Йән биргәнгә йүн биргән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Изге йыр» – иң күркәм мәсет өсөн! Мәҙәниәт
    «Тормош менән аралар боҙолған саҡтарҙа, көн яҡтыһы күҙгә күренмәҫ булғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле. Тимәк, инанырға, сабыр итергә, йәшәргә кәрәк. Һуңғы ҡабым икмәгем, һуңғы йотом һыуым менән бергә һуңғы тапҡыр ишетер йырым булһа, үкенескә ҡалмаҫ, тип йыуанам», – тип яҙған заманында халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Башҡортостандың иң популяр йәш йырсылары ла аҡһаҡалдың һүҙҙәрен үҙҙәренә девиз итеп алған һәм йыр менән тормош йәмле, йәшәү ҙә күңелле икәнен тамашасылар алдында тағы бер ҡабат иҫбатларға теләй.
    Был юлы Башҡортостандың иң талантлы йәштәре үҙҙәренең йыр-моңдарын изге эшкә арнай – 18 февралдә, 19 сәғәттә Мәжит Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Изге йыр» исемле концерт күрһәтеләсәк. «Бөгөнгө йәштәр – бик тырыш, эшһөйәр, изге күңеллеләр ҙә. Улар араһында дин юлынан киткәндәр ҙә байтаҡ, шулай уҡ хәллерәктәр араһында башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙыусылар, үҙ аҡсаһына мәсет һалыусылар, яҡшы проекттарҙы бағыусылар, балалар йортона, яңғыҙ ҡарттарға ярҙам итеүселәр бар. Мәрхәмәтлелек акцияһы ойоштороп, концерттан йыйылған аҡсаны Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында төҙөлә башлаған мәсет файҙаһына бирәсәкбеҙ», – ти идеяның һәм проекттың авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет.
    Концертта билдәле йәш йырсылар – Сәғиҙулла Байегет, Азамат Fафаров, Алһыу Бәхтиева, Римма Амангилдина, Гөлсөм Бикбулатова, Гөлдәр Ишҡыуатова, Диана Ишниязова, Венер Камалов, Хәсән Усманов, Лилиә Динисламова, күрше Татарстандың иң популяр башҡарыусылары, шулай уҡ мосолман динен ҡабул иткән рус йырсылары үҙҙәренең репертуарындағы иң популяр йырҙарҙы башҡарасаҡ.
    «Изге йыр» проектын ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр бер ҡатнашыусы артист үҙенең тормошонда осраған Юғары көскә бәйле мөғжизәле хәл-ваҡиғаны бәйән итәсәк, ул һөйләшеүҙә залда ултырған тамашасы ла ҡатнаша ала. Шулай уҡ тамашаға дин әһелдәре лә саҡырылған. Йәш таланттарҙың концертында илаһи көс, тормоштағы мөғжизәләр, Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте һәм рәхмәте хаҡында һүҙ барһа ла, яңғыраясаҡ йырҙарҙың тематикаһы ҙур – мөхәббәт, тыуған ер, ата-әсә, гүзәл донъя һәм башҡа темаға яҙылған иң билдәле йырҙарҙы ишетәсәк тамашасылар.
    Башҡорт йыр сәнғәте йондоҙҙары берләшеп, халҡыбыҙҙың рухи донъяһын байытыу өсөн «Изге йыр» аша замандаштарыбыҙға мөрәжәғәт итә. Хөрмәтле дуҫтар, был изге акциянан ситтә ҡалмағыҙ, концертҡа һатып алынған билет – ул һеҙҙең мәсет төҙөү өсөн индергән хәйер аҡсаһы.
    «Изге йыр»ҙы хуплап, әйҙәгеҙ, дуҫтар, талантлы йәштәрҙе дәртләндерәйек – был беҙҙең рухи донъябыҙҙы байытыуға, әхлаҡлылыҡҡа, күңел сафлығына бер аҙым булһын.
    Т. АМАНОВ.
    авторы: админ | 2 февраля 2008 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Кескәйҙәргә ярҙам итәйек!
  • «Йырсы булыр өсөн тырышлыҡ кәрәк»
  • Апрель - Алағарай
  • Диана, концертым шәп үтһен, тип яна
  • «Йәшлек»тәр – Әбйәлилдә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: марат (7 марта 2008 06:18)  
    мне очень понравилось концерт спасибо вам всем.


    марат,
    марат,
    марат,
    марат,
    марат,
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru