Булдыҡлы булмағанды булдырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Ҡолаҡ һал!
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Яңылыҡтар
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Ашҡаҙар» – моңло радио Мәҙәниәт
    «Ашҡаҙар» – моңло радиоТөрлө йүнәлештә эшләүсе радиоканалдар асылыуы – республикабыҙҙың ҙур ҡаҙанышы. «Башҡортостан» радиоһының тапшырыуҙарын, концерттарын түҙемһеҙлек менөн көтөп алған мәлдәр булды. Хәҙер һайлап тыңлау мөмкинлеге бар.
    2010 йылдың 7 февралендә генә эшләй башлауына ҡарамаҫтан, «Ашҡаҙар»ҙың үҙ йөҙө, үҙ тыңлаусылары бар, тип әйтергә мөмкин.
    Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – яңы каналдың хеҙмәт­кәрҙәре.

    Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА:

    – Бер туҡтауһыҙ алға елгән, хәҙер айырыуса етеҙ тиҙлекте үҙ иткән ваҡыт толпарын йүгәнләргә буламы, ғөмүмән, ул кәрәкме? Ошо һорауҙы йыш күтәрәләр. Ә беҙ, заман ағышы менән бергә атлап та, ваҡытты үҙебеҙгә буйһондора алабыҙ, тип әйтер инек. Бының төп сере – һәр милләтте милләт иткән, аҡса менән баһаланмаған рухи ҡиммәттәр хаҡында онотмау һәм бөгөнгө талап буйынса заманса йәшәү. Әммә был ике күренеш, әлеге лә баяғы хәҙерге ваҡыт ҡанунына ярашлы, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы полюстар. «Ашҡаҙар» радиоһы иһә алтын урталыҡты эҙләүсе меңәрләгән тыңлаусыбыҙға ярҙамға килә. Беҙҙе эштә, өйҙә, юлда тыңларға мөмкин. «Башҡортостан» радиоһы өсөн яҙылған уникаль тапшырыуҙар, арҙаҡлы шәхестәрҙең тауышын һаҡлаған программалар – барыһы ла ҡыҙыҡлы. Бөгөн китап уҡырға, әҙәбиәт яңылыҡтары менән танышырға ысын мәғәнәһендә ваҡыт етмәгән осор. «Сәсмәүер» һәм «Илһам» сығарылыштары сит илдәрҙә популяр булған аудиокитаптарҙан бер ҙә ҡалышмай. Юлда барғанда, сәй табыны артында рәхәтләнеп яңы әҫәрҙәр менән танышырға мөмкин.

    Зөмәйрә САФИНА:

    – «Халыҡ ынйылары» һәм «Яңы китап» программаларын алып барыу миңә йөкмәтелгән. «Халыҡ ынйылары» программаһында Башҡортостаныбыҙҙың һәүәҫкәр хазиналары беҙҙең тапшырыуҙың ҡунаҡтары булһа, «Яңы китап» программаһында республикала нәшер ителгән яңы баҫмалар менән таныштырабыҙ. Йәмғиәтте рухи йәһәттән байы­тыуға, бәрәкәтле төбәгебеҙҙә йәшәүсе халҡыбыҙҙың изге ҡаҙаныштарынан үҙенсәлекле йылъяҙма булдырыуға тос өлөш индерәбеҙ. Киләсәктә республиканың, халҡыбыҙҙың ғорурлығына, был дәүерҙең тарихи ҡомартҡыһына әүерелеп, халыҡ-ара сәнғәт бәйләнештәрен үҫтергән заманса радио булып ҡалырбыҙ, тип уйлайым...
    «Ашҡаҙар»ҙың тәүге аҙымдары ышаныслы булды. Сөнки беҙ уны халыҡ яҙмышына битараф булмаған тыңлаусыларыбыҙ менән бергә яһаныҡ. Киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө булыр, тип ышанабыҙ. Хоҙай берҙәмлектән айырмаһын...


    Зилиә ШӘЙМӘРҘӘНОВА:

    – Һәр йылғаның инеш башы булғандай, беҙҙең яңы радиоканал эшмәкәрлегенең дә, шишмә булып урғылып, яңы ғына юл асҡан мәле. Ул әле ҙур йылғаға әүерелеп бөтмәһә лә, алған йүнәлешебеҙ ышаныслы, асыҡ, киләсәгебеҙ өмөтлө. «Ашҡа­ҙар»ыбыҙҙың ағышына бар уңай шарттар ҙа тыуҙырылған.
    «Ашҡаҙар» каналына күсеү беҙҙең өсөн яңы офоҡтар асһа, шул уҡ мәлдә иңгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәлгәнен дә тоямын.
    Миңә республикабыҙ кимәлендә шулай уҡ яңы аҙымдарын башлаған туризм эшен яҡтыртыу йөкмәтелде. Тәҡ­димде ихлас күңелдән ҡабул иттем – тема бик ҡыҙыҡлы, яуап эҙләйһе һорауҙар ҙа етерлек. Был йәһәттән «Ашҡаҙар» индергән өлөш тә тос булыр, тип ышанғы килә.
    Үткәндәрһеҙ киләсәк булмағанлығын тағы бер ҡат иҫкә төшөрөүсе тапшырыуыбыҙ ҙа бар. Ул «Үткәндәр һағында» тип атала. Маҡсаты – тыңлаусыларыбыҙҙы республикабыҙҙың музейҙары менән таныштырыу. Тарихты ысынбарлығында һаҡлаған берҙән-бер таҙа шишмә бит улар. Үҫәсәк быуынды тәрбиәләүҙә лә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Тапшырыуыбыҙҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙамсыбыҙ – БР Милли музейының генераль директоры Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллинға рәхмәтле булып, эште башлап ебәрҙек.

    Миләүшә ҒӘЛИЕВА,
    каналдың етәксеһе:

    – Радио ул күңел асыу, көндәлек тормошто йыр-моң менән биҙәүсе сара ғына түгел. Республикабыҙҙың төп радиоканалы, һуңғы йылдарҙа үрсеп киткән каналдарҙан айырмалы рәүештә, тиңе булмаған рухи ҡиммәттәрҙе, милли поэзия, театраль асыштар, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлап ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Ошо эште тағы ла киңәйтеү, республикабыҙҙың мәҙәни тормошон тулыраҡ сағылдырыу, һоҡланғыс шәхестәр, сәнғәт өлгөләре менән таныштыра барыу һәм киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында ойошторолдо ла инде «Ашҡаҙар» радиоканалы.
    Каналда яңғыраған тапшырыуҙар республикабыҙҙың мәҙәни тормошон мөмкин тиклем тулы кимәлдә сағылдырыуҙы төп маҡсаты итеп алғайны. Уларҙы әҙәбиәт, музыка, театр, ғилем донъя­һы, халыҡ ижады өлкәһенән белгестәр үҙҙәре әҙерләп алып барыуы – мөһим һыҙаттарҙың береһе. Беҙҙең тәҡдимде һис икеләнмәй ҡабул итеүсе, канал менән тығыҙ бәйләнештә эшләүсе Юлай Ғәйнетдиновҡа, Марсель Ҡотлоғәлләмовҡа, Розалия Солтангәрәеваға, Рәис Исмәғилевҡа, Гөлсирә Ғиззәтуллинаға, Нурия Ирсаеваға, Олег Хановҡа ҙур рәхмәтлебеҙ.
    «Ашҡаҙар» радиоһы тулҡындарында тулы кимәлдә әҙәби әҫәрҙәр, радиоспектаклдәр яңғырай. «Түңәрәк өҫтәл» артында төрлө мәсьәләләр күтәрелеп, уртаға һалып һөйләшеүҙәр ойошторола, яңы премьералар халыҡҡа еткерелә, халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре хаҡында ижади портреттар әҙерләнә, үҙешмәкәр коллективтар ҡунаҡҡа килеп, яҙылып китә. Тыуып үҫкән еребеҙҙең мөғжизәгә тиң урындары хаҡында әҙерләнгән тапшырыуыбыҙ донъя күрә килә. Республикабыҙҙың матбуғат сараларына махсус ваҡыт бүленгән. Балаларҙы классик музыка өлгөләре менән таныштырып барабыҙ, өлкәндәр өсөн дә классик көйҙәр, донъяның, республикабыҙҙың билдәле композиторҙары әҫәрҙәрен яңғыратыусы махсус программа бар. «Башҡортостан» радиоһының алтын фондында һаҡланған тапшырыуҙар «Ашҡаҙар» тулҡындарында яңы һулыш ала.
    авторы: admin | 6 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республикабыҙҙа БСТ+ музыкаль телеканалы эшләй башланы
  • «Юлдаш»ты Интернет аша ла тыңларға була
  • Кеше күңелен дауалаусы
  • Башҡорт маркаһына рәхим итегеҙ!
  • УЛАР БЕҘГӘ ГҮЗӘЛ ИРТӘЛӘР ТЕЛӘЙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru