Иренсәктең ирене кибер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сыңғыр
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Иман
  • Металл һәм таш
  • Байрам менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Улы – йырсы, үҙе – рәссам Мәҙәниәт

    Улы – йырсы, үҙе – рәссамЮрий Шевчуктың әсәһе Фәниә Әкрәм ҡыҙының күргәҙмәһе өфөләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
    Баш ҡалабыҙҙың «Мираҫ» галереяһында Фәниә Шевчуктың – билдәле яҡташыбыҙ, «ДДТ» төркөмө етәксеһе Юрий Шевчуктың әсәһенең шәхси күргәҙмәһе асылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ысынлап та үҙенсәлекле булған күргәҙмә байтаҡ сәнғәт һөйөүсенең иғтибарын йәлеп итте.
    Быйыл майҙа Фәниә Әкрәм ҡыҙына 85 йәш тула һәм улының бүләге – ошо күргәҙмә. Әйткәндәй, был рәссамдың Өфөләге тәүге күргәҙмәһе.
    Экспозицияны ҡарарға килгән ҡунаҡтар араһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Өфө ҡалаһы мэры Павел Качкаев, Юрийҙың дуҫтары, һабаҡташтары булды.
    Фәниә Шевчук Башҡортостанда тыуһа ла, 12 генә йәшендә ҡәһәрле 1937 йылда атаһы менән алыҫ төньяҡҡа китергә мәжбүр була. Рәссамлыҡҡа иһә, тыуған төйәгенә ире, балалары менән ҡайтҡас, 48 йәшендә уҡып сыға.
    – Өфөнән ситтә йәшәгәс, тыуған яҡтарым бик һағындыра. Бында ошондай сара үткәреү, яҡташтарымды үҙемдең ижадым менән таныштырыу – минең өсөн ҙур бәхет, – ти Фәниә Әкрәм ҡыҙы.
    Һынлы сәнғәт һәм графика техникаһында башҡарылған 50-нән ашыу эш биҙәй галерея залын. Портреттар ҙа күп. Һәр береһенән йылылыҡ бөркөлә, һәр береһе үҙенсә сағыу. Һәләтле яҡташыбыҙ, гүзәл сәскәләр менән бер рәттән, Башҡортостан пейзаждарына ла ҙур урын биргән. Бының башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине. Юрий Шевчуктың һүҙҙәренсә, әсәһе картиналарын Өфөлә күрһәтергә оҙаҡ хыяллан­ған.
    Йырсы үҙе лә күргәҙмәне асыу тантанаһында иғтибар үҙәгендә булды, килеүселәр менән йылы аралашты. Артабан ул «Салауат Юлаев» командаһының уйынын ҡарарға юлланды. Бөтә республика хоккейсыларыбыҙ өсөн «ауырығанда», Башҡортостанда булып та яратҡан командаһы уйынына бармай китмәҫ инде.

    Т. АМАНОВ.
    авторы: admin | 6 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Истанбулдар башҡорт һабантуйын тамаша ҡылды
  • ӨФӨ – РОК ҮҘӘГЕ
  • Хөкүмәт эшҡыуарҙарға ярҙамды артт ...
  • «Галерея Арт», ишегеңде ас!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru