгөлдөрө сәстек. Башҡаларын һанап та тормайым. Техника үҙебеҙҙеке, ситтән йәлеп итмәйбеҙ. Быйыл биш сапҡыс, лизингыға тракторҙар, КамАЗ алдыҡ. Мал аҙбарына заманса реконструкция башларға торабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡотлоюлдар эшләй ҙә, ял да итә белә. Ана, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, күпме ауылдашыбыҙ ҡайтҡан – һыйлы өҫтәл, ихлас йөҙ, дәртле көй-моңдар менән тыуған ауылына ҡайтҡан хөрмәтле ҡунаҡтарын ҡаршылаған ихаталар ауыл урамдарын ысын байрам үҙәгенә әйләндерҙе.
    Туғандарҙы яҡынайтҡан дуҫлыҡ, хөрмәт байрамы
    Туғандарҙы барлау – киләсәк быуынды тәрбиәләү. Яҡындарыңа хөрмәт күрһәтеү, туғандарға булған ихтирам үҫеп килгән быуында сағылыш тапмай ҡалмай. Халҡыбыҙҙың матур йолаһына әүерелгән был байрам туғанлыҡ ептәрен, быуындар бәйләнешен нығытыусы, ата-бабаларыбыҙ нигеҙен һаҡлаусы изге сара ла ул.
    – Атабыҙ Ибраһим булған. Ул – ошо ауылға килеүселәрҙең береһе. Уның Боҫҡон, Аҡһары, Яманһары исемле улдары ошонда төпләнгән инде, – юрист, лингвист, тарихсы Рамаҙан ағай Ибраһимов, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, нәҫеленең шәжәрәһен барлау өҫтөндә эшләй. – Ауыл халҡы, бигерәк тә йәштәр өсөн был байрам сикһеҙ рухи әһәмиәткә эйә. Өҫтәүенә, Ҡотлоюлда был сара тәүгә үтә. Яҡын киләсәктә Шәжәрә байрамын да ойошторһаҡ, өҫтөмдән бер бурыс төшкәндәй булыр ине.
    Яҡшембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәүеф Абдуллиндың тырышлығы күҙгә салынмай буламы: ауыл төҙөкләндерелгән, буш торған йорттарға тиклем тәртипкә килтерелгән, ихаталар, ҡоймалар буялған. Фәтҡулла Ғайса улы Аҡһаровтың ихатаһы ғына ни тора. Дүрт тиҫтәнән ашыу ғүмерен малсылыҡ эшенә бағышлаған хаҡлы ялдағы ағайҙың шөғөлөн улы Азамат дауам итә. Ферма мөдире булып эшләгән егет кәләше Гөлфиә менән ике ул тәрбиәләй.
    – Ағас ултырттым, йорт һалдым, малайҙар үҫтерәм, тимәк, мин ысын ир-егет, – тип мәрәкәләп тә алды булдыҡлы хужа.
    Ауылдың ағинәйҙәре Рәхимә Аҡһарова, Нәсихә Еленкина, Таймаҫ ауылына килен булып төшкән Фәғилә Әлмөхәмәтоваларҙың йөҙө ҡартайған көндәрендә ошо күркәм байрамдың шаһиты булыу ҡыуанысынан балҡый ине. Рәхимә Мөхәмәҙи ҡыҙы Ҡотлоюлда ярты быуаттан ашыу ғүмер кисерә, биш балаһының балаларын күрергә яҙғаны өсөн яҙмышына рәхмәтле. Ә Фәғилә Ғәҙелша ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренең иҫәбен теүәл генә әйтә алманы.
    – Бик күп улар. Барыһын да бер тигеҙ яратам. Бына ошо көндәрҙә Рөстәм ейәнемдең никахын үткәрҙек, туйы ла булырға тора. Бәхетле генә булһын инде балаҡайым, – тине Фәғилә инәй.
    Ибраһимовтар ғаиләһе ихатаһының хужабикәһе Рәшиҙә Мөҡим ҡыҙы, төрлө тарафтан ҡайтҡан балаларына һөйөнөп:
    – Бар бәхетем – балаларымда. Ҡайтҡандарын дүрт күҙ менән көтөп алам. Әлдә янымда киленем Ләйсән бар, – тип бәхетле йылмайҙы.
    Нафиҡ Ҡотләхмәт улы менән Фәрҙәнә Байтүрә ҡыҙы Боҫҡановтар ихатаһына ла һуғылмай булдырманым.
    – Дүрт тиҫтә йылға яҡын сөгөлдөр үҫтерҙем. Хәҙер был эшемде улдарым Рузил менән Ишбулды дауам итә. Икәүләп 500 гектар сөгөлдөр үҫтереп-тәрбиәләп, ауыл халҡын утау эшенән ҡотҡара улар, – хеҙмәте өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнгән Нафиҡ ағайҙың әле лә дәрте ташып тора. – Тик бына әлеге яңы маркалы тракторҙарға ултырып булманы. Аяҡтарым ауыртмаһа, билләһи, сығып китер инем сөгөлдөр баҫыуына.
    Күп йылдар һауынсы булып эшләгән Фәрҙәнә инәй ауыл советына ла, райондыҡына ла депутат итеп һайлана, ә бөгөн ул, оло йәштәмен тип тормай, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә – кибет тота.
    Нәзир менән Альбина Хәйбуллиндарҙың йәш ғаиләһен дә телгә алмай үтеү мөмкин түгел. Тырыш егет колхозда ла эшләргә өлгөрә, йорт-ҡура эштәрен дә бөтөрә, кәртә тултырып малын да аҫрай, 80 йәшлек әсәһе Гөлбаныу Байтүрә ҡыҙын да тәрбиәләй. Хужа көнө буйы эштә булғас, балалар күберәк әсәләре, өләсәләре ҡарамағында.
    – Дүрт ул тәрбиәләп үҫтерҙем, туғыҙ ейән-ейәнсәрем бар, килендәрем, күҙ теймәһен, уңған, ҡулдарында ғына йөрөтәләр, өрмәгән ергә ултыртмайҙар, – тип Гөлбаныу инәй шатлығы менән ихлас бүлеште.
    Ауыл мәҙәниәт йорто алдындағы байрам концертында Яҡшембәт, Ҡотлоюл ауылдарының үҙешмәкәр артистарының сығышын да халыҡ яратып ҡабул итте.
    Барыһының да йөҙҙәрендә шатлыҡ-ҡыуаныс сатҡылары балҡытҡан сара ауылдаштарҙы тағы ла яҡынайтты. Йәш быуын шуның әһәмиәтен аңлап, халҡыбыҙҙың изге йолаларына тоғро ҡалһын ине.

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    Көйөргәҙе районы,
    Ҡотлоюл ауылы.
    Автор фотолары.
    авторы: Нур | 23 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көйөргәҙеләр фиҙакәр эшләй
  • Тырышһаң, барыһы ла була
  • Тәүгеләрҙән булып
  • Берҙән-бер!
  • Шәжәрә – ул байрам ғына түгел, ул ҡурай ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru