Иренсәк донъянан ҡоро ҡалыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы - июль
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Йондознамэ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ижадында – уның булмышы Мәҙәниәт
    «Каруанһарай» сауҙа комплексының үҙәк художество галереяһында билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтовтың персональ күргәҙмәһе асылды

    Рәмил Исмәғил улы фото төшөрөү менән 30 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ошо ваҡыт эсендә ябай һәм билдәле кешеләр уның эштәре геройҙарына әүерелде. Тыуған яҡ гүзәллеге, сит илдәр пейзаждары ла БР һәм РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәренең ижадында мөһим урын биләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, фоторәссам әҫәрҙәрендә ил тарихы киң сағыла. Күргәҙмәлә авторҙың репортаж, портрет, пейзаж йүнәлешендәге ижады урын алған. Шулай уҡ «Һабантуй», «Башҡорт нефте» кеүек айырым циклдарҙағы эштәре фоторәссамдың һоҡланғыс оҫталығын билдәләй.
    – Мин фоторәссам һәм фотограф төшөнсәләрен айырып ҡарамайым, – ти Рәмил Килмәмәтов. – Яратҡан жанрҙарым да юҡ. Әммә минең тормошҡа ҡарата мөнәсәбәтемде белдереү мөмкинлегем бар. Тап репортаж, портрет йә пейзаж аша нимә әйтергә теләгәнемде тамашасыға еткереү мөмкинлегенә эйәмен. Әгәр ҡыҙыҡлы мәл, йә ғәҙәти булмаған йөҙгә тап булһам – төшөрөп алам. Пейзажға ҡарата һоҡланыуымды ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайым. Күргәҙмәләге ҡайһы бер эштәремде тормошом тураһындағы фотоотчет тип ҡарарға мөмкин.
    Үҙенең ижади эшмәкәрлеге осоронда Рәмил Килмәмәтов 60 персональ күргәҙмә ойоштора. Сәнғәт оҫтаһы Рәсәйҙә генә түгел, Германия, Голландия, Франция, АҠШ, Төркиә һәм башҡа илдәрҙә лә сығыш яһай. Ә фоторәссамдың тормош иптәше Лариса Александровна уның илһам сығанағы булып тора.

    Алиса ИМАНҒОЛОВА.
    авторы: Альбина | 17 сентября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Болгариянан – һөйөү менән
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Эштәрендә – милли колорит
  • «Тауҙар оҫтаһы» иленә рәхим итегеҙ!
  • «МӘЛДЕ ТОТОУ – ҮҘЕ БЕР СӘНҒӘТ!»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru