Дәртле дарманын табыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Урал моңо» Салауат hәйкәленән башлана
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • III Бөтә донья Башҡорттары Ҡоролтайына арналған арналған тамаша филармония сәхнәһендә Мәҙәниәт
    Башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында, 10-12 июнь көндәрендә III БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ үтәсәк. Шул сәбәпле, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы был мөһим сараға арналған байрам концерттары менән ҡыуандырмаҡсы.
    10 июндә филармонияның сәхнәһендә сибайҙар үҙенең «Йөрәктәрҙә ҡалдың йыр булып» тигән музыкаль драмаһы менән сығыш яһай. Был спектакль тыумыштан сәсән булған мәҙәк оҫтаһы, сәхнәнән көлдөрөүсе кәмит, ғәҙелһеҙлекте, тигеҙһеҙлекте фашлаусы әсе телле сатирик, мөхәббәт утында яныусы саф күңелле хыялый «милләтсе һәм халыҡ дошманы», шағир, көрәшсе егет Шәйехзада Бабичҡа арнала. Музыкаль драма йыр-моң һәм шиғри юлдар, бейеүҙәр менән үрелеп барасаҡ. Ҡатнашалар: Шәйехзада Бабич ролендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаров, Алмагөл ролендә Республика һәм Халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Сөмбөл Моратова, Миңлекәй - Республика йыр бәйгеләре лауреаты Луиза Кәримова, Хәтип Кәбир - Республика йыр бәйгеләре лауреаты Ғаяз Ғәйетбаев, Зеленков ролендә Республика йыр бәйгеләре лауреаты Рөстәм Хәсәнов, конферансье - Республика һәм Халыҡ-ара конкурстары лауреаты Раушан Ниязғолов… Шулай уҡ, «Сибай» бейеү ансамбле менән «Тархан» фольклор-эстрада төркөмө был спектаклде үҙҙәренең дәртле лә, талғын да бейеүҙәре, халыҡсан йырҙары менән биҙәйәсәк.
    Проекттың етәксеһе - Башҡортостандың халыҡ артисы - Вәкил Йосопов. Пьеса авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Наил Ғайетбаев, композиторы - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Даутов. Тамашаның режиссеры - Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Нәсимә Ғиззәтуллина.
    Ә 11 июнь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең тыуған яғын, тыуған илен данлаған йырҙарҙан торған «Уралымда ТАМЫРЫМ…» исемле концерт-программаһын тәҡдим итә. Концертта филармонияның солистары һәм ижади коллективтары ҡатнаша: Олег Ҡасымов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге БР-ның Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Илдар Ишбирҙин етәкселегендәге БР-ның Дәүләт академия хор капеллаһы, «Ихлас», «Ҡарауанһарай», «Далан», «Йәдкәр» төркөмдәренең солистары башҡарыуында халыҡ һәм башҡорт композиторҙарының йырҙары яңғыраясаҡ. Тамашаны филармонияның йәш артистары Дилбәр Ғайсина менән Фаяз Йәнтүрин алып баралар. Режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Сәйҙә Ильясова.
    Йыр-моң яратыусыларҙы, III БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНА арналған тамашаларҙа көтөп ҡалабыҙ!

    Концерттарға инеү бушлай.
    авторы: admin | 29 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йөрәктәргә инде моң булып
  • Оло йыйынға арналған тамашаларға рәхим итегеҙ
  • Килегеҙ, күрегеҙ!
  • Моңландырҙың,
  • Ейәнсура һандуғасы дуҫтарын йыя[
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru