Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Бәхетле инәй
  • Йондоҙнамә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һаманда илһамланып эшләгем килә Мәҙәниәт, Юбилейҙар
    Һаманда илһамланып эшләгем киләМәскәү ҡалаһының А. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтының башҡорт студияһын тамамлап, Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлаған Салауат районының Ахун ауылы егете Хәмит Яруллин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасы һөйөүен яуларға өлгөрә. Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»ендә – Ғилметдин, Ә. Мирзаһитовтың «Әсәйемдең сал сәстәре»ндә – Мәркәз, Гальдониҙың «Ҡунаҡхана хужабикәһе»ндә – Фабрицио, Ф. Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»ендә – Фердинанд, И. Абдуллиндың «Йөрәк менән шаярмайҙар» пьесаһында – Раззаков, Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша»һында – Әбүбәкер, Ғ. Шафиҡовтың «Операция»һында – Ғиндуллин, Ә. Атнабаевтың «Игеҙәктәр»ендә – Рушан, М. Кәримдең «Салауат»ында – палач, Ә. Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй»ендә – Хәйернас, Х. Ибраһимовтың «Башмағым»ында – Ғәлимйән, Р. Кинйәбаевтың «Айғырыңды үтескә бир!» спектаклендә – Сынтимер, И. Йомағоловтың «Нәркәс»ендә – Байымбәт... – артистың ролдәре ысын ижад өлгөләре. Халыҡ уның уйнағанын ярата, спектаклдәрен көтөп алып, ҡабат-ҡабат килеп ҡарай. Хәйер, актер үҙ эшенә яуап­лы ҡарай, һәр бер ролен күңелен һалып башҡара. Шуға ла һәр образы – юғары талант өлгөһө. Актер менән әңгәмәбеҙ уның тынғыһыҙ ижады, тормош юлы һәм башҡалар хаҡында.


    – Хәмит Ғатауллович! Белеүебеҙсә, атайығыҙ Һеҙҙең артист түгел, инженер, хирург йә уҡытыусы булыуығыҙҙы теләй. Ә ауыл хужалығы институтына ебәрелгән Хәмит ГИТИС-ҡа инә лә ҡайта...
    – Атайым ғәжәп кеше ине. Ғүмер буйы ауылда йәшәне, шунда тыуған, шунда хеҙмәт иткән крәҫтиән балаһы. Заманына күрә бик аҡыллы кеше булған тип иҫәпләйем. «Һигеҙ йыл уҡыным», – ти торғайны. «Атай, рус телен ҡайҙан шул саҡлы яҡшы беләһең, уҡыйһың да, матур итеп яҙаһың да», – тигән һорауыма: «Бер йыл буйы, кеше яллап, русса уҡыным», – тип яуапланы. Күрше ауылда ялланып өй һалғандар, шул ваҡытта уҡырға ла өлгөргән. Атайым – Салауат районында 1935 йылда беренселәрҙән булып урман хужалығын ойоштор­ған кеше. Шунан алып 38 йыл ошо эшендә эшләй һәм уның бөтә нескәлегенә төшөнә. Хәтеремдә, 3 – 4-се синыфтарҙа уҡығанымда Стәрлетамаҡта урман хужалығы курсында өс ай уҡып ҡайтты. Урман эшен ни тиклем яҡшы белеүен таныш ағайҙар ғәжәпләнеп һөйләй ине. Әле булһа урман хужалығында атайымды, элек Ғатаулла ағай бар эшен бер үҙе алып барған, бер генә бухгалтеры булған, ә һеҙ күмәкләшеп эшләһәгеҙ ҙә, бер документығыҙҙы ла табып булмай, тип иҫкә алалар.
    Уның менән бәләкәйҙән урманға йөрөнөм, төрлө һөнәргә өйрәндем. Оҫта балыҡсы, һунарсы ла ине. Ҡапҡан һалып, егерменән ашыу бүре алған, төлкө-ҡуяндарының иҫәбе-һаны ла юҡ. Был һөнәрҙе мин дә үҙләштереп ҡалдым. Беҙ үҫкән дәүерҙә Йүрүҙәндә балыҡ мыжғып торҙо, кәмәләп тоталар ине. Синыф менән ағас ултыртырға сыға торғайныҡ. Улар бөгөн дә Ҡаратауҙы йәмләп үҫә.
    Тәүге белемемде Ахун башланғыс мәктәбендә алдым. Артабан Мәсетле, Илтәй мәктәптәренә йөрөп уҡыным. Урта мәктәпте район үҙәге Ҡаратаулыла (хәҙерге Малаяҙ) тамамланым. Алыҫ ауылдарға гел йәйәү йөрөп уҡыу еңелдән түгел ине, уҡыр­ға теләгем көслө булғанғамы, ауырлыҡтарҙы йырып сығырға тырыштым. Һуғыш йылдарындағы аслыҡ-яланғаслыҡ арҡаһында күп тиҫтерҙәрем уҡый алмай ҡалды. Унынсыла уҡығанда ла үҙем үргән сабатаны кейеп йөрөнөм. Йәшлегемдең матур хәтирәләре лә бар, әлбиттә. 16 балалы ишле ғаиләлә ун бишенсе булып, ун апайым ҡосағында, тәрбиәһендә үҫтем, шуның менән бәхетле булдым.
    Бала саҡта ауыл мәҙәниәт йортонда спектаклдәр ҡуялар ине, үҫә төшкәс, улар­ҙа мине лә ҡатнаштыра башланылар. Йыр-моңға әүәҫлегем дә ошонан киләлер. Гармун хаҡында хыялланып, атайымдан һорап йөҙәткәнем хәтеремдә. Ҡайҙа инде, аҡса, кейем юҡ, тамағың туҡ булһа, шөкөр. Мәктәпте бөткәндә генә «хромка» алыу бәхетенә ирештем. Атайымдың костюмға тип биргән 150 һум аҡсаһына күптән хыялланған музыка ҡоралын алдым да ҡайттым. Алты йәштә апайымдан мандолинала уйнарға өйрәнгәндән һуң тормошомдо музыкаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алманым. Шул мандолина көйөнә йәшен дә, ҡартын да бейетә торғайным.
    Атайым артист булыуымды теләмәне. Сөнки үҙе лә йәш сағында ауыл йәштәре менән концерттар, спектаклдәр ҡуйып йөрөгән. Артист тормошоноң тынғыһыҙ икәнен, еңел булмауын аңлағандыр. Шуға ла улының башҡа һөнәр һайлауын теләгәндер. Ҡыҙыҡһыныусан булып үҫкәнгәме, техниканы ла белдем, сәғәттәр ҙә йүнәттем, фотоға төшөрөү менән дә мауыҡтым. Ә инде Өфөгә ауыл хужалығы институтына документтарымды тапшы­рыр­ға килгәндә, ауылдаштарымды осраттым. «Театр институтында имтихандар ҡабул итәләр, ниңә шунда бармайһың?» – ти былар. «Документтарҙы ауыл хужалығы институтына тапшырҙым инде», – тип яуап­лайым. Унда документ кәрәкмәгәнлеген, барып күренеүең генә етеүен ишеткәс, тәүәккәлләнем. Институттың ди­рек­торы Арыҫлан Мөбәрәков Салауат райо­нынан икәнемде белгәс: «О-о-о, ҡустым, былай булғас, һин Салауат тоҡомонан булаһың бит», – тип имтихандарға килергә ҡушып ҡайтарҙы. Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үткәс, Мәскәүгә уҡырға ебәреләсәгемде әйттеләр. Атайымдан кәңәш һорар инем, ул ауылда, ҡайтып йөрөп булмай. Өфөлә уның бергә эшләгән дуҫы Хәтмулла ағай курста ята ине, уға йүгер­ҙем. «Уҡырға ингәнһең икән, Мәскәүгә барып, белем ал. Биш йыл байтаҡ ғүмер, әҙерәк донъя күрерһең. Ә инде күңелеңә ятмаһа, унан ҡайтҡас та ауыл хужалығы институтында уҡып була», – тигән кәңәш бирҙе. Уның ризалығы менән документтарымды тегенән алдым да, театр институтына тапшырып ҡайтып та киттем. Атайым асыуланыр, тип ҡурҡҡайным, борсолоуым юҡҡа ғына булып сыҡты. «Ярай, улым, үҙең белгәнһеңдер инде. Һин уҡып ҡайтҡансы әллә беҙ бар, әллә юҡ», – тип кенә әйткәне хәтеремдә. Һикһән һигеҙ йәшендә донъя ҡуйҙы.
    – Театр сәхнәһендә бик күп роль баш­ҡар­ғанһығыҙ. Уларҙың барыһы ла Һеҙгә яҡын, ҡәҙерлелер. Шулай ҙа ниндәй ге­рой­ҙарығыҙ күңелегеҙгә нығыраҡ яҡын?
    – Әлбиттә, улар күптәр. Театрҙа биш тиҫтә йыл эшләү дәүеремдә ниндәй генә ролдәрҙә уйнаманым да, сәхнәгә ниндәй генә образдарҙа сыҡманым. Элегерәк халыҡ театрҙы бик ярата ине. Шуға ла һәр спектаклдә уйнау минең өсөн байрам булды. «Ул ҡайтты» спектаклендә Мөбәрәк ағай менән бергә уның улы булып уйнауымдан әле булһа яҡты, йылы хәтирәләр һаҡлана. Оло ағай-апайҙар менән уйнау беҙҙең өсөн ҙур мәктәп булды. Арыҫлан ағай менән шулай уҡ Әнғәм Атнабаевтың «Шоңҡар» спектаклендә уйнаным. Классик әҫәр геройҙарын күп башҡарҙым: Шекспир, Шиллер, Чехов – һанай китһәң, йөҙҙән ашыу. Ә. Атнабаевтың «Игеҙәк­тәр»ен халыҡ ихлас ҡабул итте.
    – Ижад кешеһе, билдәле, илһам сығанағына мохтаж. Уны ҡайҙан алаһығыҙ?
    – Моңдо яратам. Тәү сиратта үҙебеҙҙең халыҡ моңдарын бирелеп тыңлайым. Олоғая бара классик музыканы яҡын итә башланым. Ҡурай моңон ишетһәм, күҙҙәремә йәш тула. Был ҡоралдың моңо халҡыбыҙҙың быуаттар аша килгән сал тарихын һаҡлай. Ошоларҙан, сәхнәлә уйнауҙан, халыҡ менән осрашыуҙан илһам алам.
    Гастролдәр менән республикабыҙҙың ниндәй генә район-ауылдарында булманыҡ. Урал аръяғына сығып китһәк, икешәр ай йөрөй инек. Ошолар мине ғүмер буйы дәртләндерҙе, ошоноң менән йәшәнем һәм ғүмерҙең үткәнен дә һиҙмәнем. 75 йәшемде тоймайым. Һаман да илһамланып йәшәйем, илһамланып эшкә киләм, ролдең ауырын-еңелен ҡарап тормайым, ышанып тапшыралар икән, образды табып, халыҡҡа илаһи кинәнес бирергә тырышам.
    – Геройҙарығыҙҙың кисерештәрен театр стеналарында ҡалдыра беләһегеҙме? Әллә иптәшегеҙ Зилара ханым, Хәмитем түгел, Сынтимер, Ғәлимйән йә Байымбәт ҡайтҡан, тип ҡаршы аламы?
    – Геройҙарымды өйгә алып ҡайтырға ты­рышмайым. Театрҙа йәнеңде-тәнеңде биреп уйнай­һың да, ул донъя театр­ҙа, сәхнәлә ҡала. Әгәр ул көндө сәхнәгә сы­ғыр­ға икән, киске спек­такль тураһында уйланам. Әлбиттә, алдан әҙерләнәм, иртә менән текст материалдарын ҡа­рап сы­ғам. Уйнап ҡайтҡас, уны оноторға тырышам: гәзит-журналдар уҡыйым, телевизор ҡарайым, йәй көндәрендә баҡса эше менән булышам, автомобилемдә соҡонам.
    Иптәшем Зилара шулай уҡ актриса, бейеүсе, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейеп, сит илдәргә күп йөрөнө. Ҡытай, Вьетнам, Непал, Һиндостан, Афғанстан, Пакстан, Франция, Африка һәм башҡа илдәрҙә йөрөп ҡайтты. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бейемәне, тормошон балаларҙы тәрбиәләүгә, ғаиләгә бағышланы. Мин бит инде көнө буйы эштәмен, иртән китәм, кис ҡайтам, бер нәмәгә лә ваҡыт еткерә алмайым. Шуға ла өйҙә театр хаҡында һөйләшеүҙән ҡасам.
    – Һеҙ тамашасыға Вуди Адлендың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «Хәйерле иртә, Энид!» спектаклендә артистар буйынса менеджер Джерри Уэкслер роле буйынса ла танышһығыҙ.
    – Башҡорт дәүләт академия драма театрында 30 йыл эшләгәндән һуң ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында унан бер аҙға китеп торор­ға ла тура килде. Һуңынан алты йыл Стәрлетамаҡ театрында эшләнем. Унда бик матур репертуар булдырҙыҡ, гастролдәргә йөрөнөк, бер төркөм студентты уҡытып та сығарҙыҡ – коллектив бик һәйбәт булды. Туған театрыма кире ҡайтҡан йылды коллектив ныҡ үҙгәргәйне, йәштәр күп килгәйне. Шул йылды Наил Ғәйетбаевтың «Аты барҙың – дәрте бар» комедияһында Ҡотлобай ролен тапшыр­ҙылар. Халыҡ араһында резонанс тыуҙырған спектакль булды ул. Тамашасы яратып ҡабул иткәс, ун өс йыл инде театрыбыҙ сәхнәһендә ҡуйыла. Ошонан һуң күңелем ятҡан уңышлы спектаклдәрем булды тип әйтә алмайым.
    Шулай итеп, ун йыллыҡ тәнәфестән һуң Мәскәүҙән ҡайтҡан режиссер Нәркәс Искәндәрова менән осраштыҡ. Ҡайҙан мине эҙләп тапҡан, нисек был ролгә алған – үҙем дә хайран ҡалдым. Материалды уҡып сыҡтым, бер аҙ шикләнеп тә ҡуйҙым, сөнки бик ауыр роль ине. Иптәшем менән кәңәшләшкәйнем, роль менән танышып сыҡты ла: «Хәмит, һуң булмаҫ элек баш тартыуың хәйерле, оятҡа ҡалыуың бар», – тине. Баш тартһам, коллегаларым, дуҫтарымдың дөрөҫ аңламауы ихтимал. Нәркәс иһә был ролдә мине генә күреүен, бөтә спектаклдәремде ҡарап сығыуын әйтте. Ул бөтөнләй икенсе алым менән эшләй: ҡысҡырмай, тауыш күтәрмәй, шунда уҡ талап итмәй, тик образға индерә. Ул мине спектаклдең ҡуйылышы менән дә шаҡ ҡатырҙы. Бындай кимәлдә уйнағаным да, эшләгәнем дә юҡ ине. Ай ярым спектакль өҫтөндә эшләгәндән һуң уны сәхнәлә ҡуйҙыҡ. Коллегала­рымдан тик йылы фекер­ҙәр генә ишетеп ҡыуандым.
    – Спортҡа һәм спиртҡа ҡарашығыҙ ниндәй?
    – Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләндем, саңғыла шыуырға яраттым, ярыш­тар­ҙа ҡатнашып, гел беренсе килә торғайным. Йүрүҙән һыуы туңдымы, тимераяҡҡа баҫабыҙ. Мәскәүҙә уҡығанда ла биш йыл буйы һырғалаҡҡа барҙым, институтта ла саңғы ярыштарында алдынғылыҡты бирмәнем. Шулай уҡ фехтование дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөнөм. Ҡайтҡас, был предметты белгән педагогтар булмағанлыҡтан, сәнғәт училищеһы һәм институтында студенттарға фехтование серҙәрен өйрәттем. Әле лә спорт менән дуҫмын, саңғыла шыуам. Быйыл, ауырыңҡырап торғас, бик шыуып булманы. Шулай ҙа ҡар иреп бөткәнсе йәшәгән йортом янындағы ағаслыҡтарға ике-өс тапҡыр сығып әйләнергә тип торам.
    Ә спирт менән мауыҡманым. Беҙ үҫкәндә ауылда эскән кеше юҡ ине. Ғаиләбеҙҙә лә ундай күренеште хәтерләмәйем. Ҡыҫҡаһы, спирттан мөмкин тиклем алыҫыраҡ булыуҙы хуп күрәм. Сөнки уның файҙаһынан былай зарары күберәк.
    – Бөгөнгө тормошта Һеҙҙе нимә ҡыуандыра, ә нимә борсоуға һала?
    – Йәштәрҙең боҙоҡлоҡтарға бирелеүенән күңел әрней. Тәмәке тартыу, эскелек, наркомания кеүек кире күренештәргә яңы йәшәй башлаған йәштәрҙең ҡаршы тора алмауы борсоуға һала. Һәр ваҡыт ейәндәрем өсөн ҡурҡып, улай ярамай, былай килешмәй, тип киҫәтеп, өйрәтеп кенә торам.
    Халыҡтың, ҡаранан аҡты айырырға өйрәнеп, заманға яраҡлаша башлауы ҡыуандыра. Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡ сәскә ата, малсылыҡ үҫешә, йәштәр йорт һала, сабыйҙар тыуа. Күп ғаиләләрҙең етеш тормошта йәшәргә ынтылыуы һөйөнөслө.
    – Башҡорт театрының киләсәге хаҡында фараз йөрөткәндә, уны нисегерәк күҙ алдына килтерәһегеҙ?
    – Беҙ уҡып ҡайтҡан йылдарҙа опера һәм балет театрында билет еткерә алмайҙар ине. Бигерәк тә Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»енә кеше ағылып килде. Ә бөгөн хәл башҡасараҡ, әлбиттә. Шөкөр, театрыбыҙ йәш көстәр менән тулыланды. Мәскәүҙең М. Щепкин исемендәге театр училищеһын тамамлап ҡайтҡан артистарыбыҙҙың уйнауы һоҡландыра. Халыҡ та спектаклдәргә әүҙем килә башланы. Быға күңелем тула, өмөтөм тыуа. Оло булыуыма ҡарамаҫтан, театрҙа эшләгем килә башланы. Тимәк, уның киләсәге бар, һәм ул яҡты буласаҡ.
    – Ҡатын-ҡыҙҙар тормошоғоҙҙа ла, эшегеҙҙә лә ҙур урынды биләгән. Етеп килгән байрамдары алдынан гүзәл заттарға теләктәрегеҙ...
    – Ҡатын-ҡыҙҙарға мин әле лә һоҡланам. Улар – тормош тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусылар, ирҙе ир иткән заттар. Әсәй – минең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле кеше. Театрҙағы ҡатын-ҡыҙҙарға ла оло ихтирам менән ҡарайым.
    Яңы йыл көтөп алынған ҡыш байрамы булһа, 8 Мартты яҙҙың иң матур байрамы тип һанайым. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ гүзәл затты матур байрамдары менән ҡотлайым. Йөҙөгөҙ яҙ ҡояшындай гел көләс булһын!

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ әңгәмәләште.

    Әйткәндәй, бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Хәмит Яруллиндың юбилей кисәһе үтә. Байрам сараһында Флорид Бүләковтың «Эх, күгәрсенкәйҙәрем...» спектакле ҡуйыласаҡ. Төп ролдәрҙең береһен – изге күңелле һәм ҡыйыу Абдулланы Хәмит Ғатаулла улы үҙе башҡара. Шулай уҡ юбиляр ҡәҙерле коллегаларынан, дуҫтарынан һәм туғандарынан ҡотлауҙар ҡабул итә.
    Кисәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Талантлы режиссерға арнала
  • «Геройҙарыма «Һеҙ» тип өндәшәм»
  • Бер быуатҡа яҡын юл үтелгән...
  • Башҡорт театрының мәшһүр ҡыҙы
  • «Яуызлыҡтың ни икәнен белмәһәң, и ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru