Иләк менән һыу ташымайҙар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • Тормош күренештәре
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Октябрь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эштәрендә – милли колорит Мәҙәниәт
    Өфөнөң «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында йәш рәссам Сәлимә Тулыбаеваның тәүге персональ күргәҙмәһе асылды

    «Һылыуҡай» республика гүзәллек бәйгеһендә «Йәшлек» гәзитенең махсус бүләгенә лайыҡ булған Сәлимәне гәзитебеҙ дуҫтары бик яҡшы белә. Күптәрҙе үҙ матурлығы менән әсир иткән ҡыҙ һүрәт төшөрөргә лә оҫта. Өфө сәнғәт училищеһының сәнғәт бүлеген тамамлаған һылыуҙың тәүге күргәҙмәһенә беҙ ҙә барҙыҡ.
    – Тәүге күргәҙмәмә яҡындарым, дуҫтарым, биш йыл буйы миңә ижад ҡанаттары үҫтергән уҡытыусыларымдың килеүе минең өсөн ҙур шатлыҡ. Был уларҙың ижадыма хөрмәт менән ҡарауы хаҡында һөйләй. Рәхмәт уларға, – тине Сәлимә, ҡыуанысын йәшерә алмай. – Ә эштәремә килгәндә, бында минең иң яратҡан, күҙ нурҙарым менән һуғарылған ижадым урын алған.
    Мәктәптә уҡығанында уҡ, башҡа шөғөлдәре менән бер рәттән, сәнғәт мәктәбенә лә йөрөй ул. Ҡәләм тотоуҙан алып композициялы һүрәт төшөрөүгә тиклем оҫталыҡ серҙәренә төшөнгән ҡыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң сәнғәт юлын һайлай.
    – Ошо күргәҙмәмдең асылыуынан миндә ҡыйыулыҡ арта төшкәндәй, артабан ижад итеүгә көс, дәрт өҫтәлгәндәй булды, – тип дауам итте һүҙен Сәлимә. – Киләсәктә күсмә күргәҙмә әҙерләргә планлаштырам, ғөмүмән, һүрәт төшөрөүемде дауам итәсәкмен, һөнәремде камиллаштырыу өҫтөндә эшләйәсәкмен.
    Сәлимәлә ата-әсәһенән күскән башҡорт рухы көслө. Был милли колорит уның эштәрендә лә киң сағылыш тапҡан.
    – Һүрәттәремде күргәҙмәгә әҙерләгән саҡта, эштәремде нисек ҡабул итерҙәр икән, тигән ҡурҡыу тойғоһо ла урап үтмәне. Тағы ла шул: асылыу алдынан ғына күк күкрәтеп, йәшен йәшнәтеп, ямғыр яуҙырып, тәбиғәт тә үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе. Ә уның артынса көнө буйы болот артынан сыҡмаған ҡояштың да йылмайып ебәреүен юғарынан килгән билдә кеүек ҡабул иттем. Бәлки, Аллаһы Тәғәлә шуның менән миңә ниҙер әйтергә теләгәндер, йә шул рәүешле ҡотлағандыр, – тине Сәлимә, йылмайып.
    Тәүге күргәҙмә – тәүге аҙым. Ә Сәлимәнең киләсәге алда әле һәм йәш рәссамға уңыштар ғына теләргә ҡала!
    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: Альбина | 1 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Болгариянан – һөйөү менән
  • Китапханасыларға, журналистарға рәхмәт
  • Улы – йырсы, үҙе – рәссам
  • Ижадында – уның булмышы
  • Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаҫ, Сәлим ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru