Аҙығыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Тәҡдир һәм яҙмыш
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Иртәгә – Төҙөүселәр көнө
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Һау ғынамы, иҫән-һаумы, Ер кендеге – Баҡшайым!» Мәҙәниәт
    – Дүрт йөҙ илле бейеүсе «Беҙҙең байрам»да бейей, тиҙәрме шул?
    – Уныһы нимә, бөгөн «Ләйсән»дең алты быуын бейеүселәре сыға! – Шулай тип аптырашҡан, тел шартлатҡан апайҙарҙың һүҙе дөрөҫкә сыҡты. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының аграр подразделениеһы үткәргән һабантуйҙа райондың иң данлыҡлы халыҡ бейеү ансамбленең алты быуын бейеүселәре, тиҫтәнән ашыу бейеү ансамбленең ялан тултырып сығыш яһауы тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде, онотолмаҫлыҡ хәтирә булып күңелгә уйылды.
    – Бөгөн ялан батырҙарының тантанаһына «Ләйсән»дең алты быуыны, «Ирәмәл», «Осҡон», «Алтынай», «Сулпылар», «Кристалл», «Гармония», Баймаҡтан «Ирәндек», Хәйбулланан «Йондоҙсоҡ» һәм башҡа ансамблдәр айырым биҙәк өҫтәне, – «Ләйсән»дә лә бейегән «Осҡон» бейеү ансамбле етәксеһе Айбулат Әһлиев күтәренке кәйеф менән һәр сығышты күҙәтте. – Моғайын, бындай ғәжәп тамаша һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер.
    Оҡшамай торғаны бармы инде үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ байрам күренештәренең?! Егетлек өлгөһөн күрһәткән Артур Булатов, Урал Латипов, Илдус Ғәлиәхмәтов, Руслан Динисламов, Илнур Хәҙисов, Булат Әһлиев, Илмир Игликов һәм Наилә Булатованың сығышы цирк артистарыныҡынан һис тә кәм булманы (был хаҡта һис тә шаштырмай әйтәм). Балалар һыбай килеш баш түбән тороу, эйәрҙә әйләнеү, аяҡ өҫтө баҫып сабыу һәм башҡа ҡатмарлы күнегеүҙәрҙе башҡарған саҡта тын да алырға ҡурҡып торолдо. Сая ҡыҙ һәм егеттәргә һәр кем хайран ҡалды. Сәхнәнең алдында уҡ ойошторолған балалар һабантуйы ла шул ҡәҙәр дәртле үтте, хатта ололар урындарында саҡ ултырып сыҙаны: «Их, үҙемдең йәш саҡ булһамы!..» Алты бүлексәнән утыҙ бала көйәнтәләп һыу ҙа ташыны, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та йүгерҙе, тоҡ кейеп тә һикерҙе. Тырышлыҡтары елгә османы, үҙҙәренә бик шәп спорт приздары тәтене.
    Районыбыҙҙың иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеһы директоры, һабантуй хужаһы Азамат Иҙрисов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров, Учалы район хакимиәте башлығы Әлим Сәлихов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры Ильяс Абдрахманов һәм башҡа ҡунаҡтарҙы тирмәләргә әйҙәне. Ҡорама халыҡ театры (етәксеһе – Ғаяз Ибраһимов) «Байрамғол»доң барлыҡҡа килеү тарихын, тәүге йылдарын сәхнәләштереп, ветерандарҙың иҫтәлектәрен яңыртһа, бүлексәләрҙең тирмәләрендә һикһән йыллыҡ тарих биттәренең иң сағыу мәлдәре яҡтыртылды. Әйтерһең дә, ҡайһылыр мәлгә алтмышынсы, етмешенсе, һикһәненсе йылдар кире әйләнеп ҡайтты: агитбригадалар, «ҡыҙыл мөйөш»тәр, социалистик ярыштар, хатта шул замандағы техника...
    «Һау ғынамы, иҫән-һаумы, Ер кендеге – Баҡшайым!»
    – Был һабантуйға ла бөтә район менән әҙерләндек тиһәм, һис тә хаталанмам, – тине «Хазина» фольклор төркөмө етәксеһе Ғәрифә Кудрявая. – Тирмәләрҙәге бөтә әйберҙе тотош ҡына музейға алып барып ҡуйырлыҡ – «Байрамғол» совхозының бар тарихы ошонда.
    Тирмәләр конкурсында, әйткәндәй, беренсе урынды – Уральскиҙың һарыҡсылыҡ фермаһы, икенсене – Яңы Байрамғолдоң йылҡысылыҡ фермаһы, өсөнсө урынды Иҫтамғол, Ишкен ауылдарының ҡошсолоҡ, йәшелсәселек хужалыҡтары бүлеште. Коллективлашыу осорон һынландырған Наурыҙ, Сораман, Мәҫкәү ауылдары ла бүләкһеҙ ҡалманы.
    – Хөрмәтле байрамғолдар, һеҙҙе һабантуй байрамы, яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы тамамлау менән Президентыбыҙ, Хөкүмәтебеҙ исеменән ысын күңелдән ҡайнар ҡотларға рөхсәт итегеҙ! – Айрат Рафиҡ улының һүҙҙәренән һуң алҡыштар яланды яңғыратты. Өфө ҡунағы, Башҡортостан халҡының ынйыһы булған һабантуй – игенсе һәм малсының ауыр хеҙмәтен данлау байрамы, тип билдәләп, алһыҙ-ялһыҙ эшләп, республика иҡтисадын нығытыуға үҙ өлөшөн индергән Марат Рәшитов, Нәбиулла Ғиниәтуллин, Виктор Филиппенко, Наил Игликовҡа Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Әлим Сәлихов, Ильяс Абдрахманов, Азамат Иҙрисов та тантанала ауыл эшсәндәренә иң йылы һүҙҙәрен еткереп, производство алдынғыларын, иң яҡшы бейеүселәрҙе бүләкләне.
    – «Байрамғол» агрофирмаһының бүлексәләре араһында ат сабышы иғлан ителә, – инде нисәмә йыл ат сабыштарына аңлатма биргән Салауат Тимербаевтың тауышын ишеткән һәр кем ҡолағын ҡарпайта, түҙемһеҙлек менән ярыш һөҙөмтәһен көтә. Ә елдән етеҙ елгән юрғалар бер нисә минуттан финишҡа килеп тә етә! Ағалы-ҡустылы Мират һәм Венер Ваһаповтарға, Руслан Мөхәмәҙиевҡа йондоҙло сәғәтте исемдәренен үк еңеүсе икәнлектәре билдәле «Капитан», «Король» һәм «Йондоҙ» яуларға мөмкинлек бирҙе. Шәхси хужалыҡтар араһындағы ярышҡа ун бер ат сығып, Жәүҙәт Ямалов, Альберт Ваһапов, Фәнүз Динисламовтың юрғаларына етеүсе булманы.
    – Байрамғолдарҙың һабантуйы иҫ киткес шәп! – Баймаҡ район мәҙәниәт йортонан килгән Зилә апай һоҡланыуын йәшермәне. – Милли рух бөркөлөп тора байрамдан. Кистән үк килеп, хозур тәбиғәт ҡосағында «Ирәндек» ансамбле коллективы менән ихлас ял иттек, Яйыҡта һыу инеп, һандуғастар моңо аҫтында йоҡланыҡ, сығыштарыбыҙҙы ла халыҡ яратып ҡабул итте. Хәҙер инде матур тәьҫораттар менән ҡайтырға сығабыҙ.
    Тамашаның режиссеры, хореографы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәис Низаметдинов булғас, һабантуйҙың юғары кимәлдә үтере билдәле ине инде. Һәр яҡтан һәләтле, эшенә яуаплы ҡараған талапсан кеше булараҡ, Рәис ағай бөтә сараларҙы ла еренә еткереп, дан итеп әҙерләй.
    – Һабантуй ныҡ оҡшаны, – тип ҡыуанышты «Кристалл»дың бейеүсе ҡыҙҙары Рәйсә Вәлиева менән Катя Чигирева ла. – Бында һәр кем бер-береһен белә, таный, әйтерһең дә, туғандар йыйылған.
    ... Халыҡ йырсыһы Абдулла Солтановтың көслө, моңло тауышы Баҡшайға тарала. Быйыл юбилейын билдәләгән «Ләйсән» халыҡ бейеү ансамбленең бейеүсе династиялары: Фәсих, Рәнис, Фиҙел, Таһир Кәримовтар, Миҙхәт, Элла, Оксана, Маша Алсынбаевтар, Ғәлимйән, Динира, Дилара, Зариф, Әҙилә Хилажевтар ялан тултырып бейей. Һабантуй гөрләп дауам итә...
    Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
    авторы: Нур | 25 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • һабантуйҙы Питерҙа ла көтөп алалар
  • Баймаҡта һабантуй гөрләне
  • Бар халыҡты бергә йыйҙы халҡыбыҙҙы ...
  • Мәскәүҙә – һабан байрамы
  • Петербургта – башҡорт һабантуйы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru