Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Беренсе мөхәббәт
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Байрам менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Филармонияла – «Башҡорт Санта-Барбараһы» Мәҙәниәт
    Мөхәббәт, йәшкә ҡарамай, йәшен дә, ҡартын да аяп тормай, күңел ҡапҡаларын асып килеп инә лә, йөрәгеңдең иң нескә ҡылдарын тирбәтеп, һине һөйөү тулҡынында бәүелтә башлай. 14 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк «Мөхәббәтле парҙар» исемле концертта бөйөк тойғо, саф хистәрҙе данлаған мәңгелек йырҙар яңғыраясаҡ. Ғашиҡтар көнөнә арналған кисәлә билдәле йырсыларҙан торған һоҡланғыс дуэттар сығыш яһаясаҡ.
    Тәүге мөхәббәт, ике йөрәктең ҡауышыу бәхете, мәңгелек һөйөү хаҡындағы йырҙар, төрлө стилдәге бейеүҙәр күңелле көйҙәр менән үрелеп барасаҡ. Шулай уҡ был шоу-программа ҡыҙыҡлы сценарийға ла ҡоролған. «Башҡорт Санта-Барбараһы»н булдырып ҡарарға теләүсе парҙар араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа. «Ни өсөн беҙҙә сит ил сериалдары геройҙары һымаҡ уҡ тормош ҡороп йәшәй алмайбыҙ?» тигән һорау уларҙы бик ҡаты борсой. Серле тамаша нимә менән тамамланыр икән?
    Концертта Лилиә менән Хәлит Фәтиховтар, Миңзифа Исҡужина менән Артур Туҡтағолов, Лилиә Биктимерова менән Фәдис Ғәниев, Венера Рәхмәтуллина менән Рушан Биктимеров, Нәсимә менән Азамат Тимеровтар, Әлфиә Заһиҙуллина менән Марсель Ҡотоев, Әлфиә Ғәлләмова менән Рөстәм Шәрипов, Лилиә Ишемйәрова менән Урал Мортазин, Юлиә Чигвинцева менән Рафаэль Сәғитов һәм башҡа таланттар ҡатнаша. Был кистә матур йырҙар тыңлап, хистәр тулҡынында бәүелеп күңел асып, ял итеп ҡайтырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ. 14 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында көтөп ҡалабыҙ, һеҙҙе дуҫтар!

    Э. ХАФИЗОВА.
    авторы: admin | 11 февраля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Һаумы, тыуған яғым!»
  • Концерттар
  • «Йырҙар нығыта дуҫтар араһын!»
  • Аҡ кистәр – аҡ хистәр…
  • Ғаиләне данлаған тамаша
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru